Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Декабрь 2024, 16:11

Мәҙәни үҙәккә ҡыйыҡ кәрәк

Мәҙәни үҙәккә ҡыйыҡ кәрәк.

Мәҙәни үҙәккә ҡыйыҡ кәрәк
Мәҙәни үҙәккә ҡыйыҡ кәрәк

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы - иң яҡшы республика программаларының береһе, уның ярҙамында күп эштәрҙе тормошҡа ашырырға, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итергә мөмкин. Быйыл Ишле ауыл советы йәнә был программанан ситтә ҡалманы һәм проектта ҡатнашырға ҡарар итте. Конкурс шарттары менән олойылғалар яҡшы таныш, сөнки йыл һайын тиерлек әүҙем ҡатнашалар.

Олойылға ауылы халҡы, йыйылышта мәҙәни-ял итеү үҙәге бинаһының ҡыйығын капиталь ремонтлау проектын тәҡдим итте. Унда, 1978 йылда төҙөлгәндән алып, бер генә тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Ҡыйыҡ яраҡһыҙ хәлгә килгән һәм капиталь ремонт кәрәк. Үҙәк бинаһында ауыл клубы, китапхана, мәктәп ашханаһы, магазиндар урынлашҡан. Ямғырлы көндәрҙә бүлмәләрҙә стеналарҙан һәм түшәмдән һыу аға. Шул сәбәпле бина эсендә эшләнгән ремонт тиҙ арала эшлектән сыға, буяу һәм штукатурка ҡойола башлай.

Мәҙәни үҙәктә ауыл, район һәм хатта республика әһәмиәтендәге саралар һәм концерттар йыш үтә. Мәктәп ашханаһында балаларҙы төшкө аш менән һыйлайҙар, мәҙәни-дини саралар үткәрелә.

Ауыл китапханаһына балалар ҙа, ололар ҙа теләп йөрөй. Унда төрлө акциялар, саралар ойошторола. Ошоларҙы иҫәпкә алып, мәҙәни ял үҙәгенә яүы ҡыйыҡ эшләргә кәрәк. Беҙ алдыбыҙға ҡуйған эштәрҙең “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы арҡылы тормошҡа ашырына ышанабыҙ.

Программа сиктәрендә мәҙәни саралар - Әсә көнө байрамы үткәрелде, “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһында ҡатнашабыҙ, мобилизацияланғандар өсөн окоп шәмдәре эшләйбеҙ, ҡалала IMOM’S интеллектуаль аҡыл уйынында ҡатнаштыҡ.

Рәмзиә ӘПҠӘДИРОВА.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: