-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Февраль 2019, 15:50

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙерҙәр!

...Шул бөркөттәй, егет, батыр бул, Тайғаныңда таян дуҫтарға. Яуҙа арыҫландай ажғырып, Йән аямай ташлан дошманға. Тап ошо саҡырыу менән милли геройыбыҙ Салауат Юлаев халҡына мөрәжәғәт иткән. Бөгөн үҙ халҡы өсөн ҡаһарманлыҡ ҡылырға, рухи ҡеүәткә эйә булған йәш быуын өсөн Салауатыбыҙ саҡырыуы оран булып яңғырай. Ҡурҡыу белмәҫ, бер кемгә лә башын эймәҫ ата-бабаларыбыҙ Тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән, тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлапяҡлап, быуаттар аша йәш быуынға еткергән. Уларҙың васыяттарына тоғро ҡалып, ҡаһарманлыҡтарын, ҡыйыулыҡтарын, быуындар күсәгилешлеген йәштәргә еткереү йәһәтенән ҡаланың Мәҙәниәт һарайында малайҙарҙың хәрбипатриотик слеты үткәрелде лә инде.

Еңеүсе 14-гимназия командаһы
Быйылғы сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды. Йолаға әйләнгән “Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!” слетын, йылдағыса, ҡаланың Мәктәптән тыш эштәр үҙәге ойошторҙо һәм унда район-ҡаланың 14 мәктәбенән йыйылған 224 йәш армеец көс һынашты. Барыһы ла һайлап алынған кеүек: хәрби форма, үҙ взводының намыҫын һәр ваҡыт һаҡларға әҙерҙәр. Байраҡты сығарыу тантанаһы үҙенә бер төрлө ватансылыҡ рухы өҫтәй. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың телмәре лә буласаҡ Ватан һаҡсыларын алға, батырлыҡтарға әйҙәй. Быйыл улар алдында Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, “Ҡанатлы гвардия” һауа-десант ғәскәрҙәренең запастағы хәрбиҙәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин, Белорет автомәктәбе директоры Рәшит Таһиров сығыш яһаны.

Йәш армеецтарҙың этаптарҙа күрһәткән һөҙөмтәләре лә ҡыуанырлыҡ. Уҡыусылар Башҡортостан тарихы биттәрен өйрәнеүе, тәрән белеүе, Рәсәй армияһы дәрәжәләрен үҫеш буйынса дөрөҫ һалыуҙары, медицина буйынса белемдәрен эш тәжрибәһендә файҙаланып, уңышлы үтәүҙәре менән айырылып торҙо. Өлкән апай-ағайҙары ла уларҙың йылдан-йыл ҡуйылған талаптарға ярашлы белемдәренең артыуын күрә. Был “Геройҙар аллеяһы”, “Башҡорт энциклопедияһы” этаптарында асыҡ күренде. “Геройҙар аллея”һында егет һәм ҡыҙҙар фотоһүрәттәр буйынса республикабыҙҙың данлыҡлы улдарын табып, улар тураһында ентекле һөйләһә, “Башҡорт энциклопедияһы” этабында бер быуат дәүерендә булған хәл-ваҡиғалары, геройҙары тураһында һорауҙар бирелде. “Бөркөт”тәр, “Ялҡын”дар, “Патриоттар”, “Хәрби разведка”, “Ил һаҡлаусылары”, “Сик буйы һаҡсылары”, “Казактар” һәм башҡалар спорт нормативтарын үтәү, Калашников автоматын ваҡытҡа һүтеп-йыйыу, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре өлкәһендә тиҙ эш итеүҙәре менән айырылып торҙо. Барлыҡ взводтар ҙа яҡшы әҙерлектәрен күрһәтте. Егеттәрҙең строевой әҙерлеген дә айырым билдәләп үтергә кәрәк. Был этапҡа улар һәр ваҡыт айырым иғтибар бүлергә тырыша. Этап буласаҡ һалдаттарҙың армия сафтарында хеҙмәт итеүгә әҙерлеген, ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ һәм дөрөҫ атҡарып сығыу мөмкинлеген тикшерә. Былар барыһы ла киләсәк быуынды көслө, маҡсатлы, белемле итеп формалаштырыуҙа ярҙам итә. Өҫтәмә ижади конкурстар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ. Хәрби листок һәм “Ялға туҡтағанда” этаптарында ҡуйылған талаптарҙы үтәп сыҡҡан ҡыҙ һәм егеттәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Взводтарға кәрәкле, фәһемле мәғлүмәттәрҙе табыу өсөн ваҡыт һәм көс талап ителгән. Листоктарҙың ҡыҙыҡлы, тәрән мәғәнәле, ғәҙәти булмаған мәғлүмәти варианттарын жюри хөкөмөнә сығарҙылар. Һөҙөмтәләргә килгәндә иһә, хәрби листок сығарыу буйынса 14-се гимназия, Тимер юл һәм 21-се мәктәп уҡыусыларына етеүсе булманы. Тимер юл ауылы мәктәбенән Булат Исхаков хәрби листогын лайыҡлы яҡлап, айырым билдәләнде. Ижад (йыр) конкурсында 21-се, Үрге Әүжән мәктәптәренән, 14-се гимназияның йәш армеецтары айырылып торҙо. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен Тимер юл мәктәбе белһә, строевой әҙерлек буйынса алдынғылыҡ 20-се мәктәптә. “Башҡорт энциклопедияһы”н - 8-се, Егәҙе мәктәптәре, “Хәрби дәрәжәләр”ҙе - 14-се гимназия, “Геройҙар аллеяһы”н - Үрге Әүжән мәктәбе уҡыусылары яҡшы белде, противогаз менән нормативты Тимер юл мәктәбе үтәне. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, 14-се гимназия слеттың абсолют чемпионы булды. 21-се һәм Тимер юл мәктәбенең йәш армеецтары II һәм III урындарҙы бүлеште. Ошондай хәрби-патриотик слеттар үткәрелеүе үҫеп килгән быуынды рухи нығыта, халҡын, илен хөрмәт итергә өйрәтә. Был сара шуны иҫбатланы.