Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Декабрь 2018, 20:17

Йыл йомғаҡланды, маҡсаттар ҡалды

Ҡаланың музыка мәктәбендә Ирекмән йылын йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина тантаналы йыйылышты асып:

- Ауыр саҡта эргә-тирәләгеләргә, яҡындарыңа ярҙам итеү халҡыбыҙҙың күңеленә, холҡона, мәҙәниәтенә һалынған. Шунлыҡтан, беҙ бер йыл элек Ирекмән йылын асып, традицияларыбыҙҙы яңырттыҡ. Бөгөнгө көндә ирекмәндәр, ҡағиҙә буйынса, юғары социаль яуаплылыҡҡа эйә, актив гражданлыҡ позицияһын биләгән кешеләр. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡазаланыусыларға ярҙам итеүҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан геройҙарҙың исемдәрен тергеҙеү, эҙләнеү эштәрендә ҡатнаша һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙы пропагандалай. Ҡаланың Йәштәрҙең ял үҙәгендә бына инде 11 йыл “Бергә” төбәк йәштәр ойошмаһының бүлеге эшләй. Унда йәмғеһе 137 ирекмән иҫәпләнә. Улар тарафынан ойошторолған төрлө саралар беҙҙең йәмғиәтте формалаштыра. Ирекмән йылы тамамланыу - ул ирекмәндәр эше туҡтауҙы аңлатмай, киреһенсә, йылдан-йыл уларҙың сафы арта бара. Муниципаль район Советы исеменән районыбыҙҙың барлыҡ ирекмәндәренә мөһим, кәрәкле сараларҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтәм һәм киләсәктә уңыштар теләйем, - тине.
Унан һуң, “Йыл ирекмәне” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр ете номинацияла баһаланды. “Иң яҡшы медик ирекмән” номинацияһында ҡаланың медицина колледжы студенттары Истикбол Иминжанова менән Влада Шамилева, “Иң яҡшы медиа ирекмән” - Эмиль Әхмәҙуллин (17-се гимназия), Арина Петухова (1-се мәктәп) һәм Милена Васильцова (20-се мәктәп), “ Иң яҡшы социаль ирекмән” - София Хәкимова (17-се гимназия), Эвелина Янгирова (1-се мәктәп) һәм Илья Никитин (21-се мәктәп), “Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы ирекмән” - Анна Ткаченко (1-се мәктәп), Валерия Мокрушина (17-се гимназия) һәм Александра Сидухина (21-се мәктәп), “Иң яҡшы корпоратив ирекмән” - Полина Каретникова (21-се мәктәп), Оксана Йомағужина (педагогия колледжы), Диана Нәбиева (педагогия колледжы), “Иң яҡшы эколог ирекмән” - Алина Нәбиева (1-се мәктәп), Александра Пьянкова (3-сө мәктәп) һәм Татьяна Ткачева (1-се мәктәп) көрәште.
Шулай итеп, “Иң яҡшы медик ирекмән” исемен Истикбол Иминжанова, “Иң яҡшы медиа ирекмән” - Арина Петухова (һүрәттә), “Иң яҡшы социаль ирекмән” - Илья Никитин, “Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы ирекмән” – Анна Ткаченко, “Иң яҡшы корпоратив ирекмән” - Оксана Йомағужина, “Иң яҡшы эколог ирекмән” - Алина Нәбиева яуланы. Еңеүселәргә Дипломдар, бүләктәр тапшырылды. “Ҡаланың иң яҡшы ирекмәне” исемен яулау өсөн Алина Нәбиева, Анна Ткаченко, Оксана Йомағужина, Яна Садыкова һәм Истикбол Иминжанова көрәште. Бына тулҡынландырғыс минуттар яҡынлашты. Йәштәрҙең ял үҙәге директоры Вероника Викторовна Шайхатарова конвертты асып, еңеүсене иғлан итте. Был исемгә 8-се мәктәптән Яна Садыкова лайыҡ булды. Уға кубок, Диплом һәм сертификат тапшырылды.
Ҡаланың үҙешмәкәр коллективтарының сығыштары менән үрелеп барған сара ирекмәндәрҙең флешмобы аҫтында сәхнәгә ҙур торт сығарыу менән тамамланды.
Читайте нас: