Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Октябрь 2018, 19:51

Юғары наградалар - яҡташтарыбыҙҙа

Башҡортостандың төп байрамы - Республика көнө алдынан ватандаштарыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалау матур йолаға әйләнде. Байрам алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары исемдәр, дәүләт наградалары тапшырылды.

Алтмышҡа яҡын кешенең хеҙмәттә күрһәткән ҡаҙаныштары ордендар, Почет грамоталары, юғары исемдәр менән баһаланды. Наградаларға лайыҡ булыусылар араһында районыбыҙҙан сыҡҡан, тыуған төйәгебеҙҙең ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙҙың барлығы ла район-ҡала халҡы өсөн оло ҡыуаныс. Салауат Юлаев ордены кавалерҙары исемлеге дүрт кешегә тулыланды. Исемлектә яҡташыбыҙ, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев тә (һүрәттә) бар. “Үҙемде Алтын йондоҙ алған кеүек хис итәм. Башҡорт кешеһенә Салауат Юлаев ордены алыу иҫ киткес юғары баһа”, - тине орден кавалеры. Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә юғары үрҙәргә өлгәшкәндәр Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеме алды. “Арҡайым” балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева ошо юғары наградаға лайыҡ булды. Билдәле яҡташтарыбыҙҙы юғары наградалары менән ҡотлайбыҙ, артабан да юғары үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: