Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Октябрь 2025, 10:10

Юлдар тигеҙ  һәм хәүефһеҙ булһын

Юлдар һәр дәүләттең төп тармағы булып тора һәм ҡалалар, төбәктәр һәм кешеләр араһында бәйләнеш булдыра.

Юлдар тигеҙ  һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдар тигеҙ  һәм хәүефһеҙ булһын
Йыл һайын октябрь айында билдәләнгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө  сифатлы юлдар төҙөү һәм уларҙы һаҡлау өҫтөндә көн һайын эшләгән тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшенең мөһимлеген һәм әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һәр саҡрым, сифатлы трасса артында меңәрләгән үҙ эшенең һөнәрмәндәре тора: инженер-проектлаусылар, төҙөлөш бригадалары мастерҙары, механизаторҙар, эксплуатация хеҙмәттәре эшселәре... Улар теләһә ниндәй һауа торошо шарттарында ла - ҡар-ямғырмы, сатлама һыуыҡ йә йәйге селләме - үҙ иңдәренә һалынған бурысты тырышып үтәй.
 
Райондың юл хужалығы тарихына 1928 йылдың 18 октябрендә Тамъян-Ҡатай кантоны буйынса юл бүлеге (хәҙерге Белорет районы) барлыҡҡа килгән көндә нигеҙ һалына. Юл хужалығы структураһында 10 кешенән артыҡ кеше иҫәпләнмәй, улар барлыҡ эштәрҙе  ҡул көсө менән атҡара, юл йөкләмәһе индерелә һәм уға ярашлы халыҡ йылына алты көн бушлай эшләргә тейеш була.
 
Үҙ эшмәкәрлегенең башында, 1928-1930 йылдарҙа предприятиены Эдуард Хмелевский,  1930-1932 йылдарҙа Фридрих Гебель етәкләй. Төрлө осорҙа уға Евгений Карепанов, Николай Косолапов, Вячеслав Вдовкин, Анатолий Левичев етәкселек итә.
 
1932 йылда 253-сө юл участкаһы ойошторолғас, эшселәргә ағас ҡар таҙартҡыстар, юл участкаһы көсө менән эшләнгән башҡа механизмдар ярҙамға килә. Ҡырсынташты ҡул менән сығарыуҙы дауам итәләр, уларҙы арба-самосвалдар менән ташыйҙар.
 
Совет осоронда идаралыҡ яңы юл магистралдәрен төҙөүҙә мөһим роль уйнай. Интенсив төҙөлөш осоронда предприятиены етәкләгән Николай Косолапов ваҡытында ДСУ-6-ла (ул ваҡытта шулай тип атала) меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар вахта ысулы менән эшләй, яңы юлдар һәм төҙөлөш ҡаласыҡтары төҙөй.
 
1963 йылда Белорет юл бүлеге Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарын берләштерә.
 
1969 йылдан 2001 йылға тиклем бик күп юлдар файҙаланыуға тапшырыла. Мәҫәлән: Белорет - Учалы, Өфө - Инйәр - Яңауыл, Белорет - Ҡағы, Ҡағы - Иҫке Собханғол, Белорет - Магнитогорск һәм башҡалар.
1979 йылда асфальт-бетон заводы, битум һаҡлағысы, тимер юл тупигы төҙөлә, Александровский карьерында ваҡлау ҡоролмаһы ҡуйыла.
 
2003 йылдың 1 сентябренән был филиал Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тип үҙгәртелә. Ғөмүмән алғанда, юл тармағы үҫешкән осорҙа идаралыҡта 14 үҙгәртеп ҡороу үткәрелә.
 
Бөгөнгө көндә “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы - Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы алдында башҡа бурыстар тора. Төп магистралдәр төҙөлөп бөткәнлектән, күп иғтибар ремонт эштәренә бирелә. Был эштәрҙе атҡарыу өсөн идаралыҡтың йыл һайын 70 мең тоннаға тиклем асфальт-бетон ҡатнашмаһы сығарған, заман талаптарына яраҡлашҡан асфальт-бетон заводы бар. Заводта 35 маркалы ҡатнашма сығарыу мөмкинлеге бар, уларҙың сифаты үҙҙәренең аттестацияланған лаборатория тарафынан ҡәтғи тикшерелә. Сөнки 2023 йылдың 1 июленән асфальт-бетон ҡатнашмаһын етештереүҙең яңы стандарттары көсөнә инде һәм предприятие ошо талаптарға яуап бирергә тейеш.
Бөгөнгө көндә идаралыҡты 30 йылдан ашыу юл хужалығы өлкәһендә эшләгән, бай тәжрибәгә эйә етәксе - Александр Калинин етәкләй. Уның ҡул аҫтында 200 кешенән торған ҙур коллектив. Улар “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте ҡуйған талаптар һәм бурыстар комплексын, шулай уҡ территориаль заказды үтәй. 
 
Райондың географик һәм климат үҙенсәлектәре юлсыларға оло яуаплылыҡ ҡына өҫтәп ҡалмай, ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра. Әммә үҙ эшенә тоғро ҡалып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, улар йыл әйләнәһенә, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, автомобиль юлдарын юғары кимәлдә тотоуҙы тәьмин итергә тырыша.
 
- Быйылғы йылда Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тарафынан Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 5 саҡрымы,  Белорет - Учалы - Миәс юлының 2 саҡрымы яңыртылды. Шулай уҡ Белорет - Тирлән юлының 5 саҡрымына  асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлде. Киләһе аҙнала эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ һәм финанслау булһа, 2026 йылда Тирлән юлын беҙ норматив талаптарға ярашлы  тапшырырға тейешбеҙ.
 
Коллективта 200 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә кадрҙарға - механизаторҙарға, водителдәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Заманы шундай, бындай эшселәр хәҙер республикалағы, район-ҡалалағы бик күп ойошмаларға талап ителә. Шулай ҙа нисектер яйын табырға, эште дауам итергә, кешеләрҙе үҙебеҙгә йәлеп итергә тырышабыҙ. 
 
Техникалар һаны - 70, был парктың ҡайһылыр өлөшө даими рәүештә яңыртылып тора. Беҙ район-ҡаланан тыш өс йыл Учалы районын да хеҙмәтләндерәбеҙ.  Быйылғы йылда планлаштырылған ремонт эштәрен тамамланыҡ. Киләһе йылда дауам итәсәк объекттар, контракттар күп. Беҙҙең таулы районда юл хужалығы өлкәһендә һәр ваҡыт эш күп, иң мөһиме - техника, матди ярҙам ғына булһын.  
 
Ҡышҡа әҙерлек тулыһынса бара, материалдар әҙерләнә, техника ремонтлана. Яғыулыҡ һәм юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоу өсөн талап ителгән материалдар менән (ҡом, ҡырсын һ.б.) ойошма тәьмин ителгән. 
 
Уҙған ял-байрам көндәрендә тәүге ҡар яуҙы. Күптәр йәйге резинала оло юлға сыҡты. Беҙгә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Өфө - Инйәр - Белорет юлын ябырға тура килде. Йәғни 67-се саҡрымдан 222-се саҡрымға тиклем Архангел һәм Белорет райондарында бөтә төр транспорт хәрәкәте туҡтатылды. Юлдарҙы тейешенсә таҙартып бөткәс, хәүефһеҙ хәрәкәт итеү мөмкинлеге булдырылғас, юл бөтә транспорт төрө өсөн асылды. Был ваҡиға бөтә республикала ҙур резонанс тыуҙырҙы, әммә был кисектергеһеҙ һәм кәрәкле эш. Водителдәргә һауа торошона иғтибарлы булырға, ваҡытында ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсеүҙәрен һорайым.   
 
Оҙаҡ йылдар юл тармағы өлкәһендә эшләгән, остаз-ветерандарыбыҙ ҡасандыр беҙҙе эшкә өйрәтһә, хәҙер үҙебеҙ йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, юл хужалығы  хеҙмәтенең нескәлектәренә төшөндөрәбеҙ.   
 
Яҡынлашып килгән һөнәри байрамыбыҙ менән барлыҡ юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен,  ветерандарҙы ҡотлайым, иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, имен юлдар теләйем, - тине баш инженер Евгений Никитин. 
 
Эйе, беҙ юл хужалығы эшселәренең хеҙмәте арҡылы  уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек менән кинәнә алабыҙ, ә иҡтисад ышаныслы транспорт инфраструктураһы арҡаһында ғына үҫешен дауам итә ала.  Юл хужалығы көнөн билдәләгәндә беҙ ҙә был һөнәрҙең бөтә ил именлеге өсөн ни тиклем мөһим булыуын иҫкә төшөрәйек, юлдарҙа таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлайыҡ, эшселәрҙең хеҙмәтен хөрмәт итәйек! 
 
 
Автор: Расима Салихова
Читайте нас