Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Сентябрь 2018, 18:20

"Ҡартайырға ваҡыт юҡ…"

- Венера, йөрәккәйем, бынау кейем аламаһы һинең алтын ҡулдарыңа мохтаж, тиҙ арала йүнәтеп бирә алмаҫһың микән? - тегеү ательеһына килеп ингән әзмәүерҙәй ир кеше шаян йылмайып теген машинаһы артында ултырған һөйкөмлө ханым янына баҫты. - Ә-ә, Александр, тағы килеп еттең дәме? - башкөллө эшкә сумған тегенсе лә, ихлас кеткелдәп, урынынан ҡуҙғалды. - Ҡайҙа ҡарайыҡ әле әйбереңде...

Эш сәғәте башланып тамамланғансы Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан тегеү ательеһынан кеше өҙөлмәй: кеме һыҙмалар буйынса - күлдәк, кеме һатып алған әйберен үҙ үлсәменә ярашлы тектерә, берәүҙәр төҫө китә башлаған яратҡан кейеменә яңы һулыш өрә...

Хаҡлы ялға сығыу менән шәхси эшен асып, инде тиҫтә йыл халыҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Венера Таһир ҡыҙы Таһированың мөләйемлегенә, алтын ҡулдарына һоҡланмаған кеше юҡтыр.

Сығышы менән Әбйәлил районы Иҫке Балапан ауылынан ул. Алыҫ йәшлек йылдарында Йылайырҙа тегенсе һөнәрен үҙләштереп, йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһының үҙәк ательеһына эшкә урынлаша. 1975 йылда Ростов-наДону ҡалаһында кейем бесеүсе курсын тамамлап, ҡалабыҙҙың “Весна” йәштәр бригадаһында йүнәлеше буйынса эшләй. Бер йылдан иһә “Октябрь” ательеһына күсеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда хеҙмәт итә. “2000 йылдар башында “Октябрь” кейем тегеү цехы ябылғас, ҡала хакимиәте етәкселәренең береһе биҫтәне ательеһыҙ ҡалдырмаҫҡа, йәғни һөнәрем буйынса шәхси эшемде асырға тәҡдим итте. Тиҙ арала бина табып, уны һипләп, бына хәҙер 10 йыл халыҡты хеҙмәтләндерәм”, - ти асыҡ күңелле әңгәмәсем.

Эшенән тыш Венера Таһир ҡыҙы үҙ донъяһында ла ҡайнарға өлгөрә. Ҡала ере тип тормай, тормош иптәше Кирам ағай менән мал-тыуарын да тота, гөрләтеп баҡсаһын да үҫтерә. Ял көндәрендә ҡыҙҙары Эльвираны бала ҡарау мәшәҡәттәренән арындырып, ике ейәнсәре, ейәне менән мәж килә.

Хаҡлы ялда булып та, һаман түҙемлек, иплелек, теүәллек, яҡшы координация һәм ҡул етеҙлеге талап иткән ауыр һөнәрҙе башҡарған тегенсенән, рәхәтләнеп өйҙә ятыу теләге юҡмы, тип ҡыҙыҡһынам. “Беләһегеҙме, күңел баҫыр шөғөлөң, һинең эшеңде баһалар даими клиенттарың барҙа, ҡартлығың да, сирҙәрең дә онотола икән. Минең өсөн, иң мөһиме, кешегә файҙалы булыу”, - тине Венера Таһир ҡыҙы һөйләшеү һуңында.

Эйе, килгән килеме тотошлай тиерлек ательены тотоуға киткән, шулай булыуға ҡарамаҫтан һаман да яратҡан һөнәренән ваз кисмәгән шәп пенсионерҙың йәш быуынға өлгө булырҙай тырышлығына, дәртдарманына, ябайлығына таң ҡалырлыҡ. Артабан да шөғөлөнән йәм-тәм табып, илһамланып йәшәргә яҙһын Венера апайға!
Читайте нас: