Был сара сиктәрендә тәртип һаҡсылары ҡаланың 20-се мәктәбенең махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған өлкән лейтенант Вадим Гавриков исемендәге кадет класы уҡыусылары менән берлектә ағас ултыртты.
Был акция тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөңдө индереү генә түгел, ә үҫеп килгән быуынға тәбиғәтте һаҡлауҙың һәм тыуған илгә һөйөүҙең мөһимлеген күрһәтеү мөмкинлеге лә булды.
Һалҡын һәм ямғырлы һауа торошо булыуына ҡарамаҫтан, үҫентеләрҙе ултыртҡан ваҡытта йылы, дуҫтарса мөхит хөкөм һөрҙө, акциялағы һәр ҡатнашыусы ҡалабыҙҙы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
“Йәшел Рәсәй” акцияһы төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе, тыуған яҡтың тәбиғәте хаҡында хәстәрлек күреүҙең һәр кемдең уртаҡ эше булыуын күрһәтте.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.