Китап филология фәндәре докторы, профессор Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың ғилми етәкселеге менән Сибай нәшриәт йортонда баҫылды. Был хеҙмәттә сәйәхәтнамә жанрының тотҡан урыны, үҫеше, әҙәбиәт ғилемендә урын алыуы, хәҙерге әҙәбиәткә йоғонтоһо киң планда ентекле тикшерелә. Билдәле булыуынса, һәр тикшеренеүсе үҙ хеҙмәте менән ниндәйҙер яңылыҡ, асыш индерергә тейеш. Был хеҙмәттең яңылығы шунда: иҫке төрки яҙмаһындағы “Мөхәммәт Әмин Ғүмәр улы сәйәхәтнамәһе” тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә ителә һәм ғилми-әҙәби ҡулланылышҡа индерелә. Китапта Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Ҡулъяҙмалар, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли республика китапханаһының Һирәк китаптар бүлектәре фондтары файҙаланылды. Монография әҙәбиәт белгестәренә, филология факультеты студенттарына, әҙәбиәт һөйөүсе киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.