

Ҡала өсөн яңы технология. Ағымдағы йылда хакимиәт тәрән фрезерлау технологияһы файҙаһына локаль «ямауҙарҙан» баш тартырға ҡарар итте.
- Былтыр ошондай ысул менән Туғандар урамын төҙөкләндерҙек. Быйыл 22 участка билдәләнде һәм эшкә тотондоҡ. Белорет халҡын тыныс һәм аңлау менән ҡарауҙарын һорайым. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар ҡотолғоһоҙ, әммә быны юлдарыбыҙ тигеҙ һәм хәүефһеҙ йөрөүгә яраҡлы булһын өсөн эшләйбеҙ, - тигән аңлатма бирҙе хакимиәт башлығы Азат Хәкимов.
Яңы алымдың асылы юл фрезаһын ҡулланыуҙан ғибәрәт, ул өҫкө ҡатламды биш сантиметрға тиклем тәрәнлеккә ҡырҡа. Иҫке асфальтты алып ташлағандан һуң туҙандан һәм сүп-сарҙан ентекле таҙартыла, шунан һуң ғына яңы ҡатнашма һалына. Был алым соҡорҙарҙы йәшереү генә түгел, ә нигеҙҙең йөк ташыу һәләтен тергеҙеү мөмкинлеген дә бирә, урамдың "ғүмерен" оҙаҡ йылдарға оҙайта.
Гранулдар шәхси секторҙа йәшәүселәргә. Проекттың мөһим социаль аспекты булып төҙөлөш сүп-сарҙарын утилләштереү тора. Фрезерлауҙан һуң алынған асфальт гранулят сүплеккә ебәрелмәй. Ул юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн шәхси секторға бүленә.
- Ғаризалар биҫтәләр йәмәғәтселәренең әүҙем ҡатнашлығында йыйылды. Барыһының да, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренең теләктәрен дә иҫәпкә алдыҡ. Шуға күрә һәр машина тик ҡырсынташ юлдарҙың юл япмаһын тергеҙеү билдәләнгән урынға ғына барасаҡ, - тине хакимиәт башлығының архитектура, төҙөлөш һәм юл эшмәкәрлеге буйынса беренсе урынбаҫары Сергей Поляков.
Түбәнге ауыл (Нижнее селение) өсөн айырым алым. Түбәнге ауылда ете участка - Луначарский, Спорт, Цех, 8 Март урамдары ремонтҡа билдәләнгән. Был урамдарҙа юл япмаһы ныҡ туҙғанлыҡтан, уны фрезерлау өсөн асфальт ҡатламы ла ҡалмаған.
- Шуға күрә унда тигеҙләү һәм өҫтәмә ҡатлам ҡулланыласаҡ. Ғәмәлдә беҙ иҫке каркас өҫтөндә юлды яңынан төҙөйбеҙ, - тип аңлатты Сергей Аркадьевич.
Эш барышы һәм пландар. Ике подряд предприятиеһының береһе - «Регионстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте техниканы объектҡа сығарған да инде. Эштәр Блюхер урамында, завод идаралығы янында, атҡарыла. Подрядсы Вреж Аветисян ҡала халҡын ойошманың ышаныслылығына ышандыра.
- Беҙҙә барыһы ла урындағы. Асфальт-бетон заводы ла бар, материал да үҙебеҙҙә етештерелә. Блюхер, Косоротов урамдарындағы участкаларҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, шулай уҡ тротуар-
ҙарҙы тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Хәҙер фрезерлау үткәрәбеҙ. Әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә, яҡынса 10 авгусҡа был этапты тамамлайбыҙ, - ти йәмғиәт етәксеһе.
Ҙур күләмле эштәр ҡаланың төп артерияларына ҡағыла. Киров, Тюленин һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарында япма сифаты яҡшырасаҡ. Ағиҙел күперенә айырым иғтибар бирелә, унда тотош яңы асфальт-бетон ҡатламы түшәләсәк. Ремонт Киров һәм К.Маркс урамдары киҫелешендә, Тюленин урамының бер нисә участкаһында ла үтәсәк.
- Быйыл ошондай минималь ремонт эштәрен башҡарабыҙ, - тип өҫтәне хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Ҡалала соҡорҙарҙы ямау рәсми рәүештә тамамланған. Уның урынына системалы рәүештә япмаларҙы тергеҙеү килә. Хакимиәттең артабанғы пландарында - урамдарҙы капиталь ремонтлау проекттарын ҡарау, улар бер үк ваҡытта яңы бордюрҙар һәм ике ҡатлы асфальт ҡатламын һалыуҙы үҙ эсенә аласаҡ. Комплекслы ҡараш һәм урындағы завод ҡеүәттәрен файҙаланыу арҡаһында Белорет транспорт инфраструктураһының яңы кимәленә сығырға иҫәп тота.
Наил Шакиров фотолары.