Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Ғинуар 2019, 12:22

Иман - йәннәт асҡысы

Бәрәкәте юҡ, тиҙәр донъяның. Әҙәм балаһы матди йәһәттән мохтажлыҡ кисермәһә лә, ейгән тәғәмдәренең, йыйған мал-мөлкәтенең, тотҡан аҡсаларының ҡото-ырыҫы юҡ кеүек. Йөҙ-ҡиәфәтенән нур бөркөлөп торған, тормошонан, һайлаған яҙмышынан ҡәнәғәттәр ҙә һирәк осрай... Фанилыҡта күңел бөтөнлөгө вә бәхетле ғүмер ҡылыр өсөн нимә етмәй һуң Хоҙай бәндәһенә? Йәшәү мәғәнәһен юғалтҡанда, рухи төшөнкөлөккә бирелгәндә кемгә һыйынырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп дин юлындағы замандашыбыҙ - Йөйәк ауылы имам-хатибы Рәхимйән Тимерйән улы ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Рәхимйән Тимерйән улы, белеүебеҙсә, һеҙ иманға килгәнсе хәтһеҙ йылдар тимер юлында төҙөкләндереү буйынса бригадир вазифаһын башҡарғанһығыҙ. Дини донъяға нисек килеп юлыҡтығыҙ?
- Бисмилләһир-рахманиррахим. Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Иман юлына кеше топ-тойоҡтан ғына баҫмай ул. Әгәр зат-зәүер араһында хаҡ мосолмандар булһа, улар ҡылған доғалар Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеп, шул нәҫел кешеләренең күңеленә иман нуры булып ҡайта. Беҙ, мәҫәлән, бүленешебеҙ менән мөфтөйҙәр араһынан. Атайым яғы элек-электән ғилемле дин кешеләре менән дан тотҡан. Шәхсән үҙем хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына дингә ныҡлап аяҡ баҫтым. Быға тиклем дә доғалар ятлап, күңелем менән Аллаһҡа яҡын инем.
► Йөйәк ауылы халҡы күптән түгел өр-яңы мәсетле булды...
- Эйе, 95 йыл дауамында изге йортһоҙ йәшәгән ауыл өсөн ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға был. Меңгә яҡын кеше көн күргән төйәктә аҙан тауышы яңғырамауы башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит. Дингә килеүем ауылда мәсет төҙөү уйын яралтты. Ниәтемде ғәмәлгә ашырыу маҡсатында, элекке ауыл хакимиәте башлығына ярҙам һорап барҙым. Шәүҡәт Ғариф улы Салауатов мине диҡҡәт менән тыңлап, ниәтемде хупланы. Шулай итеп, ауыл халҡының, ситтә йәшәгән хәлле яҡташтарҙың, ауыл хакимиәтенең ҙур ярҙамы менән бер йыл эсендә мәсет төҙөп ултырттыҡ. ► Аллаһ йорто барлыҡҡа килгәс, ауылда ниндәйҙер үҙгәрештәр тойолдомо?
- Мәсет асылып, тәүге аҙанды ҡысҡырыу менән ҡайһы бер оло кешеләр хатта илаған. Ғөмүмән, аҙан тауышы ауылға тынлыҡ, илаһилыҡ килтерә, кеше төйәген яман көстәрҙән арындыра, күңелде пакландыра. Балаларҙың, йәштәрҙең, оло инәйҙәрҙең Аллаһ йортона йөрөүе, доғалар уҡыуы бик мәслихәт күренеш. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә ун бишләгән бала мәсетебеҙҙә дәрестәр ала. Улар менән доғалар ятлайбыҙ, намаҙға баҫыу тәртибен, ғәрәп телен өйрәнәбеҙ, дини темаларға арналған конкурстарға әҙерләнәбеҙ. Әйткәндәй, үҙемә лә Рәсәйҙәге дини ғилем биргән иң көслө уҡыу йорттарының береһен - Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Ислам” университетын тамамлап, белемемде камиллаштырып ҡайтырға насип булды. Хәйер, дин тураһында ғилемде бер ҡасан да алып бөтөрлөк түгел. Ҡөрьән китабы алты йөҙ биттән генә торһа ла, уның эсенә йәшеренгән сер-хикмәттәрҙең төбө-тамырына төшөү өсөн хатта диңгеҙ-йылғалар һаны ла етмәҫ. Диндә ғилем эстәү оло сауаптарҙан һанала. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әҙәмдәргә бишектән ләхеткәсә белем алырға, үҙе белгәнде бүтәндәргә таратырға ҡушҡан. «Мөьминдең зирәклегенән ҡурҡығыҙ, сөнки ул Аллаһтың нуры менән ҡарай», тигән Аллаһ илсеһе. Әгәр кеше ғилемле булып та, уны бүтәндәрҙән йәшерә икән, тимәк, бының менән ул ҙур гонаһ ҡыла.
► Әллә йәшәйешебеҙ үтә ауыр, әллә бәндә шулай көйһөҙ - уфтаныуҙан, ризаһыҙлыҡ белдереүҙән бушамайбыҙ. Заман сире - стресс, күңел төшөнкөлөгө менән дә йыш ауырый әҙәм балаһы. Был йәһәттән һеҙҙең фекерҙе ишетергә ине...
- Беҙҙең дәүерҙә кешегә ышаныс, бәрәкәт тигән нәмә етешмәй. Йөрәгендә инаныу, өмөт булмағандың тормошо ла мәғәнәһеҙ вә буш. Аллаһы Тәғәләгә ышаныс беҙҙе күп бәләләрҙән йолоп ҡала; уйҙарыбыҙҙы - яҡтыраҡ, күңелебеҙҙе - нурлыраҡ, йәшәйешебеҙҙе тулы ҡанлы итә. Кеше матди яҡтан етешеп тә, бәрәкәткә тейенмәһә, ул күңел тыныслығынан мәхрүм була. Бәрәкәт - ул Тәңребеҙҙең ҡөҙрәте. Аллаһ бәрәкәт бирә икән, әҙәм балаһының йәне лә тыныс, эштәре лә уң. Шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә яҡын булыу, йөрәктә уға ышаныс йөрөтөү фарыз. Әйләнгән һайын “Бисмилләһир-рахманир-рахим”, “Әлхәмдүлиллаһ” тип ҡабатлап йөрөгәндәргә шайтан һәм уның әшнәләре яҡынлай алмаҫ. “Миңә ҡолом бер ҡарыш ынтылһа, уға бер ҡолас яҡынлармын. Атлап килә башлаһа, ҡаршыһына йүгереп барырмын”, тиелә Ҡөрьән-Кәримдә. Йәнә лә: “Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһы Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылығыҙ, уның бойороҡтарын үтәгеҙ, тыйғанынан тыйылығыҙ, Уның рәсүленә иман килтерегеҙ. Ул һеҙгә Үҙ рәхмәтенән ике өлөш бирер, һеҙгә йөрөр өсөн яҡтылыҡ яһар һәм һеҙҙе кисерер. Аллаһы Тәғәлә - ярлыҡаусы, рәхимле”, тигән юлдар бар изге китапта. Аллаһты иҫкә алыу донъяның бәрәкәтен арттыра, йәнде илаһилыҡҡа сорнай.
► Донъя малы тип нәфсеһен ауыҙлыҡлай алмағандар, иманын онотҡандар ҙа бихисап...
- Матди байлыҡ кешенең йәшәү мәғәнәһенә әйләнмәһен ине. Ғөмүмән, кеше донъя малы тип - намаҙға, ә намаҙ тип донъя малына кәмселек килтермәһен. Артыҡ фәҡирлек тә диндә хупланмай. Изге китапта һәр нәмәлә алтын урталыҡты табыу зарури тиелә. Бер ғәмәл дә саманан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Әхирәткә күскәндә, беҙҙән күпме аҡсаң, малың булды тип түгел, ниндәй ғәмәлдәр ҡылдың тип һораясаҡтар. Зыярат - ул соҡорҙарҙың-соҡоро. Кемгәлер - тамуҡ, кемгәлер - йәннәт баҡсаһы...
► Әҙәмде ылыҡтырған, хатта ки ҡол яһаған насар ғәҙәттәр, шикле кинәнес-ләззәттәр менән донъя тулған. Был шайтан ҡотҡоһонан нисек һаҡланырға?
- Насар ғәҙәттәр, яман ҡылыҡтар, бер-берең тураһында ғәйбәт һүҙ йөрөтөү беҙҙе, ысынлап та, шайтан ҡоло итә, тамуҡ соҡорона һөйрәй. Ғәйбәтте генә алайыҡ.
Ғәйбәт һөйләү Ислам динендә иң ҙур гонаһтарҙан һанала. Раббыбыҙ Ҡөрьәндә ғәйбәт һөйләүҙе үлгән кешенең итен ашау менән сағыштыра.
Ғәйбәт - ул кеше тураһында үҙе юҡта нахаҡ һүҙ һөйләү. Аллаһы Тәғәлә иһә насар уйҙарҙан һаҡланырға ҡуша. Сөнки улар шиккә алып килә. Шик - шулай уҡ ғәйбәт. Әгәр бер ир сит ҡатын менән бүлмәлә ҡалһа, йәки машинала барһа, кемдер күреп, “Былар бергә бит, юҡҡа түгел”, тип шикләнһә, тимәк, был кеше ҙур гонаһ ҡыла. Ғөмүмән, беҙҙең динебеҙ ирҙәргә сит ҡатындар менән яңғыҙ ҡалырға ҡушмай. Әгәр эш, йә бүтән сәбәп менән аулаҡта тура киләләр икән, ишекте асып ҡуйыу фарыз.
Динебеҙҙә ғәйбәттең гонаһы зина ҡылыуға тиң тиелә. Аллаһ күп гонаһтарҙы ярлыҡаһа ла, ғәйбәттекен ғәфү ҡылмай. “Ғәйбәт һөйләп, нахаҡ табып, бер кешене төрмәгә ултырталар. Был әҙәм зиндандан сыҡҡас, яла яғыусы уның янына килә, ғәфү итеүен һорай. Тегеһе мендәр алып сығырға ҡуша. Мендәрҙең тышын йыртып, йөнөн туҙҙырғас: “Хәҙер инде шул мамыҡты кире тултыр”, ти. “Нисек уны йыйып бөтәйем, был бит мөмкин түгел”, ти ғәйбәтсе. “Шулай шул, бер ауыҙҙан сыҡҡан алама һүҙҙе, таралған ғәйбәтте лә кире йыйып булмай, ғәфү һорама”, тиелә бер хәҙистә.
Ғәйбәт һөйләгән кеше күп нәмәнән мәхрүм: Аллаһтың рәхмәтен юғалта, фәрештәләре ҡалдыра, Тәңребеҙҙең яҡлауынан ваз кисеп, тамуҡтың иң төбөнә эләгә. Үлер алдынан ундай әҙәмгә Ғазраил фәрештә яман тауыш сығарып килер. Йән сыҡмаҫҡа булып айҡалашһа, Ғазраил уны кешенең ауыҙына ҡулын тығып тартып алыр.
Бүтәндәрҙән кәмселектәр эҙләмәгеҙ, үҙегеҙҙән эҙләгеҙ, тигән Раббыбыҙ. Ғәйбәт һүҙ ишетеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, ҡайғырып йөрөү ҙә Ҡөрьәндә хупланмай. Шайтан кешенең ҡайғылы сағын ярата. Үткәнде, кисәге көндө уйлап, бөгөнгөһөнөң бәрәкәтен юғалтмағыҙ.
► Һуңғы йылдарҙа дингә бик күп йәштәр килде. Әммә улар барған иман юлында төп ислам ҡанундары инҡар ителә, буғай. Хатта ки ошо юҫыҡта ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр, ыҙғыштар ҙа ҡубып тора...
- Ислам диненең йүнәлештәре бихисап. Шуларҙың бер төрө - вахабизм. Ҡалыпҡа һалынған дини ҡанундарға, тәртиптәргә, ҡағиҙәләргә буйһоноуҙы дөрөҫ тип тапмай был ағымдағылар. Уларса, беҙ намаҙҙы яңылыш уҡыйбыҙ, дөрөҫ йәшәмәйбеҙ. Йәштәрҙең ҡайҙа ла шулай еңел юлдар, әмәлдәр эҙләүе, ошоноң арҡаһында дини йолаларҙы, ғәмәлдәрҙе боҙоуы, әлбиттә, яҡшы күренеш түгел. Шулай ҙа, йәш быуындың берләшеүе, эскелек һәм башҡа насар ғәҙәттәрҙән арына барыуы күңелде йылыта.
► Мосолман кешеһенә Яңы йылда мәжлес йыйып, байрам итеү тыйыла, тиҙәр...
- Был турала изге китапта бер ни тип тә яҙылмаған. Хәләл ризыҡтарҙан табын ҡороп, эскеһеҙ-ниһеҙ, әхлаҡи нормаларҙың сигенән сыҡмай ғына ғаилә менән йыйылып ултырыуҙың әллә ни яҙығы юҡтыр. Мәжлес үткән ерҙә, айырыуса, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен әҙәпле тотһон, хәләл ефетенә генә тәғәйен матурлығын сит күҙҙәрҙән йәшерһен ине. Сөнки ябай ҡунаҡ булһынмы, йә аят уҡытылһынмы, әгәр гүзәл зат асыҡ кейем кейеп, кәрәкмәгән ерҙәрен ялтыратып ултырһа, был йортто фәрештәләр урап үтә. Шуға ла, ҡылынған доғаларҙың сауабы әрәм булмаһын тиһәгеҙ, әхлаҡ ҡанундарын һанлау фарыз.
Ғөмүмән, Яңы йылды һәр ҡайһыбыҙ доғалар уҡып, Аллаһтан бар гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорап, изге уй-ниәттәр, матур хыялдар менән ҡаршылағандар. Барлыҡ яҡташтарыбыҙға донъялыҡта иман вә тәүфиҡ юлдаш булһын, изге ғәмәлдәре асманға ашһын!
► Беҙгә ваҡыт бүлеп, Аллаһ һүҙҙәрен еткергәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә, Рәхимйән хәҙрәт!
Читайте нас: