Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Октябрь 2018, 17:13

Белореттан Көнгөргә тиклем

Башҡортостан Республикаһының, Граждандар һуғышының һәм легендар Блюхер рейдының 100 йыллығына арнап, "Белореттан Көнгөргә тиклем" тигән исем аҫтында Рәсәй даны күпере ойошторолдо.

"Рәсәй даны күпере: Белореттан Көнгөргә тиклем" тип аталған күп планлы проекттың икенсе туры сентябрь урталарында башланды. Был проект та Белорет Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолдо. Ә беренсе турҙа, 2016 йылдың 11-16 октябрендә, Ҡырымдың иҫтәлекле урындарында булып, һәйкәл, монументтарға сәскәләр һалып, һуғыш яландарында ятып ҡалған яугирҙарҙы иҫкә алып, китапханаларҙа хәрби-патриотик йүнәлештә алып барылған эштәр тураһында үҙ-ара фекер алышҡайныҡ.

Ә был юлы беҙҙең төп маҡсат булып Блюхер рейды үткән урындарҙа йөрөп, ул тарихи рейд тураһында белгән кешеләр менән осрашып, фекер алышыу, Көнгөр ҡалаһында музейҙа булыу теләге торҙо. Шулай итмәй булмай ине, сөнки был рейд Белорет районы аша үтеп, Пермь крайының Көнгөр ҡалаһында тамамланған.

Был хәтер рейдында Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан ошо ваҡиғаларға ҡағылышлы булған ерҙәрҙән беҙҙең коллегаларыбыҙ - китапханасылар ҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Башҡортостандан бөтәһе 21 кеше ҡатнашты. Тағы ла тарих шуны иҫкә төшөрҙө: ошондай уҡ рейд 50 йыл элек ойошторолған. Ҙур ауырлыҡтар менән, йөк машинаһында, ҡыйыу ирекмәндәр - уҡытыусылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе В.И. Куликов етәкселегендә Белореттың 17- се мәктәп уҡыусылары ошо ерҙәрҙә булғандар.

Үҙебеҙҙең сәйәхәтте беҙ Белорет ҡалаһында урынлаштырылған Василий Константинович Блюхер һәйкәле эргәһенән башланыҡ. Ә инде был сәйәхәтте башлар алдынан Белорет делегацияһы районыбыҙ буйлап Блюхер рейды эҙҙәренән йөрөп сыҡты. Ошо йыйылған ҙур материалдарға таянып, булған ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға тырыштыҡ. Белорет районының Ҡағы, Үрге Әүжән ауылдарында булып, китапханасылар менән берлектә үҙ заманында Блюхер отряды торған ерҙәрҙә, штаб итеп ойошторолған өйҙәрҙә булдыҡ. Улар бөтәһе лә һаҡланған, әммә бик насар хәлдә, мотлаҡ ремонт эштәре ойоштороу кәрәк: был бит бөтәһе лә ошо ауылдар тарихы. Ҡағы ауылында Магнитогорск студенттары тарафынан төҙөлгән һәйкәл эргәһендә фотоға төштөк, ул ваҡытта Белорет йәштәр отрядының командиры Григорий Штырляевтың Ҡағы ауылы эргәһендә барған алыш тураһында иҫтәлектәрен уҡыныҡ. Ә инде Үрге Әүжәндә урындағы тарихты өйрәнеүселәр тарафынан йыйылған материалдарҙы китапханасыларға тәҡдим иттеләр, мәктәп музейында булып, тарих уҡытыусыларының лекцияларын тыңланыҡ, презентациялар ҡараныҡ. Материалдар эҙләп, Архангел районының Ҡыҙыл Еҙем ауылына ла туҡталдыҡ, бында инде китапханасы Валентина Алексеевна беҙҙең гид булды, беҙҙе Граждандар һуғышына ҡағылышлы материалдар тупланған музейға саҡырҙы.

Был сәйәхәттән бик ҡыуанып ҡайттыҡ, сѳнки һәр ерҙә илебеҙ, халҡыбыҙ тарихын һаҡлап, уны йәш быуынға еткереүселәрҙең күплегенә инандыҡ.

Материалды гәзиттең 82-се һанында (12.10.2018) уҡығыҙ.
Читайте нас: