Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Февраль 2019, 15:33

Ил таяныр ирҙәр бар...

Хәрби кеше булып, йондоҙло погон тағып йөрөргә, бигерәк тә уҙған быуатта, һәр бер малай хыялланғандыр. Ә инде ошо хыялы ысынбарлыҡҡа тап килгәндәргә иһә был исемде, тыныс тормошта йәки һуғыш ваҡытында булһынмы, лайыҡлы йөрөтөүҙән тыш, үҙеңә генә түгел, башҡаларға ҡарата ла талапсан, намыҫлы һәм үҙ илеңдең патриоты булырға кәрәк. Ошондай сифаттарға эйә булғанға ла хәрбиҙәр һәр ваҡыт бүтәндәрҙән ғәҙел һәм етди булыуҙары менән айырылып тора. Ғүмерен Тыуған иленә хеҙмәт итеүгә арнаған отставкалағы майор Урал ДӘҮЛӘТБИРҘИН да ошо көслө рухлылар сафын лайыҡлы тулыландырған, ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ ир-уҙамандарының береһе. Батырлыҡ ордены кавалеры, I, II һәм III дәрәжә “Маҡтауға лайыҡ хеҙмәте өсөн”, “БАМ төҙөүҙә ҡатнашҡан өсөн” миҙалдарына лайыҡ Урал Әхмәтғәли улы менән Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан әңгәмәләштек.

- Урал ағай, тамырҙарығыҙ ҡайҙарға барып тоташа?

- Мин 1954 йылда Баймаҡ районы Этҡол ауылында донъяға килгәнмен. Бәләкәй сағымдан үкһеҙ етем ҡалып, Өфө, Сермән һәм Стәрлетамаҡтағы балалар йорттарында тәрбиәләнеп үҫтем.
- Хәрби кеше булыу теләге ҡасан тыуҙы?
- Мин дә, бөтә малайҙар кеүек, бала саҡтан хәрби кеше булырға хыялландым. Ғөмүмән, 60-сы йылдарҙа бөтәһе лә йә хәрби кеше, йә космонавт, уҡытыусы булырға хыяллана ине. Стәрлелә X класты тамамлағас, Калининград юғары хәрби-инженер училищеһының шартлатыу һәм мина һалыу эштәре етәксеһе бүлегенә уҡырға индем. Дүрт йыл уҡығандан һуң, 1976 йылда уҡыу йортонан лейтенант званиеһында сыҡтым.
- Хәрби хеҙмәт юлын ҡайҙа башланығыҙ?
- Уҡыуҙы тамамлаған йылы БайкалАмур магистрален төҙөй башланылар һәм оборона министры приказы менән шунда ебәрҙеләр. Офицерлыҡ хеҙмәтемде тимер юл ғәскәрҙәре менән бәйләнем. Ун йыл БАМ-ды төҙөүҙә хеҙмәт иттем. Миңә күп осраҡта тимер юлдарын миналарҙан таҙартып тергеҙгән ҡыҙыу нөктәләрҙә булырға тура килде. Ун йылдан һуң ғаиләм менән Волгоград ҡалаһына күстек. Унда ла һөнәрем буйынса хеҙмәт иттем. Әрмәнстан Республикаһының Спитак ҡалаһында ер тетрәүҙән һуң ҡотҡарыу эштәрендә, Волгоградта һәм Украинала Бөйөк Ватан һуғышынан һуң шартламай ҡалған миналарҙы юҡ итеүҙә ҡатнаштым. 1995 йылда чечен һуғышы башланғас, ғинуар айында Чечняның Грозный һәм Ханкала ҡалаларын миналарҙан таҙартырға ебәрҙеләр. 1990 йылда йәшем буйынса хәрби хеҙмәт итеү ваҡытым үткәс, тормош иптәшемдең тыуған ауылына - Сермәнгә ҡайтып төпләндек. Белоретта йәшәй башлағас, ҡаланың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр курсы начальнигы, хәрби комиссариатта контракт хеҙмәткә саҡырыу һәм һайлап алыу начальнигы булып байтаҡ йылдар хеҙмәт иттем. Бөгөнгө көндә комиссариатта оператив дежурный булып эшләп йөрөйөм.
- Хеҙмәт иткән осороғоҙҙа иң иҫтәлекле ваҡиға ниндәй булды?
- Был хәл 1975 йылда булды. Ул ваҡытта училищеның III курсында белем ала инем. Бер ваҡыт беҙгә “Двадцать дней без войны” фильмында яратҡан актерыбыҙ Юрий Никулин менән бергә күмәк сәхнәлә киноға төшәсәгебеҙ тураһында хәбәр иттеләр. Көтөп алған көнөбөҙҙә йәш лейтенанттарҙы фронтҡа оҙатыу эпизодында “Катюша”ны йырлап “тырышып-тырышып” хушлаштыҡ. Был иҫтәлекле көндә Юрий Никулин ҡапыл ҡаршымда пәйҙә булды. Күптәнге танышын күргәндәй, “Йә, таныш булайыҡ. Исемең нисек?” тип өндәште. Үҙемдең Башҡортостандан булыуымды, балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫеүем тураһында әйткәс, уның ҡарашы шундуҡ етдиләнде. Ул мине үҙе менән әйҙәне. Билдәле актер менән сәй табыны артында гәпләшеп ултырған арала үҙенең тормошондағы ауыр минуттарҙы иҫкә алды. Һуңынан иҫтәлеккә дуҫтарса шарж эшләп, автографы менән бүләк итеп, бер ҡасан да кәйефһеҙләнмәҫкә, һәр ваҡыт кеше һәм ысын офицер булырға ҡушып, хушлашып ҡулымдан ҡыҫты. Унан һуң йәнә бер нисә көн уның менән училищела осраштыҡ. Мине йыраҡтан күреү менән, күптәнге танышын осратҡандай, башын ҡағыр ине. Был хәлгә тиҫтә йылдар үтһә лә, уның теләктәрен онотҡаным юҡ.
- Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле...
- Эльвира Камил ҡыҙы Низамова менән 1976 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Мин училищены, ә ул Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған ине. Тормош иптәшем ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Игеҙәк Рөстәм менән Ринат улдарыбыҙға ғүмер бирҙек. Ғаилә усағының утын һаҡлаусы ҡатыным, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, терәк тә, кәңәшсе лә булды. Ул да, һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, гөл-сәскәләр үҫтерергә, бешеренергә ярата.
- Һеҙҙең юлдан китергә теләгән егеттәргә әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?
- Элек күптәр әрмегә барыуҙан ҡурҡа ине. Быға афған һуғышы, “бабайлыҡ” тураһындағы хәбәрҙәр, ундағы ауырлыҡ сәбәпсе булғандыр. Хәҙерге заманда, киреһенсә, күп егеттәр хәрби юлды һайларға ашҡына. Бигерәк тә контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә теләүселәр күп. Беренсенән, эш бар, икенсенән, дәүләт тарафынан социаль шарттар, бушлай юғары уҡыу йортонда уҡыу һәм башҡа бик күп ярҙам ҡаралған. Хәрби училищеларға уҡырға инеүселәрҙе әйтеп тораһы ла юҡ, конкурс бигерәк тә десант һәм космос йүнәлештәгеләрҙә бик ҙур. Һуңғы йылдарҙа армияның абруйы күтәрелде тип әйтә алам. Һәм был мине ҡыуандыра.
- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Урал Әхмәтғәли улы! Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Читайте нас: