Әүәлге арба-сана дәүерҙәрендә был проблема әлегеләй ярылып ятмаған, әлбиттә. Ул саҡтарҙа беҙҙең тарафтарҙа төрлө ауыл-утар-ултыраҡтар ҙа күп булғандар, улар араһында йәйҙәрен тыҡырлап ҡына ятҡан арба, ҡыштарын ялтырап ятҡан таҡыр сана юлдары ятҡанын хатта мин иҫләйем. Баҡыйҙың үҙ ауыл советы булған заманда, йыл һайын йәй башында, ауыл халҡы шул юлдарҙы үҙ көсө менән төҙөкләндерергә сығыр ине. Һуңынан, аҡрынлап, беҙҙең яҡтарға ла “цивилизация тыны” етә башланы. Эшһеҙлектән ауыл-утарҙарыбыҙҙың күбеһе һүнеп юҡҡа сыҡтылар, ҡалғандарына ауыр машина-тракторҙар арба-сана юлдарынан йөрөп, шуларҙы иҙеп, емереп, егенке транспорт саралары менән тамам үткеһеҙ хәлгә еткерҙеләр. Әлбиттә, властар, халыҡ һорауы буйынса, йыш ҡына бульдозерҙар ебәреп юлдарҙы төҙәтер инеләр. Әммә йомшаҡ, һаҙамыҡлы, текә тауҙар, күп шишмә-йылғалар ҡаплаған бик ҡатмарлы рельефлы ерҙәрҙә был оҙаҡҡа етмәне. Бөгөнгө көндә иһә күрше Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылына, элек арба-саналарҙа елдереп кенә йөрөгән юлдан вездеходһыҙ үтеп тә булмай. Заманында, Красноусол леспромхозы беҙҙең яҡта урман ҡырҡҡан дәүерҙә һалынған автомобиль юлынан, урман баҫып, һыуҙар йырып, тик иҫтәлектәр генә тороп ҡалған, хатта унан иң иҫке УАЗиктарҙа үтергә ҡыйыулыҡ иткәндәр ҙә юҡ инде хәҙер. Шулай итеп, бөгөнгө көндә Белорет районына ҡараған Хәйбулла (Һаралы) һәм Баҡый ауылдарын ҙур донъя менән тоташтырған бәйләнеш сараһы булып бер Егәҙе-Баҡый юлы ғына ята. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа шул араны төҙөкләндереү буйынса район хакимиәте тарафынан байтаҡ эштәр башҡарыла. Һөрөп, таҙартып, таш һалып шул юлды ярайһы уҡ ҡатырҙылар. Еҙем йылғаһы аша тимер-бетондан капиталь күпер һалынды, үтә ҡатмарлы урындарға торбалар һалынып, юл аша үткән һыу ағымдары рәтләнде, хатта тәбиғи аяуһыҙлыҡтан үҙҙәренең еңел машиналарын йәлләмәгән инсандар шуларҙа төрлө йомош менән ауылға ла барып әйләнәләр хәҙер. Тик ул юлды ла, булды, тип ташлап ҡуйырға ярамай, әлбиттә, уны йыл һайын ҡарап, нығытып тороу фарыз.
Әйткәндәй, беҙҙең яҡтағы халыҡта әкиәтме, лаҡапмы рәүешендә, шундай бер хәбәр йөрөй. Имеш, беҙҙең тарафтар аша ҡасандыр Совет заманында уҡ асфальт юл (!) һалынған. Ҡағыҙҙа. Хатта ҡайһы бер карталарҙа, джипиэста күрһәтелгән, тиҙәр. Шуға ышанып, беҙҙең яҡты белмәгән ҡайһы берәүҙәр үҙ машиналарында беҙҙең ауылға барып керәләр ҙә, “Ҡайҙа бында шундай шоссе?” - тип һорашып йөрөйҙәр икән һаман да...
Һүҙемде артабан һөйләр хәлдәргә ялғар өсөн үҙем менән булған бер мәрәкәне бәйән итәйем әле. Бынан күп кенә йылдар элгәре ғаилә менән Сочиға ялға барғайныҡ. Ул саҡта бөгөнгө көндә бөтә донъяға билдәле “Красная Поляна” һәм башҡа мәшһүр ял-сәхифә, спорт урындары ҡағыҙҙа ла юҡ инеләр. Улар һуңынан барлыҡҡа килделәр. Бер көндө беҙ ятҡан ҡунаҡ йортоноң хужаһы беҙҙе һәм тағы ла унлап кешене үҙенең газеленә тейәп, шул тирәләге төрлө “мөғжизәләрҙе” күрһәтергә алып китте. Беҙҙең яҡтарға тартым урман-таулы, йылға-инешле күренештәр. Батша заманында уҡ таш ҡаяларҙы кәйлә-көрәктәр менән тишеп, ҡырҡып һалынған, бик бейек һәм ҡурҡыныс урындарҙан үтеү күңелгә ныҡ тәьҫир итте. Туҡталыш һайын ниндәйҙер бер урынға кереп сығабыҙ, унда һыра һаталармы, йә йонсоп бөткән ҡырағай хайуандар менән фотоға төшөрәләрме, умарталыҡмы, һарыҡ көтөүеме, айырыуса матур күренешле урынмы... Әлбиттә, ҡайҙа ла түләүле, аҡса түләгән ерҙә мыҡты кәүҙәле һаҡсылармы, күҙәтеүселәрме торалар. Шуға ла төркөм ыңғайына мәжбүри рәүештә тиерлек, бөтә тейешле урынға ла керәһең, түләйһең (мин умарталыҡ күрмәгәнме лә, һарыҡ күрмәгәнме?). Шулай йөрөй торғас, уттай эҫелә арып-талсығып, автобус туҡталышынан киткән ярайһы уҡ текә, таҡыр юлдан “Девичьи слезы” тигән шарлауыҡты күрһәтергә алып барҙылар беҙҙе... Әпәт түләү. Нимә күрәм: бите үлән менән ҡапланған беҙҙәге йорт дәүмәлендәй генә бер ҡая. Уның ҡарауы, ҡая аҫты килешле генә итеп бетонланған, кәртәләнгән, таҙа, таҡыр. Һәм шул ҡая битенән онотҡанда бер генә тамсылап һыу аға?! Ә ҡайҙа бында шарлауыҡ? Баҡһаң, “Девичьи слезы” тигән шаҡ ҡатҡыс шарлауыҡтары шул икән! Ҡыҫҡаһы, әллә көлөргәме, әллә иларғамы белмәйенсә, үҙемде алданғандай тойоп килеп сыҡтым шунан.
Ундай “мөғжизәләрҙе” үҙемдең тыуған яғымда боролош һайын табам мин...
Йәғни, бай сәйәхәтселәр күп йөрөгән тарафтарҙа йәшәгән ерле халыҡ шулай итеп “һауанан” да аҡса эшләргә күнегеп бөткән. Ә беҙҙә туризм тармағы, мәҙәниәте төрлө сәбәптәр арҡаһында үҫешмәй ҡалған. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙәге иҫ китмәле матур, хозур күренештәрҙе, тәбиғәт үҙенсәлектәрен, мөғжизәләрен килгән-киткән сәйәхәтселәргә ысын мәғәнәһендә һата белмәйбеҙ һаман. Мәҫәлән, Елмерҙәк итәгендәге ҙур ғына Сумған һыуының көтмәгәндә генә ер аҫтына төшөп юғалыуы үҙе ни тора? Унан да бигерәк, Еҙем һынлы Еҙемдең бер урында тау аҫтына кереп батыуы ла, шул тауҙың арғы яғынан урғылып кире ер өҫтөнә сығыуы!? Ә баш сөйөп ҡарауға кәпәс төшөрлөк аҡ ташлы бейек ҡаялар, улар төбөндәге аждаһа ятырлыҡ тәрән ҡара ятыуҙар, көмрө тауҙар, хәтфә туғайҙар, ысыҡтай таҙа һыулы бихисап шишмә-инештәр... Тау араларында, ҡаяташтарҙа күпме тау ҡаптары, йәғни, эреле-ваҡлы мәмерйәләр, тау тишектәре. Әйткәндәй, бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенең урыҫса атамаһы (Капова пещера) ана шул “тау ҡабы” тигән башҡорт һүҙенән килеп сыҡҡан да инде, ә бер ҙә “капель” (мәмерйә түбәһенән тамсылап тороу), йә “капище” (урыҫса, боронғо донъя кешеләренең изге һаналған табыныу урыны) түгел. Башҡортса “ҡап” (коробка) - ул ҡаплау, ҡаплаулы, ҡабыҡ (бөтә яҡтан да ҡаплы, ышыҡ, йәшерен урын) тигән мәғәнәлә. “Мәмерйә” һүҙе ҡайҙан килеп йәбешкәндер тәбиғәттең ер аҫты донъяһына, тик беҙең яҡта уны борондан “тау ҡабы” тип йөрөткәндәр. Мәҫәлән, Баҡыйҙан көньяҡҡа табан ун саҡрым алыҫлыҡта борон Ирмәк атамалы ауыл булған. Шул тирәлә ҡайҙалыр бик ҙур тау ҡабы булыуы хаҡында беҙҙең халыҡ һаман да онотмаған. Уның керер ауыҙы бик бәләкәй булып, эсендә иһә һыбай үтерлек киң, иркен, тармаҡ-тармаҡ залдары бар, имеш, улар төрлө яҡҡа тиҫтәләрсә саҡрымдарға һуҙылған. Урындағы башҡорттар борон-борондан шунан файҙаланғандар төрлө маҡсаттан, әммә боронғолар киләсәк быуынға уның серен тапшырмағандар һәм ул мәмерйә юғалып ҡалған. Булмаҫ, тимә. Юҡҡа ғынамы ни башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ер аҫты батшалыҡтары, шунда йәшәгән иргәйелдәр, сәмреғоштар һ.б. ғилләләр күп урын алғандар.
Ә Башҡортостанға сәфәргә йөрөү, беҙҙең яҡтарға килеп ҡымыҙ һәм башҡа дауалар алыу батша заманында уҡ киң таралыу тапҡан булған. Урыҫ мәҙәниәтенең билдәле эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән яҙыусылар Л.Н. Толстой, Н.А. Некрасов, И.С. Тургенев, А.П. Чехов урындағы халыҡтың ихласлығына, таҙалығына, әхлаҡи юғарылығына һоҡланып, һуңынан үҙ яҙмаларында тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырғандар. Совет осоронда ла, мәҫәлән, мин бала саҡта, Еҙем йылғаһы буйлап йәйҙәрен бик күп “ҡырағай туристар” ағып төшөрҙәр ине. Ҡайһы бер экстремалдар бындай сәйәхәт өсөн яҙғы ташҡын осорон һайлап, ара-тирә хатта шунда һәләк булып та ҡуйҙылар.
Ә бөгөнгө көндә инде Еҙем йылғаһы буйлап сәфәр итеү дәүләт тарафынан “рәткә һалынды”, ниһайәт. Күптән түгел генә беҙҙең тарафтарҙа асылған “Еҙем” тәбиғәт паркы хаҡында был һүҙем. Күпмелер ваҡыт элгәре республикабыҙҙа иң хозур тәбиғәт төйәге, иң экологик тараф, иң таҙа һәм матур Еҙем йылғаһы тип һоҡланып тел шартлатҡан ерҙәрҙән йәйҙәрен сиған күселәй булып төркөм-төркөм бихисап халыҡ йөрөй хәҙер. Быға ҡәҙәрем һыуҙарҙа эркелеп йөҙгән бәрҙе, ажау, шамбы балыҡтарын төрлөсә “цивилизацион” ысулдар менән ҡыра торғас, уларҙан елдәр иҫте, заманында тәрән ятыуҙарҙа йәшәгән ҡыҙыл балыҡтарҙан (таймень) иҫтәлектәр генә тороп ҡалды. Тик таҙа һыуҙа ғына йәшәгән ҡыҫалалар, мыжғып торған ваҡ сабаҡтар осраҡлы күренешкә әүерелделәр. Баҡый һәм Хәйбулла ауылдары тәңгәлендәге Еҙемдең үрге ағымында йәй көндәрендә кәмәләрҙә аҡҡан, йәиһә йөкмәнешеп йәйәү үткән замана сәфәрселәренән йылға буйы мыжғып тора, ә уларҙы ҡарау, тейешенсә хеҙмәтләндереү өсөн бер ниндәй ҙә инфраструктура булдырылмаған һаман. Ара-тирә таҙартыу эштәре уҙғарылһа ла, һыу буйы йылдан-йыл аҡрынлап сүпләнә, бысрана бара, бының менән меҫкен Еҙемдең яҙғы-көҙгө ташҡындары ғына көрәшә, тик, ҡыҙғанысҡа, улар ҙа әүәлгеләй көслө түгелдәр, сөнки глобаль климат үҙгәреүҙәнме, әллә Совет заманындағы леспромхоздарҙың эргә-тирәләге урмандарҙы аяуһыҙ ҡырыуынанмы, йылға-шишмәләрҙең һыуы ла күпкә кәмеп бөткән инде хәҙер. Хатта шунда тәртип һаҡлаған һаҡсылар өсөн көн насарҙа кереп-ятырлыҡ бер торлаҡ та ҡоролмаған, улар йәмәғәт транспорты менән тәьмин ителмәгән. Өҫтәүенә, әҙәм башынан сыҡҡан тағы ла бер сәйер ғиллә: “Еҙем” тәбиғәт паркы шул атамалы йылғаның тик уң ярын ғына биләй, ә йылғаның һул яры иһә парк биләмәләренә кермәй, имеш?! Ә йылға бит берәү һәм ул ҙур ҙа, киң дә түгел. Сәфәр маршруты ла шунан үтә. Тимәк, уң ярҙа тәбиғәт паркының ҡанундарына яраҡлы рәүештә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡланырға тейеш, ә һул ярҙа нисек тә ярай?!
Әлеге ваҡытта Баҡый ауылында ун биш хужалыҡ тороп ҡалған, уларҙа барлығы утыҙ бер кеше, күпселеге илле, алтмышҡа аяҡ баҫҡандарҙан. Хужалыҡтар ныҡлы, халыҡ мал, умарталар тота, күптәре хаҡлы ялда инде. Балалар, ейәндәр, ваҡыттары булып форсат тапҡанда, ҡайтып-китеп йөрөйҙәр ауылға. Тамырҙары ауылдан булып ҡырҙа йәшәгәндәр ҙә, бигерәк тә йәй айҙарында, өҙлөкһөҙ генә килеп-китеп йөрөйҙәр, онотмайҙар. Күрше (10 саҡрым) Хәйбулла (Һаралы) ауылында ла өс йорт бар, йәйҙәрен “дачниктар” ҡайтҡан саҡта унда ла халыҡ артып китә. Шөкөр, юл рәтһеҙлегенән элекке һымаҡ йөкмәнешеп Егәҙе менән Баҡый араһындағы утыҙ саҡрымды йәйәү үтеү юҡ, тиерлек инде хәҙер. Йәйге селләлә лә, ҡышҡы һалҡында ла беҙҙең яҡ халҡының төп транспортына әүерелгән УАЗиктарҙа, хатта еңел машиналарҙа ла килеп етәләр. Һуңғы йылдарҙа район һәм урындағы Егәҙе ауыл хакимиәттәре беҙҙең тарафты онотмайҙар, ҡышҡы бурандарҙа, көҙгө-яҙғы бысраҡтарҙа тракторҙар ебәреп ауылыбыҙҙы “цивилизация” менән тоташтырған берҙән-бер юлға “урман үҫергә” бирмәйҙәр. Әммә ләкин властарҙың ҡағыҙ-ҡиәмәте лә күп, закондары ла ҡатмарлы, улар бит бүстәк кенә бер мәшәҡәт тыуғанда ла иң башта дөкәмит яҙырға, иҫәп-хисап ҡылырға керешәләр. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элгәре ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү буйынса башланған программаға ярашлы, Баҡый ауылы ҡәберлектәрендәге кәртәләрҙе яңыртыу буйынса эш башланғайны. Быға тейешле аҡса бүленде, шунан һуң байтаҡ ҡына ваҡыт һуҙымында был эште атҡарырға риза булған подрядчик таба алмайынса аптыранылар. Шунан, үзбәктәрҙән торған эшселәр төркөмө килеп, Алабейә тауындағы зыяратты тимер бағаналар, металл селтәр менән кәртәләнеләр. Тик, ниндәй ғиллә менәндер, ней, арыу эшләп йөрөгән теге үзбәктәр Хоҙайҙың бер көнөндә эштәрен тамамламайынса ҡайҙалыр һил булдылар ҙа, бағаналарҙың төптәре проектта ҡаралғанса бетонланмайынса тороп ҡалды. Һаман торалар шул килеш. Ҡыҫҡаһы, эш судҡа барып етте, подрядчик булып килгән эшҡыуарҙы яуапҡа тарттырҙылар, артабан нимә булыр... Баҡый ирҙәре үҙҙәре сығып, булған төҙөлөш материалдары менән шул эште ике-өс көндә осларға әҙерҙәр ҙә, тик тейергә ярамай, сөнки хөкүмәт эше. Уның ҡарауы, Йыуанташ тауы артындағы икенсе зыяратыбыҙ әллә ҡасан уҡ ауыл халҡы тарафынан кәртәләнеп, таҙартылып, хәсрәте бөттө хәҙер. Башта алыҫтамы-яҡындамы йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙан етерлек аҡса йыйналды, унан материал табылды, ә кәртәләүгә ҡалғанда инде, бер көндә һөйләшеп дәррәү сыҡҡан халыҡҡа эшме шул?
Үҙеңдең дәрт-дарманың да, форсатың да барҙа хөкүмәткә көнөң ҡалмаһын, тигән йәһәттән тағы бер миҫал. Бынан бер нисә йыл элгәре Ҡуртиҙе йылғаһы кисеүенә күпер һалыу ниәте менән ҡаланан ике бетон торба килтереп бушатҡайнылар. “Ҡалған эшкә ҡар яуа” тигән мәҡәлгә һәйкәл булып һаман да аунап яталар шунда ул нәмәләр. Тотоноп киткәндә ике көнлөк эш бит инде, әммә ләкин...
Ошо һығымталарҙан сығыпмы, Егәҙе-Баҡый араһында йылда ла яҙлы-ҡышлы оло бәлә ҡубарған ҡайһы бер урындарға башҡа күҙлектән ҡарарға хәл ҡылды был юлы баҡыйҙар. Ауыл старостаһы Р.Й. Аллаяров тәҡдиме менән, ауылдаштарҙан аҡса йыйырға булдылар тәүҙә. Тап ошонда бәйләнеш һәм элемтә өлкәһендәге юғары технологиялы саралар үҙ һүҙен әйттеләр ҙә инде. Оло ил киңлегендә тырым-тырағай таралған Баҡый тамырлы инсандарҙан смартфондар ярҙамында тиҙ арала байтаҡ ҡына аҡсалата мөлкәт тупланып та ҡуйылды, хатта, һуңғараҡ, инициатор быға сик ҡуйыр өсөн махсус мөрәжәғәт ҡылырға мәжбүр булды. Артынса, төҙөләсәк күперҙәр өсөн кәрәкле материалдар табырға ҡалды. Ә бының өсөн төп төҙөлөш сараһы булып нимә тора беҙҙең яҡта? Ағас, әлбиттә. Улар өҫкә ауырҙай булып янда ғына ултыралар ҙа, тик хужалары башҡа. Бына шунда бар ғүмерен урман эшенә арнап, Егәҙе лесничествоһынан хаҡлы ялға киткән ауылдашыбыҙ Р.С. Ғилмановтың шанлы абруйы үҙ һүҙен әйтте лә инде. Күптән түгел генә ауыр сирҙән арынып, саҡ аяғына баҫҡан кешегә тыуған ауылы мәшәҡәтен үҙ иңенә күтәреп һалыуы ниндәй биҙа икәнде үҙ башынан уҙғандар ғына аңлайҙыр. Нимә ҡылғандыр Рауил Солтан улы, кемдәр менән нисек итеп килешкән дә һөйләшкәндер, быны ул үҙе генә белә. Һөҙөмтәлә, төҙөләсәк күперҙәрҙән алыҫ та булмаған урындарҙан етерлек ағас бүленде. Ул да булманы, ҡыш аҙағы ла етте. Тағы бер-ике аҙна мыштырлап ултырғанда, боҙҙар төшөп йылғалар яҡын да бара алмаҫлыҡ булып таша башлаясаҡ һәм ауыл тамам юлһыҙ ҡалып, ҙур донъя менән бәйләнешһеҙ ҡаласаҡ, кәмендә ярты айға, һәр йылдағыса. Тик һаман төптәрендә ултырған бүлендек ағастар үҙҙәре килеп ятмаҫтар бит һыу ярына ла, йәки, бик теләгәндә лә, улар, йығып, үҙ елкәңдә ташырлыҡ түгелдәр. Трактор кәрәк. Һәм бына ул! Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Р.Р. Яныбаевтың еңел ҡулынан һәм оҫта тракторсы Р.Х. Аҙнабаев “дилбегәһендә” көрәкле-һөйрәкле зәңгәр "Беларус" тракторы яҡшы аттай елдереп килеп тә етте төҙөлөш урынына! Ул ғына ла түгел, Егәҙе ауыл советы депутаты Д.М. Сафуанов үҙенең күпте күргән ДТ-75 тракторында көтмәгәндә генә хасил булып, төҙөлөш тирәһен ҡар-боҙҙан таҙартып та ҡуйҙы! Ауыл хакимиәте яғынан шундай ярҙам, әүҙемлек булғанда, Баҡый ауылы ирҙәре, боронғо замандарҙа оранға күтәрелгән ырыу яугирҙары һымаҡ, шундуҡ бысҡы-балталарын ҡулдарына алып, берҙәй булып һыу буйына йүнәлделәр... Билдәле, уларҙы урман, ағас эшенә өйрәтеп, күрһәтеп тороу кәрәкмәй. Бер көн эсендә бүленгән ағастар оҫта ағас йығыусы Д.С. Әминев тарафынан ҡырҡылып, ботаҡтарынан арындырылып, тракторҙар менән төҙөлөш урынына ташып алындылар һәм балта оҫталары И.Б. Вәлиев, А.Х. Мырҙабаев, Х.А. Әхмәҙиев, У.Ф. Баҡыев, Ф.Х. Ишмырҙин, И.Ф. Йомағужин, И.З. Ғафаров, И.М. Фәйзуллин, Ә.Ҡ. Фәйзуллин ҡулдарынан кәрәгенсә юнып-сапҡылап, тейешле хәлгә еткереп тә ҡуйҙылар. Барса эш-ҡылмышты, кәрәк-яраҡты күҙ уңында тотоп, шуларҙы хәл ҡылып йөрөгән ауыл башлығы Р.Й. Аллаяров өмәселәрҙең ашау һәм ял итеү мәсьәләһен дә алдан ҡарап ҡуйған. Ашнаҡсы М.Ф. Исмәғилев эш башланыу менән усағын тоҡандырып оло ҡаҙан элде, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән, һауыт-һабанан табын яһап, эшселәрҙе кәрәк мәлдә туйындырып-һөйөндөрөп өлгөрҙө. Ул да булманы, ҡырҙан ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән ауылдаштарыбыҙ И.С. Шәрипов, Ф.Ф. Зөлҡәрнәев, И.З. Лоҡманов, И.У. Лоҡманов юлдарынан туҡтап өмәгә ҡушылдылар, ауыр эштә уларҙың да ҡул көстәре бер ҙә артыҡ тойолманы. Халыҡ ҡуҙғатҡан шундай оло эш башланыуын ишетеп, ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ Р.Ф. Ғилманов (Белорет), У.С. Әминев (Егәҙе) йорттарындағы үҙ эштәрен ташлап килеп еттеләр. Хатта, сырхау булыуына ҡарамаҫтан, Ғилманов Рауил Солтан улы ла изге йәндәй пәйҙә булды бер саҡ төҙөлөштә. Өйҙә ятырға йөрәге түҙмәгәндер инде.
Шулай итеп, өс көн эсендә ике күперҙе ҡороп та ҡуйҙылар баҡыйҙар. Күҙ ҡурҡа - ҡул эшләй. Шундай шәп булғастар, ниңә ул күперҙәрҙе күптән үк һалмағандар, тигән һорау тыуыр, бәлки, ҡайһы бер уҡыусыларҙа. Әйтергә кәрәк, был кисеүҙәрҙең үҙҙәренә генә хас “әтнәкәләре” бар. Сырышҡы йылғаһы йәйге селләлә бөтөнләй тиерлек ҡороп, уның барлығы ла беленмәй башлай. Ә көҙгө ямғырҙарҙа, яҙғы ташҡындарҙа йыш ҡына үткеһеҙ һыуға әүерелә. Ә ҡышҡы һалҡын көндәр минус егерме биш, ҡырҡҡа еткәндә, сөбөрләп кенә ағып ятҡан был һыу төбөнә төшкәнсе туңа ла үҙ-үҙенә быуа яһай, тап кисеү өҫтөндә боҙло-ҡарлы күл барлыҡҡа килтереп, юлсыларға оло бәлә тыуҙыра. Унда машиналар батып, кешеләр һыуланып, һуңынан туңған техниканы ҡотҡарып, ҙур мәшәҡәт ҡуба ҡыш өҫтөндә. Быға тиклем ҡыштар сағыштырмаса йылы булдылар, шуға ла был йылғаның шундай ғилләһе бер аҙға онотолоп торғайны. Ә уҙған ҡышта боронғолай сатлама һыуыҡтар беҙҙең яҡта бер нисә ҡат ҡабатланды һәм бына... Ҡуртиҙе йылғаһы иһә ҡышҡы һалҡында шәреләнеп, ҡатлы-ҡатлы булып туңа ла, һуңынан убыла, вездеходтар ҙа күтәрелә алмаҫлыҡ текә боҙ ярлы юл аламаһына әйләнә.
Ә Баҡый менән Хәйбулла (Һаралы) ауылы аралығын һөйләргә инде бер кемдең дә һүҙ байлығы етмәҫтер, тим. Шуға ла хәбәрҙе ҡыҫҡараҡ тотайыҡ. Бәләкәй Шешәнәк һәм Оло Шешәнәк йылғалары унда тиҫтәләгән кисеүҙәр хасил итәләр. Уларға күпер һалып еткерермен тимә. Юл - канау... Уның ҡарауы, ике ауылды айырып ятҡан бик текә һәм бейек Ҡалыу тауы аша уҙған боронғо һуҡмаҡ бар. Йәйәүләп үтерлек кенә. Тауҙы артылып төшкәс, ул да Ошо Шешәнәк ярына илтә. Борон һалынған ағас күпер сереп ҡыйралған. Әммә, өс йортҡа ғына ҡалһа ла, утарҙы ҡарау фарыз. Быйыл Баҡый ауылы башлығы Р.Й. Аллаяров һәм Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Р.Р. Яныбаев әүҙемлеге менән аҫмалы күпер ҡоролдо бер ыңғайҙан шунда. Көҙҙән ергә бағаналар ҡаҙып ултырттылар, хакимиәт 200 метр ҡорос канат йүнләне, Егәҙе эшҡыуары, Һаралы тамырлы Р.Р. Вәлиев бер кубометр таҡта бүлде. Шул төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын хакимиәт тракторы менән Баҡыйға илтелде һәм эшҡыуар Р.Х. Әхмәҙиев, йылға кисеүҙәре менән юл бысрағы һалҡынында туңып ҡатҡас, уларҙы төҙөлөшкә илтте үҙенең тауҙай елле “Урал”ында. Ҡалғаны иһә эштән ҡурҡмаған беҙҙең ауыл ир-егеттәре өсөн уйын булғандырмы, әллә эшме... Беҙҙең яҡтарҙа ғүмер баҡый күрелмәгән, көслө елдә елберләп торған ғәләмәт килеп сыҡты, әлбиттә, ташҡындарҙа уның аша тик айыҡ килеш кенә йөрөү мәғҡулдыр, юғиһә, Алла һаҡлаһын... Барыбер, нисек кенә булмаһын, күпер - күпер инде, ике ауыл араһы бөтөнләйгә өҙөлөрлөк түгел хәҙер.
Һығымта итеп шуны әйтке килә: урындағы хакимиәт һәм ауыл халҡы бер тормош менән йәшәһәләр, тауҙар аҡтарырға булалыр. Юғиһә, йыш ҡына, йә хакимиәтте урынынан ҡуҙғатып булмай, йәиһә, ул ҡуҙғалған хәлдә лә, үҙ-ара боҙолошоп, низағлашып бөткән ауыл халҡын дөйөм эшкә йыйып алырмын тимә. Барыһын да хөкүмәткә япһарып ултырғансы, булған дәрт-дармандан, форсаттан файҙаланып, уртаҡ тормош-көнкүреште берҙәй булып күтәреүгә нимә етә? Беҙҙең башҡорт халҡында борондан килгән өмә традицияһы ла тамам һүнмәгән бит әле, ваҡыты-ваҡыты менән “уянып”, тик ыңғай тәьҫорттар ғына ҡалдыра.
Шунан сығып, баҡыйҙарҙың күҙаллауында уртаҡ тормоштағы тағы ла бер нисә мәсьәлә тора әле. Берҙән, ауыл буйлап аҡҡан Ҡужай йылғаһы аша күперҙе яңыртыу фарыз. Икенсенән, эргәләге Бәләкәй Шешәнәк йылғаһы, йәйге көндәрҙә балтырҙан ғына кисеп сығырлыҡ булып һайыҡһа ла, көҙгө һәм яҙғы ташҡындарҙа үҙе аша күпер һалыу кәрәклекте иҫкә төшөрә. Һәм әлеге лә баяғы Еҙем буйындағы Мүнтәк тамағы... Унда, яҙғы ташҡында, йылға юл аша һуғып, тау аҫтындағы ғүмере ҡоромаҫ һаҙлыҡ менән тоташа ла, кәмә йөҙөрлөк күл яһай...
Раят Вәлиев,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.