Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Февраль 2019, 14:58

Афған шаңы һаман йөрәктәрҙә...

Һуғыш өйөрмәһенең ауыр касафаты - уның юлы уҙған ерҙә ҡот осҡос харабалар, һары һағыш баҫҡан етем-еһер, үлеләр һәм ғәрип-ғөрәбәләр... Шул дәһшәттән имен килеш ҡотолғандар был донъяға, әйтерһең дә, ҡабат тыуа, үҙенә ҡарата Юғары Көстөң ни ҡәҙәр рәхимле булыуына инана. Афған... Һәр ҡупҡан яу кеүек үк, ил тарихын ҡанға, әсе күҙ йәштәренә мансылдырған аңлайышһыҙ, мәғәнәһеҙ һәм аяуһыҙ... 14 меңгә яҡын ҡорбан, ғәзиз балаҡайын көтөп ала алмауҙан ҡайғы төҫөн ташламаған күпме атай-әсәй... Хәйер, 600 меңгә яҡын совет кешеһе ҡатнашҡан был хәрби низағтың ҡорбандары бының менән генә сикләнмәй: күпме яугир һаманғаса йән ғазабын кисерә, ауыр хәтирәләргә бирелеп, әленән-әле шул мәхшәргә әйләнеп ҡайта... Ҡаршымда башҡортҡа хас тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ менән аҡрын ғына хәтер ебен һүткән мөрәүәтле ир-егет - Ринат Әхәт улы МӨХӘМӘТҒӘЛИНды ла был тәҡдир урап үтмәгән. Артабанғы һүҙ 1987- 1988 йылдар арауығында Афғанстан Республикаһында мөжәһиттәргә ҡаршы яугир-интернационалистар рәтен тулыландырған ошо яҡташыбыҙ тураһында булыр.

Ринат Мөхәмәтғәлин 1968 йылда Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында ҙур, татыу ғаиләлә төпсөк бала булып донъяға килә. Ике ағайлы, ике апайлы малай, кинйәлегенә барып, иркәләп йөрөүҙе иҫ белгәндән үк өнәмәй: ҙурҙарҙан ҡалышмай емертеп эшләй, яҡшы уҡый, ярҙамсыллығы, ихласлығы менән айырылып тора. Белем алыу менән бер ҡатар, VIII-IX класта уҡыған сағында, комбайнсы алмашсыһы сифатында колхозға эшкә урынлаша. Мәктәпте тамамлап, әрме сафына алынғанға тиклем был һөнәрен ташламай ул. Бер ыңғай Белоретта шоферҙар курсында уҡып, таныҡлыҡ алырға ла өлгөрә. 1987 йылдың май айында иһә биш класташҡа хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы тотторалар... “Әрмегә, әй, күңелле киттек. Беҙҙе оҙатырға тип бихисап халыҡ йыйылғайны. Аҙаҡ та, ҙур кузовлы ике йөк машинаһына тейәлеп, арыуыҡ ара беҙҙең менән йырлашып, гөрләшеп барҙы улар, - ти йәнләнеп Ринат Әхәт улы. - Һамар өлкәһендәге Сызрань ҡалаһында үҙебеҙҙең “Афған әҙерлеге” үтер өсөн Грузияға юлланыуыбыҙҙы белдек. Беҙ, ауыл малайҙары, был яңылыҡҡа артыҡ әһәмиәт бирмәнек, сөнки әле мәктәптә уҡыған саҡта уҡ “Афғанға китәсәкбеҙ”, тип шаярта торғайныҡ. Ә бына ҡала егеттәрен әлеге хәбәр, ысын мәғәнәһендә, ҡайғыға һалды. Кем белә, улар, бәлки, донъяуи хәлдәр тураһында күпкә мәғлүмәтлерәк тә булғандыр, ә беҙгә, балалығы сығып та бөтмәгән йәш-елкенсәккә, һуғыш киноларҙа күргән мауыҡтырғыс мажара кеүек тойолдо. Октябргә саҡлы Ҡара диңгеҙ яр буйында урынлашҡан Батуми ҡалаһында хеҙмәт иттек. Мин бер үҙем 1-се, ә бүтән яҡташтарым 3-5-се взводтарға эләгеп, үҙ-ара аралашып торҙо.
Материалдың дауамын гәзиттең 14 һанында (15.02.19) уҡығыҙ.
Читайте нас: