Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Ғинуар 2019, 14:15

Йәштәр өсөн өлгө

Ғәйсәр Бәхтигәрәй улы Аҫылғужин үткән быуаттың 70-80-се йылдарында илдә иң алдынғы сым һуҙыусыларҙан һанала һәм продукцияны шәхси сифат келәймәһе менән баҫып сығарыу хоҡуғы ала.

Алдынғы металлург Ноҡат ауылында тыуып үҫә. Иҫтәлектәре буйынса, ул сым һуҙыусы һөнәре тураһында тәүге тапҡыр бала сағында ишетә. Тиҫтерҙәре менән урамда уйнағанда бер нисә метр тимер сым табып ала. Сым нәҙек булһа ла, өҙөрлөк түгел. Табышты алып ҡайтып атаһына күрһәтә. Атаһы улына был сымдың Белорет заводында эшләнгәнен аңлатып бирә. “Заводта станоктар бар, уларҙа ҡорос сым һуҙалар”, - тип аңлата атаһы. Ул ваҡытта сым һуҙыусы һөнәре киләсәктә улы яҙмышында мөһим роль уйнаясағын күҙ алдына ла килтермәгәндер атай кеше.
Ғәйсәр Бәхтигәрәй улының тормош юлы - намыҫлы хеҙмәт, илһөйәрлек һәм ныҡлылыҡтың сағыу бер өлгөһө, киләсәк быуын өсөн ышаныслы ориентир. Муниципаль район хакимиәтенең тәүге оператив кәңәшмәһендә тантаналы шарттарҙа Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры Ғәйсәр Бәхтигәрәй улы Аҫылғужинды 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланылар. Данлы яҡташтары менән белореттар хаҡлы ғорурлана ала!
Читайте нас: