Районыбыҙҙа ла кешеләр һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәре күп. Ундайҙар һәр ауылда тиерлек бар. Шуларҙың береһе Рәмзиә Һөнәрғолова.
Һәр кем өсөн иң ҡәҙерлеһе - ныҡлы һаулыҡ. Мулдаҡай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәмзиә Һөнәрғолова иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған. Ауыл халҡы араһында күптән ихтирам яулаған. Һауа шарттарына ҡарамай, тәүлектең ниндәй генә ваҡытында мөрәжәғәт итмә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ул. Рәмзиә Зиннәт ҡыҙы бына 33 йыл инде кеше һаулығы һағында. Хеҙмәт юлының 10 йылын Исҡушты ауылы халҡына бүлһә, 23 йылға яҡын Мулдаҡай ауылында эшләй.
Мулдаҡай фельдшер-акушерлыҡ пунктында 232 кеше иҫәпләнә. Медицина хеҙмәткәренең ҡарамағында мәктәп йәшендәге 36 бала. Мәктәпкәсә йәштәге 7 бала булһа, иң бәләкәй пациентына 5 ай ғына әле. Медпункт социаль-мәҙәни үҙәктең икенсе ҡатында урынлашҡан, һаулыҡ учреждениеһына бүленгән бүлмәләр иркен, мөмкинлектәр булдырылған. Сирлеләр һәр ваҡыт килеп уколын да ҡаҙата, дарыуын да ала.
- Һаулыҡ һаҡлау системаһында үҙгәрештәр булып тора, талаптар ҙа ҡаты. Яҡын киләсәктә ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты ла бер системаға һалыныр, юғары тиҙлекле Интернеты ла булыр, тип ышанабыҙ, - тине ауылдаштарының һаулығы һағында торған Рәмзиә Һөнәрғолова.