Нурислам Фәтҡелислам улы Шәйхулов Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә. Тик яҙмыш елдәре уны Белорет районына килтерә. Шулай итеп, буласаҡ яҙыусыны артабанғы тормошо тулыһынса ошо районға бәйләй. Ғаилә ҡора, балалар үҫтерә һәм халҡы мәнфәғәтенә ең һыҙғанып эшкә тотона. Үҙ ғүмерендә бик күп яуаплы эштәр башҡара ул. Егәҙе ауыл Советы рәйесе лә, уҡытыусы ла була, райондың “Сталинсы” гәзитендә хәбәрсе, яуаплы секретарь булып та эшләй. Эргә-тирәһендәге хәл-ваҡиғаларҙы дѳрѳҫ аңлап, ауылдаштарының проблемаһы менән бергә ҡайнап йәшәүе, уны йәнтөйәге, ауылдаштары хаҡында әҫәрҙәр яҙыуға ла этәрә. Ниндәй генә шѳғѳл менән булһа ла, һәр эшендә үҙ урынын белеп, эшен яуаплы башҡарыуы, кешеләр менән уртаҡ тел табыуы менән ихтирам яулай ул. Бѳгѳн, Нурислам Фәтҡелислам улы ҡайһы урында күберәк файҙа килтерҙе икән, тигән һорауға асыҡ ҡына яуап биреп тә булмайҙыр, моғайын. Һүҙен эше менән нығытҡан, намыҫлы хеҙмәте менән алдырған егет ҡайҙа ғына эшләһә лә ышаныс тыуҙыра, хѳрмәт яулай. Яҙыусы “Шаулай Еҙем”, “Һағындырыр һандуғасы” тигән китаптарында үҙе йәшәгән төбәк кешеләренең, урман хужалығы эшселәренең кѳнкүрешен, тормошон ҙур оҫталыҡ менән бар ысынбарлығында сағылдырыуға ирешә. Ауылды һаҡлап ҡалыу, уның киләсәге ѳсѳн борсолоуҙары бирелә был әҫәрҙәрҙә. Балалар ѳсѳн тәғәйенләнгән “Хәүефле сәфәр” тигән китабы ла халыҡ араһында танылыу яулай. Яҙыусы тормошоноң матур иҫтәлеге булып ҡалған әҫәрҙәр бѳгѳн дә радиотапшырыуҙар аша халыҡҡа еткерелеп тора, төрлө йыйынтыҡтарҙа әле лә хикәйәләре сығыуы дауам итә. Бѳгѳн Нурислам Шәйхуловты яҡшы белгәндәр уны оҫта скрипкасы, рәссам, фотограф, ауыл хәбәрсеһе итеп кенә түгел, ә үҙ эшенең оҫтаһы булған педагог, ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы булараҡ та хәтерләй.
Нурислам Фәтҡелислам улы менән уның тормош иптәше Сафия Әхмәтша ҡыҙы ете балаға ғүмер бирә. Уларҙың барыһы ла юғары белем алып, бѳгѳн илебеҙҙең тѳрлѳ мѳйѳштәрендә, тѳрлѳ ѳлкәләрҙә халҡына намыҫлы хеҙмәт итә. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы булған ғаилә башлығының тәрбиәһе матур һѳҙѳмтә бирә, ошо ғаиләлә тәрбиәләнеп, юғары белем алған ете баланың бишәүһе уҡытыусы һѳнәрен һайлауы ғына ла атай кешенең балалары ѳсѳн ни тиклем ҙур ѳлгѳ булыуы күренә. Бөгөн был балаларҙың береһе лә атайҙары һыҙған тура юлдан тайпылмай, уның рухына тап төшөрмәй лайыҡлы атлай тормош юлынан.
Үҙ заманының абруйлы шәхесе булған улын халыҡ та онотмай. Уның тураһындағы матур иҫтәлектәрҙе ауылдаштары, балалары йәш быуынға еткереп, өлгө итеп ҡуя. Үҙе вафат булғас, Нурислам Фәтҡелислам улының хеҙмәтен халыҡҡа еткереү йәһәтенән бигерәк тә балалары ҙур эш башҡара. Ҡыҙы Гөлсөм уның баҫылып сығып өлгөрмәгән әҫәрҙәрен туплап, тәүҙә “Суҡмуйыл” китабын сығара, артабан ҡустыһы Рамазан менән бергәләп, “С верховьев реки Зилим” повесын рус теленә тәржемә итә. Изге эштәрен хөрмәт итеп, район Советы уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Егәҙе урамдарының береһенә Нурислам Шәйхулов исемен биргән, йәшәгән йортона таҡтаташ ҡуйған. Быларҙың барыһы ла яҙыусының ижадына, үҙе иҫән саҡта ҡылған изге эштәренә хѳрмәт билгеһе ул.
Ошо көндәрҙә ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханаһында Нурислам Фәтҡелислам улы Шәйхуловтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе лә яҙыусының тормошона тағы бер ҡат байҡау яһау маҡсатында уҙғарылды. Осрашыуҙа яҙыусының балалары, туғандары, ейәндәре, бүләсәрҙәре, ҡасандыр уның менән бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, буласаҡ уҡытыусылар - педагогия колледжы студенттары, яҙыусының ижадын хөрмәт иткәндәр килде. Кисә Нурислам Шәйхуловтың яратҡан йыры, Илнур Әхмәтшин башҡарыуындағы “Сыбай ҡашҡа” менән башланып китте. Артабан китапхана мөдире Флүрә Әбделхәй ҡыҙы Шакирова барыһын да яҙыусының ижады һәм тормош юлы, әҫәрҙәренең ҡыҫҡаса эстәлеге менән таныштырып, слайд аша уның тыуған йортон, яҙған картиналарын күрһәтте. Яҙыусының ҡыҙҙары - Зифа, Ләлә, Гөлсөм һәм улы Рамазан бала саҡ иҫтәлектәре менән бүлешеп, атайҙарының өлгөлө ғаилә башлығы, талапсан уҡытыусы булыуын хәтергә төшөрҙө, уның йәмғиәттәге төп эшенән айырылып, балаларына белем биреүҙән тыш, уларҙы рухи яҡтан үҫтереүгә, ижади ҡарашлы итеп тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлеүен оло ихтирам менән телгә алды.
Нурислам Шәйхуловтың хәтер кисәһенә килгән һәм киләсәктә уҡытыусы булып, үҙҙәре балалар тәрбиәләйәсәк студенттар өсөн был осрашыу, һис шикһеҙ, файҙалы булғандыр тип ышанғы килә.