Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Ноябрь 2018, 17:50

Ҡанат ҡуйған, илһам биргән тыуған ауылы Ноҡат…

Инйәр мәҙәни үҙәгендә уҡытыусы, шағирә һәм яҙыусы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әнисә Аҫылғужинаның юбилейына, “Меңйәшәр солоҡ” романының исем туйына арналған ижад кисәһе уҙҙы.

Кисәгә Белорет, Учалы, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарынан ҡәләмдәштәре, дуҫтары, уҡыусылары, туғандары килде.
Был матур сара юҡҡа ғына Айбулат Оморҙаҡовтың ҡурай моңо аҫтында Мөхәмәтдин Абдулкәримов башҡарыуында халыҡ йыры менән башланып китмәгәндер. Дүрт китап авторы Әнисә Бәхтегәрәй ҡыҙы һәр әҫәрендә тыуып үҫкән еренең, ата-бабаларының яҙмышын, тарихын оло һөйөү һәм тәрән ихтирам, һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғолары менән һүрәтләй, данлай, һөйөү йырын йырлай. Тап шуның өсөн дә Әнисәнең теле бай ҙа, яғымлы ла, һутлы ла, фәһемле лә, ғорур ҙа, сая ла.
Әнисәнең ижады халыҡ күңеленә яҡын булыуын кисә үтәсәк залдың тулы булыуы ла раҫланы. Уны мәртәбәле байрамы менән ҡотларға тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Юбилярҙың коллегалары Әлиә Саматова менән Зөлфиә Мөхәмәҙиева кисәне йәнле һәм йәмле итеп алып барҙылар. Һәр сығыш йырмоң, бейеү, романдан өҙөктәрҙе сәхнәләштереү менән аралаштырып алып барылды. Уларҙа Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина етәкселегендәге “Елмерҙәк” халыҡ театры, “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театры артистары ҡатнашты.
Әнисә Бәхтегәрәй ҡыҙы ҡыҫҡаса үҙенең ижад юлы менән таныштырҙы. БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә үк әүҙем яҙыша башлаған, хатта уның етәксеһе булған Әнисәнең ижады тиҙ арала халыҡ күңелен яулап ала. Әммә тыуған ауылына эшкә ҡайтыу, ғаилә сәбәптәре арҡаһында ижад итеү процесы бер аҙға тотҡарланып ҡала. Дөрөҫөрәге, ул ижад итә, әммә китап сығарыу тураһында хәстәрләмәй. Ул һыйыр һауыуҙы ла, шишмәнән һыу алыуҙы ла, бесән сабыуҙы ла ниндәйҙер бер сихри мөғжизәгә әүерелдерә. Уның уңғанлығына, тырышлығына, дәрт-дарманына, бөтә донъяны, эргә-тирәләгеләрҙе үҙе тирәләй әйләндерә белеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Шулай булмаһа, Ноҡаттан Арышпарға йәйәүләп йөрөп уҡытырға, улдары Рәмил менән Ғәҙелгә матур тәрбиә бирергә, сирле әсәһен ҡарарға, 3-4 һыйырҙы һауып, һөтөн эшкәртеп, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ башҡа эштәрен эшләп өлгөрөр инеме ни? Ә уның ихласлығын, киң һәм бай күңелле, мул ҡуллы булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Һәр килгән кешегә майын, ҡаймағын, ылашта киптерелгән ҡоротон биреп ҡайтара. Уның бәхетле ҡатын, әсәй икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора. Тормош иптәше Ғәлимйән Шәрәфетдин улы Ағзамов та данлыҡлы һәм аҫыл заттан. Берҙәм, бер һүҙҙән булып донъя йөгөн тартҡанға ла уларҙың тормошо алға бара. Иң мөһиме - Әнисәнең ижады сәскә ата.
Тәбрикләү сәләмдәре менән иң тәүҙә сәхнәгә танылған яҙыусы һәм шағир, сәсән, йырсы һәм һәүәҫкәр композитор, “Өлкәр” һәләтле балаларҙы күтәрмәләү фонды етәксеһе Мәүлит Ямалетдинов күтәрелде.
Тулы материалды гәзиттең 96-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: