«Смайл» кафеһына йыйылған оло йәштәгеләр өсөн ауыл хакимиәте тарафынан матур өҫтәл әҙерләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары тәмлекәстәр бешереп килтергән, уҡыусы балалар етәкселәре Лира Таһир ҡыҙы Хәйруллина ярҙамы менән өләсәйолатайҙары өсөн бейеүҙәр, йырҙар әҙерләп килгән. Имам Илдар Байгилде улы Мәшүров байрам табынына арнап аят уҡып, барыһын да тәбрикләгәндән һуң, ауыл хәкимиәте башлығы Хәмзә Салауат улы Мөхәмәҙиев, ауыл старостаһы Маҙһар Мөхәмәҙей улы Йомағолов, «Абҙаҡ» балалар ял итеү йортонан килгән Татьяна Васильевна Рабадатова, Рәфҡәт Закир улы Нәжмитдинов һәм башҡалар һүҙ алып, оло йәштәгеләрҙе ҡотланы. Хәмзә Салауат улы ауылдаштарыбыҙ Нәсимә апай менән Моффазал ағай Билаловтарға, алтын туйҙары айҡанлы Башҡортостан Башлығының бүләген һәм хатын тапшырҙы. Осраҡлы ғына Татарстанға ҡайтып барышлай кафеға килеп ингән юлсыларҙан, ололарҙы байрам менән ҡотлап, дини календарь бүләк итеп китеүҙәре лә кисәгә йәм өҫтәне. Бөтә донья конгресы рәйесе урынбаҫары Марс Рифҡәт улы Туҡаевтың саф күңелдән тапшырған бүләктәрен барыһы ла ҡыуанып ҡабул итте. Осраҡлы ҡунағыбыҙ мәсет өсөн дә матур бүләк - Изге Ҡөрьән китабын бүләк итеп китте. Уларға хәйерле юл, ғаилә бәхете теләп ҡалдылар. Ололарға Хәтижә Ғайсина, Лира Хәйруллина йырланы. Үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен шиғыр менән һөйләп еткереүселәр ҙә күп булды. Һуңынан, тәмле сәй табынында ағай-апайҙарыбыҙ үҙҙәре лә ихлас йырлашып, бейешеп, күңел асып ултырҙылар. Байрам иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Ойоштороусыларға, алып барыусыларға, кафе хеҙмәткәрҙәренә, бағыусыларға ҙур рәхмәт әйтеп, иҫәнлектә-һаулыҡта осрашырға теләктәр теләп, байрам кисәһенән ҡәнәғәт булып таралышты ололар.