► Йәштәр йәмғиәттә ниндәй урын биләй, шул урынға лайыҡлымы улар, ғѳмүмән, бѳгѳн йәш булыу еңелме?
- Дѳрѳҫѳн генә әйткәндә, йәштәрҙең барыһы ла бѳгѳнгѳ йәмғиәткә яраҡлашып китә алмай. Ә бит элекке менән сағыштырғанда, хәҙер тормошта үҙ урыныңды табыу, үҙеңә кәрәккән йүнәлеш буйынса үҫеү ѳсѳн бѳтә мѳмкинлектәр ҙә бар. Тик нимә генә тиһәк тә, бының ѳсѳн дә, тәү сиратта, аҡса кәрәк. Уны ла яңғыҙыңа ғына эшләүе ауыр, элекке кеүек дәүләткә генә ышанып ултырып булмай. Белеүебеҙсә, милләттәштәребеҙҙең күбеһе ауылда йәшәй. Ә ауылда аҡса ҡайҙа? Урманда ла һатыуҙа. Үҙеңдең эшең булмаһа, етеш йәшәү ѳсѳн, һис юғында, ниндәйҙер ҙур вазифа биләргә кәрәк. Бѳгѳн күптәр әҙгә лә риза булып, саҡ осон осҡа ялғап йәшәүгә күнеп, тормошонда үҙгәрештәр яһауҙан ҡурҡа. Дѳрѳҫѳн генә әйткәндә, ҡасандыр мин дә кабинетта ғына ултырып эшләүгә күнегеп, шул комфортлы зонаны ҡалдырып китеүҙән ҡурҡа инем. Тормошом үҙем дә кѳтмәгәндә үҙгәреп киткәс, теләмәһәм дә үҙгәрештәргә яраҡлашырға тура килде һәм быға бѳгѳн бер ҙә үкенмәйем. Заман талаптары буйынса йәшәү ѳсѳн ауыҙыңды асып, йоҡлап ултырырға түгел, ә бәләкәй генә мѳмкинселеккә лә тешең-тырнағың менән йәбешергә кәрәк. Мәҫәлдәге ҡыҫала, суртан кеүек булмаһаҡ, берҙәмлек менән аҡсаһын да, үҙ урыныңды ла табырға була.
► Ҡасандыр һин «Иҙел башы башҡорттары» ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе булдың. Магнитогорск ҡалаһының «Салауат» ойошмаһы менән дә тығыҙ бәйләнеш тоттоғоҙ. Ул саҡта ниндәй маҡсаттар менән яндығыҙ?
- Ул ваҡыттар күңелле үҫмерлек осоро булып артта ҡалды. Үҙебеҙгә үтәй алмаҫтай ҙур талаптар ҡуйып, күкрәк һуғып, ысын башҡорт булырға тырыштыҡ. Кѳс, дәрт-дарман күп, ғаилә, балалар юҡ, буш ваҡытты, энергияны ҡайҙа итергә белмәйбеҙ. Милләтебеҙгә үҙебеҙсә файҙа килтерергә тырышып, башҡорт йәштәре ойошмаһы тѳҙѳп ебәрҙек. Маҡсатыбыҙ - башҡорт рухын уятыу, йәштәребеҙҙе үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, илһѳйәрлек тойғолары тәрбиәләү ине. Магнитогорск йәштәре менән бергәләшеп, тѳрлѳ республика сараларында, бизнес-форумдарҙа ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙ ойошторған сараларҙың бағыусылары ла үҙебеҙ булдыҡ. Тик ойошмалағы әүҙем егеттәр кәләш ала, армияға китә, ә беҙҙең менән эшләгән студенттар уҡып бѳтѳп, тѳрлѳ ергә таралыша башланы. Лидерҙар китеп бѳткәс, яңы ағзалар йыйыу ҙа һүлпәнәйҙе һәм шулай итеп ойошмабыҙ ҙа юҡҡа сыҡты.
► Сәйәсәт тормош-кѳнкүрешебеҙгә даими йоғонто яһап тора. Кѳндәлек сәйәси ваҡиғаларҙың айышына тѳшѳнмәй, уның уртаһында ҡайнамай ғына йәшәп буламы?
- Бѳгѳн бары тик үҙеңдең генә кѳсѳңә ышанып йәшәр заманда сәйәсәтте белеү мотлаҡ кәрәк. Дәүләт программаларын, гранттарын ѳйрәнеп, уларға эләгеп, дѳрѳҫ файҙаланыу мѳһим. Үҙен генә ҡайғыртмаған берәй дәртле кеше ошо программалар менән эш итһә, уның эргә-тирәһендәгеләргә лә файҙаһы күп буласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмайым, ул беҙгә ҡағылмай тиһә лә, сәйәсәт елдәре беҙгә үҙе килеп ҡағыла. Быға аныҡ ҡына миҫал да килтереп китергә була. Мәҫәлән, Радий Фәрит улы Хәбиров Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып килгәс тә, күптәр социаль селтәрҙәр аша үҙе лә һиҙмәҫтән сәйәсәткә ҡушылып, дѳйѳм социаль проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән әүҙемләшеп китте. Лайыҡлы тормошта йәшәргә теләйбеҙ икән, һайлауҙарға ла мотлаҡ йѳрѳргә тейешбеҙ, сѳнки гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәүҙән дә күп нәмә тора. Ғѳмүмән, тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә торорға ярамай. Бынан тыш, таныштарың, дуҫтарыңдың күп булыуы ла кәрәк. “Йѳҙ һум аҡсаң булғансы, йѳҙ дуҫың булһын” тигән мәҡәлгә таянып йәшәү яҡшы, сѳнки кәрәк урында кәрәк кешенең бер һүҙ әйтеп ебәреүе лә бер проблемаңды хәл итеүе бар.
Тулы вариантын гәзиттең 15-се һанында (19.02.19) уҡығыҙ.