- Эйе, яңыраҡ Инйәрҙәге «тиҙ ярҙам» хеҙмәте технопаркы тағы ла бер машинаға артты. Район етәкселеге, Инйәр төбәгенең ҙурлығын, техниканың да иҫкергәнен иҫәпкә алып, машинаны беҙгә бүлде. Былтыр участка дауаханаһында ремонт эштәре лә башҡарылды. Ошо системала эшләгән Инйәр етәкселәре, һәр ваҡыттағыса, ярҙамға килде. “БашкирЭнерго” йәмғиәте (Вадим Ғәтиәтуллин етәкселегендә), Инйәр ПУЖКХ-һы хеҙмәткәрҙәренә ниндәй генә йомош менән мөрәжәғәт итһәң дә, улар һәр ваҡыт ярҙам итеп ебәрергә тырыша. Ҡышын ҡарҙы таҙартыу өсөн Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдиновҡа әйтеүең көс, тиҙ арала техника ебәреп, таҙарттырып та ҡуя. Дауаханала ла сираттағы ремонтты үҙ көсөбөҙ менән атҡарҙыҡ тиергә мөмкин. Буяуҙар ғына һатып алынды, ҡалған эштәр бушлай башҡарылды. Ярҙамсыларыбыҙға рәхмәт. Беҙ улар менән бер нисә йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хәҙер дауаханаға килеүселәр яңы төҫ алған коридорҙарҙа көтөп ултырыу мөмкинлегенә эйә.
- Яңы машина ла бик урынлы булды, әлбиттә. Хеҙмәттең эш шарттары ла хәҙер заманса ҡалыплаштырылған. Ул Белореттың Берҙәм системаһына ҡарай, ГЛОНАСС спутник системаһына тоташтырылған. Үҙаллы хеҙмәттә үҙ эшенең оҫтаһы булған туғыҙ кеше эшләй, ике бригада иҫәпләнә. Улар биләмәнең 26 ауылынан тыш, иң ҡатмарлы Белорет-Өфө автоюлын да хеҙмәтләндерә. Белореттан Архангелгә тиклем юл трассаһы улар ҡана тоташтырылған. Үҙаллы хеҙмәттә үҙ эшенең оҫтаһы булған туғыҙ кеше эшләй, ике бригада иҫәпләнә. Улар биләмәнең 26 ауылынан тыш, иң ҡатмарлы Белорет-Өфө автоюлын да хеҙмәтләндерә. Белореттан Архангелгә тиклем юл трассаһы улар ҡарамағында. Тәбиғәтебеҙ ниндәй генә матур булмаһын, юлдарҙа, бигерәк тә “ҡәйнә теле”ндә, юл фажиғәләре йыш була. Ялған саҡырыуҙар ҙа юҡ түгел. Ҡурҡыу, еңелсә яра менән генә ҡотолғандарға “тиҙ ярҙам” хеҙмәте барып еткәнсе, ҡайһы саҡ ярҙамыбыҙ ҙа кәрәкмәй. Ошондай осраҡтар ҙа йыш булып тора. Яңыраҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы линияһы буйынса 125-се саҡрымда үлемесле юл фажиғәһе тураһында хәбәр иттеләр. Хеҙмәткәрҙәр тиҙ генә ваҡиға урынына сыҡты. Билдәләнгән урынға барып еткәс, бында бер фажиғә лә булмауы асыҡланды. Ә ваҡиға иһә Өфө яғынан 125-се саҡрымда, Архангел районында булған. Бына шундай яңылыш бирелгән мәғлүмәттәр буйынса ла буш йөрөп килгән осраҡтар булғылай. Дауаханала ике «тиҙ ярҙам» һәм еңел машина иҫәпләнә. Еңел автомобиль менән терапевтар, педиатрҙар саҡырыуға, башҡа эштәр менән сыға.
- Мөнәсәбәтте халыҡтың үҙенән һорау дөрөҫөрәктер. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш күләме ҙур. Инйәр ҡасабаһында ғына 6 мең кеше иҫәпләнә. Бынан тыш, 26 ауылдың башҡа дауалау учреждениеларына беркетелгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ. Халыҡ төрлө ҡалаларҙа, күрше райондарҙың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ла иҫәптә тора бит әле. Балалары, туғандары йәшәгән ерҙәрҙе һайлаусылар ҙа юҡ түгел. Эш күләме ниндәй генә ҙур булмаһын, һәр пациентҡа тейешле иғтибар бүлергә тырышабыҙ.
- Кешеләр башлыса өлөш ҡан әйләнеше системаһы сире, ҡан баҫымының юғарылылығынан, һыуыҡ үтеүҙән яфа сигә. Билдәле, хәҙер халыҡтың күпселеге спорт менән шөғөлләнмәй. Балалар, йәштәр телефонда, компьютер артында ултырыуҙы хуп күрә. Мәктәптәрҙә физкультура дәрестәре күбеһенсә спорт залында, ябыҡ бүлмәләрҙә үтә. Ауылда ла саңғыла әллә ни йөрөмәйҙәр. Былтыр ҡар юҡлыҡҡа һылтаныусылар булғайны. Быйыл ҡары ла етерлек, әммә ләкин саңғыға баҫыусылар бик һирәк әле. Хатта район-ҡалала үткәрелгән спорт, бигерәк тә саңғы ярыштарында ҡатнашырға ашҡынып бармайҙар. Шунан килә лә инде һаулыҡҡа кире ҡараш. Ә шулай ҙа, башҡа йылдар, ауылдар менән сағыштырғанда, Инйәр халҡы активлашты. Саңғыла, скандинавса йөрөүселәр күренә башланы. Тимәк, ауыл халҡы ла сәләмәт тормош алып барыуҙың мәғәнәһен аңлай башланы.
- Бер нисә йыл хирургҡа мохтажбыҙ. Хирург кабинеты буш тора. Ә элегерәк бында амбулатор операциялар эшләнә торғайны. Бригада саҡырып эшләткән осраҡтар ҙа булды. Бында килергә риза булған белгескә фатир асҡысы ла тапшырасаҡбыҙ. Асыға участка медсестраһы, Дубинскийға фельдшер талап ителә. Килергә теләүселәр юҡ. Был эш хаҡының аҙ, ҡайһы бер тораҡ пунктарҙың алыҫ булыуына бәйле. Тыуымға килгәндә, Инйәр төбәгендә 2018 йылда 107 бала тыуған. Статистика ла үҙгәреп тора. Медицина ла бер урында тормай. Айырым белгестәргә лә сиратта тормай ғына яҙылырға мөмкин.
- Программа буйынса эшкә килеүсе белгестәр булды. Күпмелер ваҡыт эшләнеләр ҙә киттеләр. «Земство докторы» программаһына үҙгәреш индергәндә, әлбиттә, һәйбәт булыр ине. Йәш белгестәргә эшкә килгәне өсөн түгел, ә ниндәйҙер билдәле ваҡытты эшләгәне өсөн миллион һум түләнһә бик тә һәйбәт булыр ине. Медицинала эшләгән белгестәрҙең дә бит 90 процентын ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Шуға ла йәш белгестәр оҙаҡ тотҡарланмай.
- Республикабыҙ бай, унда аҡыллы халыҡ йәшәй. Ғөмүмән, башҡорт халҡы бер нисә телдә һөйләшеү мөмкинлегенә эйә, эштән дә ҡурҡмай. Эйе, эскелек кенә күптәребеҙҙе бөтөрә. Бындай юлға күбеһенсә, сараһыҙҙан баҫабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, көнөнә эшләп алған 100 һум аҡсаһына бер нәмә лә килмәгәнлектән, фанфурик кеүек ағыулы матдәләрҙе алырға мәжбүр. Ауылдарҙа эш, шөғөл, мәҙәни усаҡтар булмағанлыҡтан ошо юлға баҫалар. Башҡа төбәктәрҙә күҙгә күренерлек эштәр башҡарылһа ла, төпкөл ауылдарҙа юҡ әле. Һиҙелерлек һөҙөмтәләр башҡорт ауылдарында ғына күренәсәк. Электән сәнәғәт төбәге булғас, араҡыһы ла, тәмәкеһе лә һәр ваҡыт һатылған һәм был норма тип һаналған. Әле лә шулай дауам итә. Ә бына йәштәребеҙ үҙгәрҙе. Улар эскелекте өнәп еткермәйҙәр. Йорт һалалар, балалар үҫтерәләр, техникаһын да алалар. Уларға эш, балалар баҡсаһы, мәктәп, мәҙәниәт усағы һәм дауахана ғына булһын. Инйәрҙә лә ошондай алдынғы ҡарашлы, егәрле йәштәрҙән торған урам да барлыҡҡа килде. Ә ошондай йәштәребеҙ, сәләмәт тормош алып барған халҡыбыҙ күп булғанда, күмәк көс менән тормошобоҙ тағы ла алға барыр, йәнләнер.