Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Ноябрь 2018, 11:59

Һағынып һөйләргә ҡалды

“Оло кешенең социаль портреты” конкурсы тураһындағы белдереүҙе көтөп алам. Темалар менән танышҡас, “Үткәндәргә ҡараш… Ностальгия”ны һайланым һәм фотолар эҙләй башланым. Ә улар ярайһы ғына. Ысынлап та, һәр фото үҙе бер тарих…

Бына тәүге фото. Бесән өҫтө. Арҡа тип йөрөткән урында бесән эшләйбеҙ. Уның тураһында һөйләһәң, үҙе бер китап яҙырлыҡ. Был ерҙә ярты ауыл халҡы бесән эшләгәндер. Элегерәк, леспромхоз аттары булғанда, леспромхоз өсөн генә бесән эшләйҙәр ине. Бер төркөм йәштәр, комсомол ағзалары, үҙ теләктәре менән һабантуй үткәреү өсөн аҡса эшләү маҡсатында леспромхозға бесән йыйырға сыҡҡандар. Араларында минең ике апай ҙа бар. Әҡлимә һәм Хәтижә апайҙарым хәҙер гүр эйәләре инде. Йосопова Минзифа, Әҡсәнова Нәғимә (мәрхүмә), Килдина Хәйриниса (әле арыу итеп донъя көтә), Бәләғитдинова Ҡазина (мәрхүмә), Минзифа (хәҙерге ваҡытта Отнурокта йәшәй, күп балалы әсә), Әҡлимә (Инйәрҙә йәшәй), Хәтижә апайым (мәрхүмә), Фәриҙә (мәрхүмә), Рәсүл, Хажин Фуат (әле Өфөлә йәшәй), ятҡаны - Сәхәүетдинов Билал ағай булһа кәрәк (ул да мәрхүм инде). Йәштәр үткәргән һабантуйҙа беҙҙең ғаилә фотоһы ла бар (икенсе фото).
Ѳсѳнсѳ фотола атайым, мин, ҡустым Хәниф һәм Әҡлимә. Леспромхоз аттары Инйәргә күсерелгәс, Арҡала бесән эшләү туҡтатылды, яландарҙы ауыл халҡына бүлеп бирҙеләр. Беҙ ҙә шунда бесән эшләй башланыҡ. Ҡыуыштар бәләкәй генә шишмә тирәләй ҡорола. Бер нисә шишмә аҡҡанлыҡтан, Арҡа яландары бер ауылды хәтерләтә ине. Күрәһегеҙ, ҡыуыш оҙаҡ йәшәрлек итеп ҡоролған. Ярты йәйебеҙ Арҡала үтә ине. Ә кисен бөтә ҡыуыштарҙан кешеләр бер урынға йыйыла. Китә шунан йыр-моң, уйын-көлкө, төрлө мәҙәктәр һөйләү, бер-береһен мәрәкәләү… Ә хәмер тигән нәмә атайҙарҙың, ағайҙарҙың башына ла инеп сыҡмай ине. Гармун, ҡайҙалыр ҡурай тауыштары ла ишетелә. Эт өргән, ат кешнәгән, төнгө ҡоштарҙың пырылдашып осҡан тауыштары, ҡыуыштарында оҙаҡ йоҡлай алмай, зәңгәр күктәге йондоҙҙарҙың атылғанын һанап ятыусы йәштәрҙең шырҡ-шырҡ көлөшөп алыуҙары, ололарҙан кемдер берәүҙең усаҡты ҡағыштырып, уртаһынан, янып өҙөлөп төшкән йыуан ағастарҙы уртараҡҡа өйөп һалып, эш бөттө бөгөнгә тигәндәй, тирә-яҡҡа күҙ ташлап, үҙенең ҡыуышына инеп ятыуынан һуң, урман тынлыҡҡа сума. Йоҡолары әллә туя, әллә юҡ, беренсе ҡояш нуры менән ҡыуыш тирәләй йәнлелек башлана. Шул уҡ өсөнсө фотоны иғтибар менән ҡараһаҡ, атайым эйәр өҫтөндә ултыра. Күпме юлдар үткән ул ошо эйәре өҫтөндә! Әле әрме хеҙмәтенә барғансы, Хажи олатай уны, ғәрәпсә уҡырға өйрәнһен тип, атҡа меңгәштереп Уҫманғәле, Асы ауылдарына ғәрәпсә уҡый белгән белемле хәҙрәттәргә йөрөткән. Атайым йәштән намаҙға баҫҡан. Ун алты, ун ете йәшендә Учалы районы Байрамғол ауылына барып башланғыс мәктәпте тамамлауына таныҡлыҡ ала. Бөйөк Ватан һуғышында Туймазынан Берлинға тиклем атлы кавалерия дивизияһы составында Еңеү яулап ҡайта. Һуғыштан һуң да апайым Мәрйәмде Темәскә педучилищеға, һуңынан Мәсәғүткә уҡытыусылар институтына алып барып, урынлаштырып ҡайта. Атайыма атта һыбай йөрөү бер ни түгел, ә бына беҙгә, ҡыҙҙарға, Арҡаға йөк күтәреп йәйәү йөрөү бик үк күңелле түгел ине. Барғанда тауға йөк менән күтәреләбеҙ, ә ҡайтҡанда түбәнгә табан гел йүгереп ҡайта инек. Ҡайһы саҡ күбәне лә, сыбыҡҡа өйөп һөйрәтә инек. Шулай йонсоған саҡта ла, һыр бирмәй, мәрәкәләшеп, көлөшөп алабыҙ. Бер, күк күкрәп, ялағай уйнап, йәшен йәшнәп, ҡойоп ямғыр яуған төндә Әҡлимә менән шаярышып теләктәр теләйбеҙ. Ялағай уйнап ебәрһә, тирә-яҡ яҡтырып китә, Ҡәҙер төнө был, тип, Хоҙайҙан кәрәкле әйбер төшөрөүен һорайбыҙ. Әҡлимә менән алдан һөйләшкән кеүек, бер тауыштан “Хоҙайым, зинһар, беҙгә арба төшөр”, - тип ҡысҡырабыҙ. Хәтижә апай, атайымды уятаһығыҙ, тип, тиргәшә. Ә беҙ әле бер нәмә, әле икенсе нәмә һорайбыҙ Хоҙайҙан. 10-12 саҡрым үргә табан йөк күтәреп йөрөүе ялҡытҡандыр инде. Оҙаҡ та тормай, ҡайҙандыр аҡса килеп сыҡҡандыр инде, атайым арба алырға булды. Уныһында ла йөҙ мәшәҡәттәр аша үтергә кәрәк ине. Туҡан яғында кемдер арба тәгәрмәстәре һата икән. Атайым Илһам ағайҙы иптәшкә алып Туҡанға китте. Хәҙер Төркиәгә тиҙерәк барып киләләрҙер. Тар колеялы тимер юлы буйлап тәүҙә Ишлегә, унан Туҡанға барырға кәрәк. Тәгәрмәстәр һатып алалар, ләкин кире ҡайтҡан поезға өлгөрмәйҙәр. Йөҙ мәшәҡәттәр менән өсөнсө көнгә ҡайтып инәләр. Арбаны йыйып эшләп бөткәнсе, бесән эшләү ваҡыты ла үтеп китә. Беҙ таралышабыҙ: кем уҡыуын дауам итә, кем эшкә китә. Бына тағы бесән ваҡыты етте. Беҙ ҙә каникулға ҡайттыҡ. Ниһайәт, Арҡаға бесәнгә арбала барабыҙ!
Тулы материалды гәзиттең 94-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: