Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Сентябрь , 15:50

Кескәй пациенттарға уңайлы шарттар

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының педиатрия бүлегендә ремонт эштәре тамамланды.

Кескәй пациенттарға уңайлы шарттар
Кескәй пациенттарға уңайлы шарттар

Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Гревцев, баш табип вазифаһын башҡарыусы Илмир Фәтҡуллин, үҙәк район клиник дауаханаһы баш тибибының балалыҡ буйынса урынбаҫары Миләүшә Шакирова, Мәскәүҙең “Лаки” хәйриә фондының попечителлек советы ағзаһы, Башҡортостан төбәк хеҙмәттәшлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Антонина Миненко өс ай эсендә атҡарылған  ремонт эштәре менән яҡындан танышты.

Хәтерегеҙҙәлер, июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм “Лаки” хәйриә фондының попечителлек советы ағзаһы Антонина Миненко булып киткәйне. Шул саҡта бәләкәй пациенттар өсөн яраҡһыҙ бүлмәләрҙә ремонт эштәре үткәрергә ҡарар ителде.

Хәйриә фонды көсө менән педиатрия бүлегендә ҙур күләмдә ремонт эштәре эшләнгән: уйын бүлмәһе өсөн бөтә кәрәкле йыһаз һәм балалар йоҡо кәрәк-яраҡтары, шул иҫәптән яңы матрастар, юрғандар һәм мендәрҙәр һатып алынған. Бөгөнгө көндә бында балалар өсөн уйын бүлмәһе, ата-әсәһе баш тартҡан балалар өсөн палата, ике ванна-кер йыуыу бүлмәһе һәм дүрт палаталы ике бокс ремонтланды, мебелдәр, сантехника алыштырылды.

Бынан тыш, депутаттар дауаланған бәләкәй пациенттар өсөн китаптар, уйындар һәм уйынсыҡтар йыйыуҙы ойошторған. Акцияның кураторы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров. Әйткәндәй, хәйриә акцияһында Кушнаренко районынан 9 йәшлек Амаль ҡатнашҡан. Малай Белореттағы кескәй пациенттар өсөн уйынсыҡтар йыйыуҙарын ишетеп, шәхсән ҡоролтай ағзаларына мөрәжәғәт иткән һәм улар аша бүләктәрен тапшырған. Йәш ирекмәнгә үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре изге эше өсөн рәхмәт белдереп, бүләк әҙерләгән.

- 1977 йылда төҙөлгән педиатрия бүлеге бинаһы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған һәм ул ремонт үткәреүгә мохтаж. Дауахана етәкселеге менән берлектә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә ошо мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеү буйынса эш алып барабыҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа, етәкселеккә ремонт кәрәклеген билдәләп, хәйриә ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеүебеҙгә һәм быйыл балаларҙы дауалау шарттарын тиҙ арала яҡшыртыуға
өлгәшеүебеҙгә рәхмәтлемен.

Стационарҙың педиатрия бүлеге 51 койкаға иҫәпләнгән (45 педиатрия, 5 яңы тыуған сабый патологияһы, 1 паллиатив медицина ярҙамы). Бүлексә район-ара балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәге булып тора, бер йылда бүлектә Белорет медицина округына берләшкән Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил райондарынан 1,5 меңдән 2 меңгәсә бала дауалана, беркетелгән балалар һаны 61 мең тәшкил итә.

Быйыл Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы педиатрия корпусын капиталь ремонтлауҙың проект-смета документацияһын әҙерләүгә 2 миллион һум күләмендә аҡса бүлде. Шулай уҡ министрлыҡ педиатрия бүлеген йыһазландырыу өсөн бүлгән 2 млн. 032 мең һумға 17 функциональ, 30 медицина дөйөм дауахана, 4 неонаталь карауаттары, 22 тумба, 6 медицина шкафтары һатып алынды, - ти Илмир Фәнил улы.

- Белореттағы кескәй пациенттар өсөн педиатрия бүлегенә ярҙам талап ителеүе, ата-әсәләрҙең дауаланыу шарттарынан ҡәнәғәт булмауы, иҫке торбалар, раковиналар, уңайһыҙ матрастар һәм туҙған түшәк-юрғандар тураһында Интернет киңлектәре аша белдек. Тәү сиратта юрған, мендәр, матрас кеүек түшәк кәрәк-яраҡтары һатып алдыҡ. Июль айында үҙебеҙ килеп, бында тағын ниндәй эштәр эшләй алыуыбыҙҙы ҡараныҡ. Килешелгән ваҡытҡа барлыҡ эштәрҙе намыҫ менән атҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!

“Лаки” хәйриә фондының маҡсаты - балалар тиҙерәк һауыҡһын һәм дауаланған урындарында ярҙам һәм хәстәрлек күрһен өсөн бөтә ил буйынса дауаханаларҙа уңайлы шарттар булдырыу. Эшебеҙҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүләбеҙ, шуға күрә, тәү сиратта, беҙ улар өсөн палатаны ремонтланыҡ, шулай уҡ уйын бүлмәһен йыһазландырҙыҡ, унда бөтә бәләкәй пациенттар процедураларҙан буш ваҡытын үткәрә аласаҡ.

Иң төп маҡсаттарҙың береһе булып бик насар торошта булған кер йыуыу, ванна бүлмәләрен төҙөкләндереү ине. Уларҙа барлыҡ санитар-техник ҡоролмаларҙы яңырттыҡ, иҙәненә линолеум түшәнек, плиткалар һалдыҡ. Уйын бүлмәһе өсөн ҡорған, гардин, мебелдәрҙе үҙебеҙ һайланыҡ һәм Мәскәүҙән маркет-плейс компаниялары арҡылы Белоретҡа ебәрҙек.

Ремонттың һөҙөмтәһен үҙ күҙҙәребеҙ менән килеп күрҙек һәм бик шатбыҙ. Хәҙер кескәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡәнәғәт булыр тип ышанам, - тине Антонина Миненко.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: