Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Октябрь 2018, 14:02

Тылсым һәм матурлыҡ өләшә

Болон-ҡырҙар буйлап сабып барған аттар, һыу утларға төшкән болан-ҡоралайҙар, ғорур баҫып торған урман хужаһы - мышы, башҡа ҡырағай йәнлектәр, йәнһүрәт геройҙары, һыу аҫты донъяһы... Былар барыһы ла Белорет егете, Өфө сәнғәт училищеһының III курс студенты Илнар ЗӘЙТҮНОВтың эштәре.

...Әҙәм балаһы күңеле менән һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла. Кемдер уй-кисерешен йыр аша еткерә, икенселәре матур шиғырҙар ижад итә, ҡайһы берәүҙәр ҡулына ҡәләм, бумала алып, үҙен уратып алған күренештәрҙе, тирә-яҡты ҡағыҙ биттәренә төшөрә. Илнар иһә матурлыҡты үҙенсәлекле ысул менән тарата. Йәш рәссам һүрәттәрен эмаль буяуҙары ярҙамында йорт, гараж ҡапҡаларына, балалар баҡсалары, мәктәп стеналарына төшөрә. Бәләкәй тыуған илен, ысын мәғәнәһендә, матур һүрәттәре менән биҙәй. Талантлы егеттең эштәре йорттарҙа ғына түгел, бина сте- наларында ла үҙ урынын тапҡан.

Һәләтле баланың һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеген IV класта уҡығанында беренсе уҡытыусыһы Гөлниса Әйүп ҡыҙы Зәйтүнова күреп ҡала һәм Илнарҙың әсәһе Гөлнара Абдулхай ҡыҙына улын художество мәктәбенә бирергә тәҡдим итә. Әсә кеше лә улының һәләтен тойомлап, уны махсус мәктәпкә биреп яңылышмай. Художество мәктәбендә Илнар тулыһынса асыла. Уҡытыусыһы Клавдия Александровна Матвеева ла һәләтле уҡыусыһы менән ҡыуанып бөтә алмай. Алты йыл художество мәктәбендә уҡып, һүрәт төшөрөү серҙәренә ныҡлап өйрәнә. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй, бәләкәйҙән тәбиғәт, уның күренештәрен ҡағыҙға төшөрөргә яратҡан Илнар Зәйтүнов хайуан-йәнлектәрҙе үҙ эштәрендә киң ҡуллана башлай. Һүрәттәр ҙә, йыш эшләгән һайын, матурлана, ысынбарлыҡҡа тап килә башлай. Өлгөргәнлек аттестаты менән бер рәттән, йәш рәссам ҡаланың художество мәктәбен уңышлы тамамлау тураһында таныҡлыҡ та ала. Ошо өлкәлә белемен, оҡшаған шөғөлөн тулы кимәлдә камиллаштырыу ниәтенән Өфө сәнғәт училищеһының графика дизайны бүлегенә уҡырға инә. Әле Илнар училищеның III курс студенты.

Студент тормошо менән бер рәттән, ул буш ваҡытында, йәйен, йорт, гараж ҡапҡаларына, бина стеналарына төрлө һүрәттәр төшөрә. Башта үҙе өсөн генә башланған эш яйлап килем сығанағына ла әйләнә. Ауылда йәшәгән туған-тыумасаһы йәш рәссамдың тәүге “клиенттары” була, әлбиттә. Уның эмаль буяуҙары менән эшләнгән сағыу ҙа, матур ҙа эштәре Белорет районы халҡын ғына түгел, күрше райондар кешеләрен дә ҡыуандыра.

- Был һөнәргә 6 йыл уҡыным. Был йәһәттән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен, улар мине һәр яҡлап илһамландырып торҙо. Эштәрем Әбйәлил районының Байым, Ғәбдин, Учалы районы Ҡобағош ауылдарын биҙәй. Башта, әлбиттә, күңел өсөн эшләй инем. Тәүге “клиенттарым” да ябай ауыл халҡы, һуңынан балалар баҡсаларына, мәктәптәргә төрлө һүрәттәр - йәнһүрәт геройҙарын, һыу аҫты донъяһын төшөрә башланым. Ниңә һүрәт төшөрә башланыммы? Эштәрем менән кешеләрҙе бәхетлерәк иткем килде, сөнки көндәлек мәшәҡәттәре менән улар тылсымдың нимә икәнен онота башланы. Һәр үтеп барған кеше, һүрәттәремде күреп, әҙ генә булһа ла донъя мәшәҡәттәренән арынһын, бәхетлерәк булһын тип, күренгән ерҙәргә эшләргә булдым, - ти йәш рәссам.

Илнар Зәйтүновтың матур эштәренә ата-әсәһе, һеңлеһе, туғандары ғына һоҡланып ҡалмай, уның эштәрен күргән ауыл халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа ҡыуаныуын йәшермәй.

Ә талантлы егеттең хыялдары алда әле. Ул артабан үҫеүен туҡтатмай, махсус уҡыу йортон уңышлы та- мамлап, оҡшаған шөғөлөн ҙур күләмдә дауам итергә уйлай. Йәш рәссамдың теләктәре, хыялдары тормошҡа ашһын, тылсымын арта-

бан да тирә-йүнгә таратһын, кешеләргә оҙаҡ йылдар бәхет өләшһен. Был Илнар Зәйтүновтың тылсымлы ҡулдарынан килә.

Читайте нас: