Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Октябрь 2018, 14:17

Район данын арттырҙы

Бөгөн мәғариф системаһы иң күп үҙгәрештәр кисергән етди һәм мөһим тармаҡтарҙың береһе һанала. Ә инде хәҙерге ҡатмарлы заманда ла үҙ эшенә тоғро ҡалып, балаларға белем биреү бурысын алған уҡытыусыларҙың хеҙмәте айырыуса ҙур баһаға лайыҡ.

Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы - абруйлы уҡытыусы Эльвира Салауат ҡыҙы Сафиуллина Германияның Потсдам ҡалаһында донъяға килә. Уның ата-әсәһе Нәзирә Шаһивәли ҡыҙы менән Салауат Алсынбай улы Низаметдиновтар сығышы менән Сермән ауылынан. Атаһы ил алдындағы бурысын үтәгәс, тыуған ауылына ҡайтып өйләнә һәм йәш кәләше менән Германияға контракт буйынса хеҙмәт итергә китә. Ошо осорҙа донъяға килә лә инде ғаиләләге баш бала Эльвира. Шулай ҙа уға бала сағын, үҫмерлек, йәшлек осорон ата-әсәһенең йәнтөйәгендә үткәреү бәхете насип була. Ул тәү башлап Сермән мәктәбенә I класҡа уҡырға бара һәм шунда 9 йыл буйы белем алғас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, туған мәктәбенә Башҡортостан мәҙәниәте тарихы уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Артабан белемен камиллаштырыу, үҫтереү маҡсатында Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Ошо осорҙа ул ауылдан Белоретҡа күсеп килә һәм ҡаланың 21-се мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итеп, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта. 2008 йылда йәш ғаилә Учалы ҡалаһына күсеп китә. Эльвира унда ла яратҡан һөнәренән айырылмай һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының Учалы филиалында студенттарға белем бирә. Күпмелер ваҡыттан һуң Эльвираны яҙмыш елдәре яңынан Белорет ҡалаһына алып килә. Ул 2011 йылда тағы ла 21-се мәктәптә балаларға белем бирә башлай.
Яратып, аңлы рәүештә һөнәр һайлағандар үҙ йүнәлеше буйынса һәр ваҡытта ла намыҫлы эшләп, хөрмәт яулай. Эльвираның да хеҙмәте коллегалары, етәкселек тарафынан юғары баһаланған. Ошо тырышлығы менән ул, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында ла оло абруй ҡаҙанған. Бөгөн ул күптәр өсөн яратҡан, намыҫлы уҡытыусы ғына түгел, ә тәжрибәле кәңәшсе, өлгөлө коллега ла. Эльвира Салауат ҡыҙы һөҙөмтәле һәм уңышлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бихисап Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ә инде муниципаль район хакимиәте башлығы премияһына лайыҡ булыу, үҙ эшенең оҫтаһы булған педагогтың ысын мәғәнәһендәге тырышлығын, йылдан-йыл камиллашыуын, үҙ өҫтөндә эшләүен күрһәтә. Уның уҡыусылары район, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа һәр йыл еңеү яулай. Уҡыусылары ғына түгел, ул үҙе лә төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Тәжрибәле педагог быйыл “Йыл уҡытыусыһы-2018” муниципаль район конкурсында ҡатнашып, II урын алды. Ә инде патриотик тәрбиә биреү буйынса уҙғарылған республика конкурсындағы II урын һәләтле педагогтың төрлө йүнәлеш буйынса ла уңышлы эшләүенә юғары баһа ҡуя. Быйыл Эльвира Салауат ҡыҙы тағы ла ҙурыраҡ үр яуланы. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы тип табылды. Илебеҙҙең бер мең, Башҡортостандың 33 уҡытыусыһы ингән мәртәбәле исемлектә беҙҙең дә яҡташыбыҙ булыуы районыбыҙҙың ғына түгел, бөтә республикабыҙҙың да данын арттырҙы. “Ҙур конкурста еңеүемдә үҙем эшләгән мәктәп администрацияһының, айырым коллегаларымдың, ата-әсәләрҙең һәм, әлбиттә, уҡыусыларымдың өлөшө ҙур. Миңә бар яҡлап та ярҙамсы, кәңәшсе булғандары өсөн уларға оло рәхмәтемде белдерәм”, - ти Эльвира Сафиуллина.
Эльвира Салауат ҡыҙы тормош иптәше, Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы егете Азамат Мѳхәмәтвәли улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Эдик - студент. Белорет педагогия колледжын тамамлағас, Өфөгә, ситтән тороп, Башҡорт дәүләт университетының информатика факультетына уҡырға инә. Тырыш егет хеҙмәт юлын да башларға өлгөргән. Ҡыҙҙары Аделина V класта уҡый. Ул спорт менән ҡыҙыҡһына, тхэквандо буйынса төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Үҙ йорттарында йәшәгәнлектән Эльвира Салауат ҡыҙы төп эшенән тыш, баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә, сәскәләр үҫтерергә, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатма, салаттар эшләргә лә ваҡыт таба. Быйылғы уҡыу йылында 21-се мәктәп администрацияһы уның иңенә тағы ла бер яуаплы бурыс йөкмәтте һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Ошо аҙнала Эльвира Салауат ҡыҙын Республиканың Хѳкүмәт йортонда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе булараҡ ҡотлаясаҡтар.
Читайте нас: