Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Октябрь 2018, 19:06

Ирмен тигән ир кеше изге күңелле булыр…

Ҡорос ихтыярлы, көслө рухлы, тәүәккәл һәм шул уҡ ваҡытта үтә игелекле, мәрхәмәтле замандашым - Белорет ҡалаһында урынлашҡан 44-се янғын һүндереү часында хеҙмәт юлы үткән Илнур Инсаф улы ШӘЙӘХМӘТОВ бөгөнгө мәҡәләмдең геройы.

Эйе, ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек, түҙемлек талап иткән, ғүмер, һаулыҡ өсөн хәүефле һөнәр һайлаған, бынан тыш ушу тигән спорт төрөндә ғәйәт ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, сәләмәт балаларҙан тыш, мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән дә йәмәғәт башланғыстарында ушу буйынса күнекмәләр алып барған Илнур Шәйәхмәтов, һис шикһеҙ, заманыбыҙ геройы, батыры ла.
Әнисә Зиннәт ҡыҙы һәм Инсаф Мөхәррәм улы Шәйәхмәтовтарҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Илнур әле кескәй генә сағынан уҡ теремеклеге, таһыллығы, ғәҙеллеге менән тиҫтерҙәре араһында ихтирам яулай. Мәктәптә йүгереү, саңғы буйынса спорт ярыштарында алдынғылыҡ бирмәгән егет, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына уҡырға ингәс, үҙенә йәнә бер яратҡан шөғөл таба. “Спорттың универсаль төрөнә ҡараған ушу тәүге күнекмәләрҙән үк күңелемә ятты. Был һүҙ ҡытай телендә “һуғыш сәнғәте” тигәнде аңлата. Физик һәм рухи йәһәттән сыныҡтырған, йән-тән сәләмәтлеге биргән спорт төрөнән 2000 йылдан бирле айырылғаным юҡ”, - ти Илнур әңгәмә барышында.
Тәүге белеме буйынса хоҡуҡ белгесе ул. Был өлкәлә бер тиҫтәләй тәжрибә лә туплаған. Әммә маҡсатҡа ирешеү өсөн күп осраҡта әрһеҙлек, йылдамлыҡ, хәйләкәрлек тә талап иткән һөнәрҙе һис кенә лә хушһынмай егет кеше. Бала саҡ хыялы - ҡасандыр үҙҙәре йәшәгән йорт янында урынлашҡан янғын һүндереү часында эшләү теләге лә һаман тынғы бирмәй. Көткәнгә - түш ите тигәндәй, өс йыл самаһы резервта тороп, ниһайәт, маҡсаты тормошҡа аша - 2012 йылдан бирле янғын һүндереүсе Илнур.
Бөтәһе лә йөрьәт итерҙәй еңел һөнәр булмаһа ла, аҙаматлы яҡташыбыҙ хеҙмәте менән бер ыңғай ушу буйынса күнекмәләр алып бара. “2008 йылда башланым был эште. Һау-сәләмәт балалар ғына түгел, тренировкаларға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ-малайҙар ҙа килде. Белгестәр менән кәңәшләшеп, физик һәм психик йәһәттән тиҫтерҙәренән бер ни тиклем айырылып торған уҡыусыларыма махсус күнекмәләр программаһын төҙөнөм. Әлбиттә, балалар менән эшләү еңелдән түгел. Кескәйҙәрҙең күңелен яулар, ниндәйҙер өлкәлә уңышҡа ирешер өсөн һин үҙ эшеңдең оҫтаһы, бына тигән шәп психолог, тәрбиәсе, ысын дуҫ һәм кәңәшсе булырға тейешһең. Ә инде үҙенсәлекле балалар менән шөғөлләнгәндә яуаплылыҡ икеләтә арта. Әммә хеҙмәтеңдең емешен, ҡаҙаныштарын, ыңғай һөҙөмтәләрен күреү - оло бәхет. Юлың ни тиклем ҡатмарлы, һикәлтәлерәк - еңеүҙәрҙең дә шул тиклем үк ләззәтлерәк, татлыраҡ бит!” - ти шәп егет ҡараштарында осҡон уйнатып.
2017 йылдан ушу буйынса күнекмәләр ҡаланың мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән Реабилитация үҙәгендә үтә. Инвалид балалар бушлай шөғөлләнә. Рухи йәһәттән төшөнкөлөккә бирелгән, аҡтыҡ көсөн, аҡсаһын сарыф итеп, бәләкәсенең сәләмәтлеген саҡ ҡына булһа ла яҡшыртырға тырышҡан атайәсәйҙәрҙең хәлен күреп, аңлап тора Илнур Инсаф улы. Ушуның умыртҡа һөйәгенә, тын алыу системаһына, хәрәкәт итеү ағзаларына, психик торошҡа ыңғай тәьҫир итеүен үҙ тәжрибәһенән сығып белгән тренер ДЦП диагнозлы, быума, өйәнәк менән яфаланыусы, умыртҡа һөйәге ҡыйшайған балаларҙы һис һүҙһеҙ ҡабул итә.
Ун йыл арауығында Илнур Шәйәхмәтов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән бихисап спортсылар республика һәм төбәк-ара үткән ярыштарҙа чемпион һәм призер титулдарына эйә. Үҙе лә Башҡортостан Республикаһының 4 тапҡыр бронза призеры һәм 12 тапҡыр чемпионы, Тольятти ҡала округы Кубогы еңеүсеһе, Волга буйы федераль округының ике мәртәбә көмөш призеры булған шәп спортсы бит! 2018 йылдан ушу буйынса 2 Дан (Дуань) дәрәжәле спорт мастеры кандидаты ла.
Шәхси тормошо ла һоҡланғыс Илнурҙың. Тормош иптәше Гөлшат, улы Ильяс, ҡыҙы Вилмира менән үҙ көстәре арҡылы төҙөп сыҡҡан сынъяһау матур йортта бәхет вә мөхәббәт солғанышында ғына йәшәй улар. Эш-шөғөлө ни тиклем генә ауыр, ваҡыт яғы тығыҙ булмаһын, ғәзиздәре өсөн йәнен фиҙа ҡыла ғаилә башлығы. Ял көндәрендә бергәләп аквапарк, кинотеатрҙарға йөрөү, урман-тауҙар гиҙеү, бергәләп спорт менән шөғөлләнеү - күптән инде традицияға әйләнгән. Әйткәндәй, һөйөклө ҡатыны Гөлшат менән дә Илнур тап ушу аша таныша. Ҡасандыр тыуған ҡалаһында практика үтеп, бер ыңғай ушу буйынса күнекмәләр алып барған егет тренировкаға килгән йәшел күҙле һылыуҡайға күңел һала…
Хәйер, бер ҡалыпҡа һалынған күңелһеҙ һәм тын тормоштоң ни икәнен дә белмәгән, камиллашыу һәм үҫеш юлын ғына хуплаған, тыумыштан уҡ яҙмыш һынауына дусар кескәйҙәрҙе үҙ көсөнә, изгелеккә инандырған Илнур ише оло йөрәкле ерҙәштәребеҙ булғанда, кешеләргә - ышаныс , иртәгәгә өмөт бар.
Читайте нас: