Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Февраль 2023, 11:46

Быйыл да еңеүгә өмөт ҙур

Егәҙе ауыл хакимиәте халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” дәүләт программаһында быйыл да ҡатнашырға ҡарар итте. Был программа тураһында улар яҡшы белә һәм бай тәжрибәгә эйә.

Быйыл да еңеүгә өмөт ҙур
Быйыл да еңеүгә өмөт ҙур

- 2018 йылдан алып беҙҙең ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында әүҙем ҡатнаша, сөнки ул үҙенең әһәмиәтле булыуын күрһәтте. Проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа сарыф ителгән сумманың 70 проценты Республика бюджетынан, 15 проценты урындағы хакимиәттән бүленһә, 8-әр процент сумманы юридик шәхестәр бирә һәм ауыл халҡы йыя.
2018 йылда тағылмаһы менән МТЗ-81 тракторын алыуға ирешһәк, 2019 йылда Өмөтбай ауылы урамына ремонт яһалды, 2020-2021 йылдарҙа Ботай һәм Егәҙе ауыл зыяраттарының кәртәләре яңыртылды, 2022 йылда Егәҙеләге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған һәйкәлгә ремонт эшләнде. Быйылғы йылда шнек-роторлы механик ҡар таҙартҡыс алырға тигән дөйөм ҡарарға килдек, - ти ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев.

Егәҙе ауыл хакимиәте.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: