Оҙаҡ йылдар Инйәр участка дауаханаһының баш врачы вазифаһын башҡарған Зариф Миннибай улы Суфяновты ла, һис икеләнмәй, ошо исемлеккә индерергә була. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған яуаплы етәксе һәм табип пациенттары менән генә түгел, коллективта эшләгән 108 хеҙмәткәр менән дә уртаҡ тел табып, матур мѳнәсәбәттәр булдырып эшләй. Дауаханала күбеһе юғары һәм беренсе категорияға эйә булған табиптар медицина ярҙамы күрһәтә. Ветеран-врачтарҙы ла бында онотмайҙар. Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Л.Ә. Әлибаеваны, Р.Х. Кулбаевты, А.М. Миһрановты коллектив бѳгѳн дә бары тик матур һүҙҙәре менән генә иҫкә ала. Участка дауаханаһы Инйәрҙән тыш Асы, Йѳйәк ауыл хакимиәте биләмәһендә йәшәгән 9 500 кешене хеҙмәтләндерә. Ә инде участкаға беркетелмәгән халыҡты ла ҡабул иткәнлектән, бында дауаланыу алған дѳйѳм пациенттар һаны 11 меңдән ашып китә. Кѳс бигерәк тә терапевтар - Л.З. Суфяноваға, Р.З. Сәмситдиновҡа, Э.Р. Сәмситдиноваға тѳшә. Шулай ҙа улар һынатмай, үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара. “Бѳгѳн дауаханала эшләү шарттары, элекке менән сағыштырғанда, күпкә еңел. Сетерекле хәлдәрҙе лә тиҙ арала хәл итеү мѳмкинлеге бар. Врачтар һѳнәрен яҡшы белә, халыҡ та уларҙың эшенән ҡәнәғәт. Тик кадрҙар ҡытлығы ғына бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бѳгѳн дауаханала хирург, Дубинскийҙа фельдшер, Асыла шәфҡәт туташы юҡ”, - ти Зариф Миннибай улы. Тынғыһыҙ етәксе үҙенең тѳп эшенән тыш гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһынырға ла ваҡыт таба. Ул “Урал” гәзитенең айырылмаҫ дуҫы ла. Етәксе үҙе генә түгел, коллективын да матбуғат баҫмаларын уҡыуға йәлеп итә һәм бар яҡлап быға үҙе ѳлгѳ булып тора. Шул арҡала бѳгѳн бик күп дауахана хеҙмәткәрҙәре лә гәзиттең яратҡан уҡыусыларына әйләнгән. Уларҙы артабан да беҙҙең менән бергә ҡалырға, дуҫлыҡты дауам итергә саҡырып, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.