Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Ноябрь 2018, 13:49

“Гәзитте яратыуым һөҙөмтәһе”

“Урал”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, абонементтар күсермәһен Башҡортостан Республикаһының нәшриәт йортона ебәреп, “Суперприз от!” уйынында ҡатнашыусылар араһында гәзитебеҙҙең элекке хеҙмәткәре, ғүмерлек тоғро дуҫы - Рәсимә АҪЫЛҒУЖИНА планшет отто!

Н.Вәлиуллина фотоһы.
Н.Вәлиуллина фотоһы.
Рәсимә Шәриф ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районынан. Мәктәптән һуң Белорет педагогия колледжының башланғыс кластар бүлеген тамамлай. Унан һуң БДУ-ның филология факультетында ситтән тороп уҡый. Тыуған районының Байназар урта мәктәбендә ике йыл һөнәре буйынса эшләгәс, кейәүгә сыға һәм Белорет ҡалаһына күсеп килә. Оҙаҡ йылдар “Урал” гәзитендә корректор, тәржемәсе, нәшриәт йортонда гәзит сығарыу өсөн яуаплы булып эшләй.

Тормош иптәше Ғарифулла Бәхтигәрәй улы менән Лилиә һәм Урал исемле балаларға ғүмер биргәндәр. Уларҙың икеһенең дә үҙ ғаиләләре бар. Өс ейәнсәре, бер ейәнгә өләсәй булып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, матур итеп ғүмер кисерә Рәсимә апай.

- Беҙ бәләкәй саҡта телевизор ҙа, компьютер ҙа булмағас, гәзит-журнал, китап уҡып үҫтек. Бала саҡ ғәҙәтенә хыянат итеү юҡ, ул беҙҙең күңел талабына әйләнгән. Үҙебеҙҙең төбәк гәзите - “Урал”ды ла алдырабыҙ, республика баҫмаһына ла даими яҙылабыҙ. Хәҙерге гәзит-журналдарҙың эстәлеге ҡыҙыҡлы, тематикаһы бай. Кескәй балаларҙан башлап, өлкән йәштәгеләргә ҡәҙәр һәр кем үҙенә файҙалы мәғлүмәт таба ала. Ысын мәғәнәһендә мәғлүмәт, ғилем шишмәһе ул ваҡытлы матбуғат. Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында төрлө конкурстар, осрашыуҙар үткәрергә лә форсат таба. Һуңғы осорҙа гәзиткә яҙылыусылар уйында ҡатнашып, төрлө бүләк ота башланылар. Мин дә, ҡыҙығып китеп, абонементтар күсермәһен Өфөгә ебәрҙем. Бына һиңә кәрәкһә, гәзитте яратыуымдың һөҙөмтәһе - планшет оттом!

Хөрмәтле яҡташтар, милләттәштәр! Үҙегеҙҙе рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәгеҙ, эш юҡ, аҡса юҡ тип һылтау тапмағыҙ, ике тоҡ картуф, йәки бер ҡаҙ һатып булһа ла гәзиткә яҙылығыҙ, - тине Рәсимә Шәриф ҡыҙы бүләкте редакциянан килеп алғанда.

Әйткәндәй, “Суперприз от!” уйынында ҡатнашыу өсөн “Урал” гәзитенең һәм бер республика баҫмаһының абонементтар күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәреү кәрәк:

450077, ГУП РБ Издательский дом “Республика Башкортостан”, г. Уфа, ул. Кирова, 45, отдел подписки и розницы. Бүләктәр оттороу дауам итә.
Читайте нас: