Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Сентябрь 2018, 18:56

Рухи аҙыҡ биргән һөнәр

Точисский урамында урынлашҡан фотоательеға ҡала-район халҡы ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла инеп сыҡҡандыр. Унда эшләгән мөләйем, асыҡ күңелле ханымдың үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгәнлегенә һәр кем иғтибар иткәндер. Клиенттарының һәр теләген иғтибарға алып, ҡабаланмай ғына, шул уҡ ваҡытта тиҙ арала күңелгә ятҡан фотоһүрәтте эшләп тә ҡуя оҫта. Ирекһеҙҙән уның нисек фотограф булып китеүе тураһында ҡыҙыҡһынаһың.

- Мин кескәй саҡта уҡ фото төшөрә белгән кеше иң бәхетле кешелер тип уйлай торғайным. Үҙем ҡаланың Морат биҫтәһендә тыуып үҫтем, элекке 5-се мәктәпте 1974 йылда тамамланым. Бик ҡыҙыҡһыныусан, теремек булыуым арҡаһында һәр саҡ йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым, стенгазетаның редакторы булдым.
Бер ваҡыт минең янға иптәш ҡыҙым ҡунаҡҡа килде. Шунда күрше малайы беҙҙең икебеҙҙе “Чайка” фотоаппараты менән фотоға төшөрҙө лә кискә әҙер буласағын әйтте. Ул кисте нисек еткерә алмай йөрөүебеҙ! Ә инде фотоны ҡулға алыу үҙе бер мөғжизә һымаҡ булды. Шул көндән алып фотография минең ғүмерлек яратҡан шөғөлөмә һәм һөнәремә әйләнде.
Күрше малайҙыҡы кеүек фотоаппарат алыу хыялы менән мәктәпкә ашханаға тип бирелгән аҡсаны ағайым менән икәүләп йыя башланыҡ. Әммә беҙҙең был йәшерен эшебеҙҙе атай-әсәйебеҙ белеп ҡалып, беҙгә “Чайка” фотоаппаратын һатып алып бирҙе. Мәктәпте тамамлау менән йыл ярымлыҡ курстарҙа уҡып ҡайтып, фотоательела эшләй башланым. Мине эшкә өйрәткән остазым Сания Яҡуп ҡыҙы Хазимуллинаға сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның бөтә яҡшы сифаттарын үҙемә һеңдерергә тырыштым. Әле лә уның менән туғандарса йылы аралашабыҙ, - ти Әлфиә Әхәт ҡыҙы.
Эйе, был тормоштағы юлыңдың ниндәй булыуы остаздың кем булыуына ла бәйле. Әлфиә Әхәт ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ла үҙенең һөнәр серҙәрен улы Шамилға тапшырып ҡалдырырға тырыша. 50 йәштән хаҡлы ялға сығып, бына инде 11 йыл үҙаллы эшләгән фотограф отпускының да, ялдың да нимә икәнлеген белмәй. 35 йәштә генә тол ҡалып, ике улды - Шамил менән Александрҙы оло тормош юлына баҫтырған ханымға төрлө ауырлыҡтарҙы ла күрергә тура килә, әммә ул һис тә зарланмай. Бары эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәлмә түләүҙәрҙең булмауына ғына йәне көйә.
- Эшемде ташлай алмайым, - ти Әлфиә Әхәт ҡыҙы йылмайып, - сөнки ул миңә күңел аҙығы, тән һәм йән сихәте бирә. Мин бында кешеләр менән аралашам, хатта үҙемдең даими клиенттарым да күп. Тәбиғәтте, туйҙарҙы төшөрөргә яратам, әммә бындай бәхет һирәгерәк эләгә, сөнки эш урынымды оҙаҡҡа ҡалдыра алмайым.
Техника заманы алға киткән ваҡытта эшләүе ауырға төшмәйме, тип ҡыҙыҡһынабыҙ фотографтан. - Юҡ, эшләгең килһә, бөтәһенә лә өйрәнәң инде, - тип яуап бирә ул.
- Кеше яллап та өйрәндем, үҙем дә тырыштым, улым да ярҙам итә. Хәҙер бына ваҡыт булғанда ейәнсәремә лә һөнәремдең серҙәрен асырға тырышам. Ғөмүмән, мин кешеләр менән аралашырға яратам. Шуға ла мөмкинлектән файҙаланып, фотоға төшөргә, иҫкереп ятҡан фотоларҙы яңыртырға теләгәндәрҙе ихлас рәүештә үҙемдең фотоательема саҡырам.
Эйе, хаҡлы ялға сығып та дәрт-дарманын, эшенә, тормошҡа булған һөйөүен юғалтмаған кешеләр хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. 7-10 мең һумлыҡ пенсияға йәшәп булмағаны көн кеүек асыҡ. Ә инде йәштәргә ярҙам итеү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Ни генә тимәһендәр, хаҡлы ялға сығып та оҙаҡ йылдар эшләп йөрөгән кешеләргә һоҡланырға ғына ҡала.
Читайте нас: