Был идея менән Инсаф Хәсән улы күптән янған. 100 йыллыҡ юбилей тантанаһын байрам итергә бер ай тирәһе ҡалғас, класс етәксебеҙ беҙгә ошо уйын еткерҙе. Яҡынтирә ауылдарҙа йәшәгән класташ егеттәр был идеяны дәррәү күтәреп алдыҡ. Үткәл ауылынан Ринат Хәлилов үҙенең кәртәһендә маяҡтың тимер конструкцияһын иретеп йәбештереп, буяп та ҡуйҙы. Ҡояш батареяһынан эшләгән яҡтыртыу ҡорамалын Инсаф Хәсән улы почта аша яҙҙырып алды. Маяҡҡа беркетелгән иҫтәлекле яҙыуҙы ла тимергә ул теркәне.
Тәғәйенләнгән көндө, Сосновка ауылында йәшәгән класташыбыҙ Фәиз Хөснөтдиновтың йөк машинаһына барлыҡ кәрәк-яраҡты тейәп, Рәз тауына юлландыҡ. Тау башына маяҡтың тимер өлөштәрен, ҡом, цемент, һыу тултырылған бактарҙы мендерешеүҙә Рысыҡай ауылынан Вил Аҙнабаев алып килгән йәш егеттәр ярҙамлашты. Уларҙың барыһына ла, шул иҫәптән, Фәиздең машинаһы боҙолоп, төн етеүгә ҡарамаҫтан, Рысыҡайҙан үҙенең йөк машинаһында ярҙамға килеп еткән Альфред Әүбәкировҡа барлыҡ класыбыҙ исеменән рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Тарихта ҡалырлыҡ был ваҡиға төнгө күккә йондоҙ көлтәһе булып атылған шәп фейерверк менән тамамланды...