Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Октябрь 2018, 14:05

Бәйләнеш ѳҙѳлмәһен

Манышты ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләр һәм ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре менән бергә Ғафури районындағы “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәккә сәйәхәткә барып ҡайтты.

Маҡсатыбыҙ Сәйетбабаның Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы Байбулдина етәкселек иткән “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле, Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге - Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалының баш белгесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов, крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе, мәғариф ветераны Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина һәм ундағы билдәле яҙыусы Нурислам Шәйхуловҡа арналған материалдар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу ине. Тап шуға ла беҙҙең делегацияла Нурислам Фәтҡелислам улының ҡыҙы, мәктәптең элекке директоры, яҙыусы һәм журналист, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина булды.
Сара барышында беҙгә Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы ЕҙемҠаранды, Башҡортостандың географик үҙәгенең стелаһын, Жәлил Кейекбаев тыуған Ҡаранйылға ауылы кеүек иҫ киткес ерҙәрҙе күрергә яҙҙы.
Юлға иртә сығыуға ҡарамаҫтан, балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә күңелдәре көр ине. Тәүге туҡталышыбыҙ - Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриҙың музейында, һуңынан Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан Башҡортостандың географик үҙәге стелаһы янында күмәкләп фотоға төштөк.
Беҙҙе, кескәйҙәрҙән торған делегацияны, һәм ауыл ветерандарын “Асанай” халыҡ фольклор һәм “Иман” төркөмдәре йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң, тарихи-мәҙәни үҙәк белгесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов сығыш яһаны. Ул беҙгә тарихи-мәҙәни үҙәктең барлыҡҡа килеүе, уның төп эше тураһында һөйләне. Артабан йәш артисыбыҙ Амаль Садекова ҡурайҙа иҫ киткес көйҙәр уйнап ишеттерҙе.
Һуңынан һүҙ Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафинаға бирелде. Ул атаһы Нурислам Шәйхулов, бала саҡтарында ошо ауылда үткәргән көндәре тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Әйткәндәй, Гөлсөм Нурислам ҡыҙының “Үҙ икмәгем тәме“ әҫәрендә тап Сәйетбаба ауылы халҡы тураһында ла һүҙ алып барыла. Яҙыусы Сәйетбаба музейына атаһынан ҡалған яҙмалар, китаптар һәм атаһы төшөргән һүрәттәр бүләк итте. Ул шулай уҡ “Иҙел башы” яҙыусыларынан ҡайнар сәләм һәм бүләк тапшырҙы. Сәйетбаба ауылы китапханаһы мөдире Илһөйәр Шамил ҡыҙы Мортазина ла бик йылы һәм ихлас ҡаршы алды. Ул беҙҙе китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, Нурислам Шәйхуловҡа арналған күргәҙмәгә айырым туҡталып китте. Ә Ҡаранйылғала беҙҙе йырҙары һәм бәйеттәре менән Рауза апай Ялалова илһамландырҙы.
Фәһемле һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттән бөтмәҫ-төкәнмәҫ яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Беҙҙе ихлас ҡаршы алған Сәйетбаба, Ҡаранйылға халҡына, Нәйлә Рафиҡ ҡыҙы Садекова һәм бағыусыларыбыҙ - Берештән Ғәйнетдинов Фәхрислам ағайға, Инйәрҙән Минихан ағайға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ике аралағы бәйләнеш бер ваҡытта ла өҙөлмәһен.
Читайте нас: