Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Ғинуар 2019, 13:08

"Эврика"киләсәккә юллама бирә

Белорет педагогия колледжы элек-электән үҙенең тәжрибәле, көслө вә ижади коллективы, йөмлә яңылыҡты элеп алырға әҙер торған һәләтле студенттары менән дан тота. Был махсус урта белем биреү уҡыу йортона эләккән йәш кеше үҙе һайлаған йүнәлеш буйынса ғына ғилем алып ҡалмай, ә һәр яҡтан да үҫешкән, тормошҡа оптимист ҡарашлы, бар өлкәлә лә үҙен һыуҙағы балыҡтай иркен тойор әүҙем, позитив шәхес булып асыла. Инновацион технологиялар, яңы ысул-алымдар арҡылы заман менән типә-тиң атлаған Белорет педагогия колледжы тураһында республикала ғына түгел, унан ситтә лә бик яҡшы беләләр. Был йәһәттән колледж диуарҙарында 2009 йылдан бирле уңышлы эшмәкәрлек алып барған “Эврика” студент педагогик отрядын телгә алмау яҙыҡ булыр ине. Сөнки тап ошо отрядҡа нигеҙ һалынғаны бирле уҡытыусылар, студенттар өсөн педагогик донъя бөтөнләй икенсе - мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс яҡтан асылғандай.

“2009 йылда беҙҙең колледжды Өфө ҡалаһында үткән педагогик отрядтарҙың республика конкурсында ҡатнашырға саҡырҙылар. Оҙон-оҙаҡ уйлап тормай, 5 кешелек төркөм туплап, баш ҡалаға юлландыҡ. Өс көн дауамында барған көсөргәнешле конкурста, беренсе тапҡыр ғына ҡатнашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, гран-при яулап, ҙур уңышҡа ирештек. Әйткәндәй, 250-нән ашыу кеше көс һынашҡан ярышта беҙҙең команда иң аҙ һанлы отряд ине. Шунан бирле Белорет педагогия колледжы йыл һайын был конкурста алдынғылар рәтендә. Бынан тыш, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Перспектива” вожатыйҙар әҙерләү республика үҙәге менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙе хәҙер таныйҙар, ихтирам итәләр, һоҡланалар ҙа”, - ти “Эврика” педагогик отрядының тиңһеҙ етәксеһе, Рәсәй студенттары отрядының педагогик йүнәлештәге кураторы Людмила Александровна Дмитриева ғорурлыҡ менән.
Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул: 2009, 2013-тә гранпри алған отряд 2016 йылда Өфө ҡалаһында студент отрядтары араһында үткән IX республика фестивалендә “Иң яҡшы педагогик отряд” булып танылып, ҡулдарына әләм тотоп ҡайта (һүрәттә). Шуны ла билдәләү зарур: 2015 йылдан бирле “Эврика”ла эшмәкәрлек иткәндәр Бөтөн Рәсәй студент педагогик отряды ағзалары булып тора.
Был инде Белорет педагогия колледжы студенттарына һәр йәй һайын Рәсәйҙең “Орленок”, “Артек” ише иң шәп лагерҙарында эшләү мөмкинлеген бирә.
2018 йылдың 1 октябрендә Белорет командаһы Өфөлә 4 этаптан торған “Вожатыйҙар лигаһы” республика конкурсында II урын яулай. Был еңеү арҡылы “Эврика” педагогик отрядтың ағзаһы, III курс студенты Анастасия Бурылеваға 6 кешенән торған республиканың йыйылма командаһы составында Мәскәүҙә, Рәсәй Президенты В.В. Путин бойороғона ярашлы, тәүге тапҡыр ойошторолған Бөтөн Рәсәй “Вожатыйҙар лигаһы” ярышында ҡатнашыу бәхете тәтей. Бихисап отрядтар араһында ярымфиналға үтеп, ярайһы уҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшкән төркөм сағыу тәьҫораттар алып, Дипломдар менән бүләкләнеп, тәжрибә туплап ҡайта.
Отряд ағзалары Людмила Дмитриева етәкселегендә ғилми эш менән дә шөғөлләнә. Улар яҙған концепциялар, программалар һәм мәҡәләләр һәр ваҡыт тиерлек I урынға лайыҡ. Әйткәндәй, был эшмәкәрлек өсөн отрядтың копилкаһында, иҫәпһеҙһанһыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары менән бергә алтын миҙал да бар.
Үҫеш вә камиллашыу юлын хуплаған, белем эстәүгә күп көс һалған “Эврика” студент отряды ағзаларын берләштереүсе мөһим һыҙат - уларҙың барыһы ла кескәйҙәрҙе ярата. Башҡортостандағы, Рәсәйҙең бүтән төбәктәрендәге йәйге лагерҙарҙа вожатый бурысын башҡарған егет-ҡыҙҙар үҙ эштәренә үтә яуаплы ҡарай. Ҡыҙыҡлы аралашыуҙарға, мажараларға бай миҙгелдән һуң һәр студент уҡыу йылын ташып торған дәрт-дарман, өр-яңы идеялар менән дауам ҡыла. Быға тиклем бәғзеләрҙең һайлаған йүнәлештәре йәһәтенән ниндәйҙер шиктәре булһа, илебеҙҙең алдынғы лагерҙарына вожатый сифатында барып ҡайтҡандан һуң, бындай уй-фекерҙәр зым-зыя юҡҡа сыға икән.
“Отрядтың составы йыл да тиерлек үҙгәреп торһа ла, ҡасандыр “Эврика” студент отряды рәтендә йөрөүселәр үҙҙәрен һаман уның ағзаһы итеп тоя. Һәм был - ғүмерлеккә. Беҙҙең сығарылыш студенттары барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан, күңеленә ятҡан өлкәлә уңыштарға ирешкән. Был иһә “Эврика”ның киләсәккә шәп юллама биреүен йәнә бер тапҡыр иҫбатлай. Яйы сыҡҡан һайын уларҙың һәр ҡайһыһы колледжға килеп, яңылыҡтары, ҡыуаныстары, хәтирәләре менән уртаҡлашып, шатландырып китә”, - ти Людмила Александровна ихлас ҡыуанып.
Хәйер, балалар менән эшләүҙе тәғәйенләнеше итер һәр студент өсөн “Эврика” педагогик отряды - бай тәжрибә туплатыр үҙенсәлекле мәктәп ул. Уның аша үткәндәр, һис шикһеҙ, тәүмаҡсатына хыянат итмәйәсәк.

Читайте нас: