Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Июнь , 15:08

Юлдар ямала

Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Инйәр участкаһы хеҙмәткәрҙәре соҡорҙарҙы ямау эштәрен алып бара.

Юлдар ямала
Юлдар ямала

- Эштәрҙе май аҙағында башланыҡ һәм июнь аҙағына тамамларға ниәтләйбеҙ. Ремонт автомобиль юлының 141-172-се саҡрым участкаһында атҡарыла.

Бригадала 10 кеше, ике “КамАЗ” машинаһы һәм бер “Валдай” бар. Асфальтты Белорет асфальт-бетон заводынан ташыйбыҙ.

Беҙ, ремонт эштәренә бәйле водителдәрҙе автомобиль юлдарындағы ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә, тиҙлек режимын һаҡларға, иғтибарлы булырға саҡырабыҙ, - тине мастер Булат Игзаков.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: