Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июнь , 16:05

Һәйкәл яны матурлана

Бер төркөм актив йәмәғәтселәр, репрессияланғандарҙың балалары 22 июнь – Хәтер һәм иҫкә алыу көнө алдынан сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл алдын матурлау һәм ошо ҡасабанан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙы иҫкә алыу йәһәтенән өмәгә сыҡты.

Һәйкәл яны матурлана
Һәйкәл яны матурлана

 

- 1930 йылда махсус ҡасабала, күп кенә тотҡон ғаиләләр кѳн иткән. Эшселәрҙең байтағы заводта эшләй, бәғзеләре яңы цехтар, барактар тѳҙѳй, ағас ҡырҡыу эштәренә йәлеп ителә. Күптәре аслыҡтан, ауырыуҙан, ҡышҡы һыуыҡтарҙан, ауыр хеҙмәттән үлеп ҡала. Улар урынына яңылары килә. Бѳйѳк Ватан һуғышына бынан 100 кеше фронтҡа алына. Уларҙың күпселеге иҫән-имен әйләнеп ҡайта, ҡайһы берҙәре ил именлеге өсөн көрәшеп, батырҙарса һәләк була.

Эштәрҙе тамамлағас, һәйкәлгә сәскәләр һалып, сәй эсеп, доғалар ҡылып, уларҙы иҫләп, бер минут тынлыҡ иғлан итәбеҙ. Ҡөрьәндә бер сынаяҡ сәй менән дә ата-бабаларҙы иҫкә алыу ҙур һауап тиелгән.

Яҙын һәйкәлдең тирә-яғын түшәү өсөн ҡара ер килтереүҙәрен һорап, ҡала хакимиәте башлығы Евгений Пономаревҡа мөрәжәғәт иттем һәм 30 апрелдә ер килтерелде. Тупраҡты таратырға бөгөн икенсе тапҡыр йыйылдыҡ.

Бөгөнгө көндә башҡорт халҡының ете тажлы ҡурайы символы булған - ете имән ағасы үҫә, шулай уҡ шыршы, ҡарағай үҫентеләре бар. Киләсәктә һәйкәлгә кәртә эшләү идеяһы менән янам,- ти актив йәмәғәтсе, репрессияланғандың балаһы Риф Шакиров.

Өмәлә Лидия Репина, Геннадий Шамиданов, Фәрит Шәмсүбәров, Фәниә Шакирова, Мәжғүдә Демьянова, Клавдия Ильясова, Сәкинә Килдина, Антонина Горбатова, Федор Малахов, Риф Шакиров һәм Михаил Орлов ҡатнашты. Улар махсус ҡасаба тарихында золом ҡорбандарының, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының да ѳлѳшѳ барлығы тураһында йәш быуын белеп үҫеүен теләне.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: