Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Ғинуар 2019, 12:42

Аk халатлы аk маkсатлы егет

Һөнәр һайлау - һәр яҡлап ныҡлы уйлап, үлсәп атҡарылырға тейешле етди эш. Ул, бер яҡтан, һәләттәреңде күҙ уңында тотоуҙы, шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарыңды баһалауҙы талап итһә, икенсенән, буласаҡ һөнәрең талап иткән шәхси һыҙаттарыңдың да булыуын иҫәпкә алыу кәрәк. Ҡаланың медицина колледжы студенты Данис Нәжметдинов был йәһәттән үҙен тапҡан да инде.

Данис - Белорет ҡалаһы егете. Ҡаланың 20-се мәктәбендә 11 йыл уҡыу дауамында тик “4”ле һәм “5”ле билдәләренә генә өлгәшкән. IX класты тамамлағанға тиклем үҙен буласаҡ инженер итеп күҙ алдына килтерә, кораблдәр, космосты өйрәнеү өсөн төрлө приборҙар төҙөү тураһында хыяллана.
Медицина юлынан китеү теләге мәктәптә һуңғы ике йыл уҡыу осоронда барлыҡҡа килә һәм ул быға ныҡлап әҙерләнә башлай. Әсәһенең медсестра булып эшләүе, өйҙә йыш ҡына медицина өлкәһендәге темаларға һөйләшеүҙәр ҙә быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әлбиттә. XI класты тамамлап, ҡулына аттестат алғас, Башҡорт дәүләт медицина университетына һынау тота, тик конкурстан үтә алмай. Үҙен башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтермәгән егет төшөнкөлөккә бирелмәй, документтарын Белорет медицина колледжының “Дауалау бүлеге”нә тапшыра. I курста уҡып йөрөгәндә хәрби комиссариаттан Ватан алдындағы бурысын үтәргә саҡырыу ҡағыҙы килеп төшә һәм кесе сержант Данис Нәжметдинов Һамар өлкәһендә мотоуҡсылар ғәскәрендә фельдшер булып хеҙмәт итеп ҡайта. Уҡыуын дауам итергә теләгән егет иртәгәһенә үк колледжға йүнәлә.
Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ булған егет, буласаҡ һөнәренең нескәлектәренә өйрәнеү менән бер рәттән, уҡыу йортоноң йәмәғәт тормошонда, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ла актив ҡатнаша. Ситтән тороп Волга буйы федераль округы студенттарының тѳбәк-ара олимпиадаһында - II, Волга буйы федераль округындағы медицина һәм фармацевтика уҡыу йорттары араһында плакаттар конкурсында “Хирургияла диагностикалау” номинацияһында III урын яулаған. Бынан тыш психология, математика һәм информатика буйынса Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы уҡыу йорттары араһында уҙғарылған олимпиадаларҙа, медсестра эше буйынса викторина-конкурста, инглиз теленән тѳбәк-ара викторинрала, Волга буйы федераль округының медицина һәм фармацевтика уҡыу йорттары араһында инглиз теленән текстар тәржемә итеү конкурстарында ҡатнашып, күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Быйыл Данис уҡыу йортон тамамлай. Ҡулына диплом алғас, ашығыс ярҙам күрһәтеү бүлегенә эшкә урынлашырға хыяллана. Бер аҙ тәжрибә туплағас, юғары уҡыу йортонда белемен камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
- Йылдар дауамында ҡаҡшаған һаулыҡты бармаҡты шартлатып ҡына ҡайтарып булмай. Шунлыҡтан һәр кем үҙенең һаулығына ҡарата иғтибарлы булһын, сәләмәт тормош алып барһын, спорт менән шөғөлләнһен ине. Күп нәмә кешенең үҙенән тора бит. Ә медицина хеҙмәткәрҙәре - һеҙҙең дуҫтарығыҙ, улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, - ти Данис Нияз улы.
Маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы егеттең киләсәктә үҙ һөнәрен биш бармағы кеүек белгән табип булып, кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу, һыҙланыуҙарын баҫыу, ауырыуҙарын дауалау йәһәтенән бик күп эштәр атҡарырына ышаныс ҙур.
Уңыштар һәм өмөтлө киләсәк һиңә, Данис!
Читайте нас: