

Конкурс июндә башланды. Был ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәр үҙ биләмәләрендә тәртип урынлаштырыуҙан тыш, уларҙы күркәмерәк һәм матурыраҡ итергә лә тырышты: улар йәшелләндереүҙә, флористикала, үҫемлектәрҙән декоратив композициялар булдырыуҙа һәм ландшафт дизайнында, шулай уҡ үҙенсәлекле арт-объекттар әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте.
Белорет металлургия комбинатының генераль директоры етәкселегендәге жюри ижади оҫталыҡ, һәр объекттың биҙәлеш кимәлен һәм эстетиклығын баһаланы. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде.
«Комбинатым - сәскә атыусы баҡса» номинацияһында бер тауыштан Гран-приҙы 10-сы цех коллективына бирҙеләр. Улар күләмле сәскә оазисын Башҡортостандың бай һәм төрлө тәбиғәте концепцияһында тәҡдим итте. Цех янындағы биләмәлә Башҡортостандың икһеҙ-сикһеҙ киңлектәре, йылғалары менән Урал тауҙары, тыуған төйәктең күп төҫлөлөгө урынлашҡан. Бынан тыш, коллектив сәскәләр батшалығының муртлығын металдан эшләнгән биҙәктең матурлығы менән тәбиғи берләштерә алған - үҙенсәлекле һәм матур килеп сыҡҡан.
«Тыуған көнөң менән, комбинат!» номинацияһында 12-се цех еңде. Оҫта металлургтар сағыу сәскәле газонда арт-объекттар: ағас тирмән, оялы ҡайын, фонтанлы яһалма быуа һәм ике фламинго урынлаштырған.
Энергия ресурстары етештереү цехы биләмәһе «Комбинаттың иң төҙөк биләмәһе» тип танылды. Төрлө төҫтәр, сағыу ҡуңыҙҙар (каскаларҙан) менән үткән йылғы альп тауына бал ҡорттары һәм бал мискәһе, әкиәт ҡоштары төшөрөлгән сәскә композициялары өҫтәлде. Өйҙәге кеүек матур килеп сыҡты.
Белорет металлургия комбинатының кадрҙар бүлеге алдында газонда административ-хужалыҡ тәьминәте бүлеге белгестәре әҙерләгән әкиәт урман геройҙары менән сәскәләр композицияһы «Иң яҡшы сәскә түтәле» булды.
Прокат цехы янындағы контроль һынауҙар бүлеге биләмәһе «Иң яҡшы декоратив ландшафт төркөмө» тип аталды. Бүлек хеҙмәткәрҙәре уны сағыу сәскә композициялары һәм тәбиғи материалдарҙан һындар менән төрлө дизайнер объекттары менән биҙәне.
11-се сым цехы янындағы биләмә «Иң яҡшы газон» тип танылды, быйыл прокат цехы «Биләмәне төҙөкләндереү буйынса хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыһы» ла булды. Уларҙың биләмәләрендә сәскә түтәлдәре лә бар.