Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Ноябрь 2018, 13:45

Изге кешеләр ғүмерҙе оҙайта

Кеше яҙмыштары ла тормоштоң үҙе кеүек ҡатмарлы ла, бормалы ла, аяныслы ла, ҡыуаныслы ла. Кемдер эҙләгәнен тиҙ генә тапһа, кемдер уны ғүмер аҙағында ғына тап итә.

Ҡалабыҙҙа йәшәгән 85 йәшлек Зөлғинә Ишбирҙе ҡыҙы Сәйетова (Ишбулдина) ла һуғыш яланында ятып ҡалған ата- +һының ҡәберен һуңлап ҡына таба.

- Был донъяла изге йәнле кешеләрҙең күберәк булыуына тағы ла бер ҡат инандым, - тип һөйләп алып китте ул үҙенең хәтирәләрен. - Атайымдың ҡайҙа ерләнгәнен дә белмәй инек бит. Ошо билдәһеҙлек гел генә йөрәгемде өйкәп торҙо. Бына, ниһайәт, быйыл йәй ул ерләнгән ҡәберлекте барып күреү бәхетенә ирештем. Салауаттан Ғаяз, Тирләндән Фәрит ҡустыларыма рәхмәтлемен бының өсөн. Тап уларҙың изге күңелле, ярҙамсыл, ныҡышмал булыуҙары арҡаһында күңел тыныслығын таптым. Яҙмыш уларҙы республика онкология ауырыуҙары дауаханаһында осраштыра. Шунда Ғаяз, Фәриттең Белорет яҡтарынан икәнлеген белеп, үҙенең туғанын эҙләгән саҡта Белореттан Ишбулдин Ишбирҙенең табылыуы тураһында һөйләй. Үҙҙәре ауыр хәлдә булыуҙарына ҡарамаҫтан, яуҙа ятып ҡалған һалдаттың туғандарын табырға ҡарар итәләр. Бына шулай көндәрҙең береһендә ҡаты сирҙән хәлһеҙләнгән Фәрит ҡустым беҙҙең өйгә килеп инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул да беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде, йәндәре йәннәттә булһын. Ғаяз ҡустыма ла шылтырата алманыҡ. Бәлки, ул да гүр эйәһе булып ҡалғандыр. Әммә был изге йәнле ир-аттарҙың исемдәре беҙҙең ғаиләбеҙҙә быуындан-быуынға үлемһеҙ аманат булып яңғыраясаҡ. Тап уларҙың ярҙамы менән беҙ йәшәү менән үлемдең мәғәнәһен аңланыҡ. Изгелекле йәндәре беҙҙең күңелдәрҙә мәңгелек нур булып балҡыр.

…Шулай июнь айында кейәүем Әдел, ҡыҙҙарым Гөлшат, Гөлфинә менән Тула өлкәһенең Уткино эргәһендәге һалдаттар ҡәберлегенә барып ҡайттыҡ. Хәҙер инде бында ауыл да юҡ. Был яҡтар шул тиклем һуғыштан зыян күргән, ҡайҙа ҡарама - тәрән соҡорҙар, 1-2 өй генә һерәйеп тора. Һуғышта һәләк булғандарҙы бер урынға йыйып ерләгәндәр. Ҡәберлекте табырға ла бер мәрйә ярҙам итте. Атаһы ла, әсәһе лә һуғышта ҡатнашҡан Евгения Николаевна менән әле лә телефон аша аралашып торабыҙ.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 90-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: