Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Ноябрь 2018, 13:52

Һәр ҡайҙа ла үҙ кеше

Яҡташыбыҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов республикала ғына түгел, шулай уҡ сит тарафтарҙа ла танылыу яуланы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында уның повесын сәхәнәләштергән ижади коллектив та (биш кеше) Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта уның әҫәре буйынса спектакль Бүрәт академия театры сәхнәһендә лә бара. Бындай уңыштың сере нимәлә булыуын белеү өсөн Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Айгиз Ғиззәт улы, һине бала саҡтан беләм, район гәзите менән дә хеҙмәттәшлек иттең. Балалар йортона килгән ҡунаҡтар менән осрашыуҙарҙа алғы рәттә йөрөп, әүҙем булдың. Йырлай ҙа инең. Ә ниңә журналистика юлын һайларға булдың?
- Журналистика буйынса китеүҙең сәбәбе ошолай булды: нисек тә Өфөгә килеп уҡырға теләнем. Әлбиттә, мәктәптә уҡығанда күп нәмәләр тураһында хыялландым. Табип, уҡытыусы, артист булырға ла. Әммә XI класҡа барғанда журналист һөнәренә туҡталдым. Быға мәктәптә уҡыған йылдарҙа яҙышыу булышлыҡ иткәндер. Хәҙер кинәт кенә әйтә алмайым.
► Йәшләй генә танылыу яуланың. Һине был уңыштарҙы күтәрә алмай юҡҡа сығыр, ғүмер буйы ошо бер китабын ҡосаҡлап йөрөр, тип әйтеүселәр ҙә булды. Йәшләй килгән танылыуҙы нисек ҡабул иттең?
- Дөрөҫөн әйткәндә, бына кеше яҙымышы ике төрлө була бит инде. Ауырлыҡ та кеше өсөн һынау, кемдер унан юғалып ҡалыуы ихтимал, төшөнкөлөккә бирелеүе бар. Бына уңыш та үҙе бер һынау икән, әгәр һин уны ҡабул итә белмәһәң. Мин, әлбиттә, әсе-сөсөнө күп күргәс, тормошомдағы ыңғай ваҡиғаларҙы, халыҡтың һөйөүен, ихтирамын, дәүләттең иғтибарын шатланып ҡабул итәм. Ҡотороу, башым әйләнеү кеүек хис-тойғолар юҡ. Бер генә китап яҙғанда шуның менән әллә кем булған да киткән, тип ысынлап та, әйтеүселәр булды инде. Ә уйлап ҡараһаң, “Ҡалдырма, әсәй” китабымдан һуң “Әкиәтһеҙ бала саҡ” әҫәрем сығып, уның башҡортсаһы ла, руссаһы ла таралып бөттө. “Урам балалары” тигән китабым сыҡты. Ошо көндәрҙә “Ҡыҙыҡ был тормош” тигәне донъя күрәсәк. Әле тағы ла бер нисә китабым быйыл сығарыуға әҙерләнә. Әҫәрҙәремде халыҡ уҡығас, көтөп алғас, мин яҙырға тейешмен.
► Ғөмүмән, бөгөнгө уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әҫәрҙәр ижад иткәнгә, китаптарыңа һорау бар.
- Кемдер, бәлки, әйткәндер, ул биографияһын яҙҙы тип. Шулайҙыр ҙа, әммә халыҡ ҡыҙыҡһынырлыҡ, уҡымлы итеп тә яҙа белергә кәрәк бит әле. Мәҫәлән, өсөнсө китабым - “Урам балалары” бөтөнләй минең үткәнемә бәйле түгел. Ул әҫәр берәҙәк балалар тураһында. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт әҙәбиәтендә был турала яҙғандары булманы. Ә бит үҙгәртеп ҡороуҙар заманында ундай балалар Рәсәйҙә миллионлап иҫәпләнә ине. Был китап февралдә 3 мең дана менән сыҡҡайны, бына әле ике мең данаһы таралып бөттө. Китапханаларҙа ятмай, ә халыҡ теләп һатып алды. Был да күп нәмә тураһында һөйләй.
► Һинең китаптарың меңәрләп яңынан сығарылһа ла, китап кәштәләрендә ятмай. Төрлө телдәрҙә сыҡҡандары ла тиҙ һатыла. Тиражды үҫтереү серҙәре нимәгә бәйле? Һинең өсөн аҡса эшләү сараһына әйләнмәнеме?
- Ысынлап та, бына “Ҡалдырма, әсәй!” китабының тиражы төрлө телдәрҙә ҡағыҙға баҫылғаны ғына 40 меңгә етте. Интернетта кешеләр күсереп уҡығаны 100 меңдән ашыу. Был бер китабымдыҡы ғына. Был Рәсәйҙәге милли республикалар араһындағы бөгөнгө иң ҙур тиражлы китап булып иҫәпләнә. Кешенең хеҙмәте баһаланырға тейеш, бигерәк тә әҙиптең. Кеше әгәр шул китапты уҡый икән, тәү сиратта был уның күңеленә ятыуы, ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүе тураһында һөйләй. Әгәр китап яҙыуға күп ваҡытымды бирәм икән, йоҡоһоҙ төндәремде ошо эшкә бағышлаһам, ул хеҙмәтем баһаланырға тейештер. Китап нисек таралыуына килгәндә, хәҙер китап һатыу селтәрҙәре күп. Әммә уларға милли телдә яҙған яҙыусыларға үтеүе еңел түгел. Күп кенә китап магазиндары хужалары менән аралашам. Улар һорау менән файҙаланылмаған китаптарҙың һатылмай кәштәлә ятыуы магазинға юғалтыу ғына килтереүен белдерә. Улар ҙа китаптарҙан килем алырға теләй. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда ла, китап магазиндарына минең менән эшләүе отошло. Шуға ла мәсьәләгә ике яҡлы ҡарарға кәрәк. Беренсенән, китап яҙыусыға йәшәү сығанағы булырға тейеш. Сит илдәрҙәге әҙәбиәт ошондай юҫыҡта үҫешә. Беҙ ҙә бит баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Советтар Союзы заманында бер китабың сыҡһа, машина һатып алырлыҡ гонорар алғандар. Хәҙер ундай алымдар юҡ, башҡа заманалар килде һәм уға яраҡлаша белергә кәрәк.
Йәш яҙыусы менән тулы әңгәмәне гәзиттең 88-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: