Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Март 2019, 12:23

Тауҙар беҙҙе түгел, ә беҙ уларҙы яулайбыҙ!

Тауҙар, ғорур, текә таштарын күккә сөйгән, үҙҙәрендә тәбиғәттең барлыҡ серлелеген һаҡлаған бейек тауҙар нимәһе менән кешеләрҙе үҙенә тарта һуң? Ғәҙәттә, тауҙарға кеше йылына бер тапҡыр ғына булһа ла күтәрелергә тейеш, тиҙәр. Бында ниндәйҙер серлелек бар төҫлө. Сөнки тауҙар кешеләрҙе үҙ асылына ҡайтара, күҙен аса, уның тәбиғәт балаһы булыуын төшөндөрөргә теләй. Донъяның, тормоштоң матурлығы бөтөнләй икенсе нәмәлә, йәшәүеңдең мәғәнәһе көндәлек тормоштоң ығы-зығыһында түгел, ә ошо ерҙең, тыуған ереңдең матурлығын күрә белеүҙә, һоҡлана белеүҙә тигән кеүек... Эйе, түбәләрен күккә сөйгән тау башынан бөтә тирә-яҡ та ус төбөндәге кеүек бәләкәй генә булып күренә. Тик һин генә бейектә, ошо гүзәллеккә һоҡланып ҡарайһың, тик һин генә йөрәгеңде «аһ»! иттергән ошо матурлыҡҡа төбәлгәнһең. Үҙең дә һиҙмәҫтән тап тау башында, бейеклектә генә һин үҙеңдең бөйөклөгөңдө тояһың. Төпкөлдә, организмдың ҡайһылыр бер урынында, бығаса йоҡлап ятҡан ниндәйҙер көс, дәрт уяна һәм ҡабатланмаҫ кисерештәр тулҡынында үҙ тормошоңдағы нимәнелер үҙгәртергә, ниндәйҙер эштәрҙе тормошҡа ашырырға ынтылыш ҡабына… Бына шундай кисерештәр тыуҙыра кешелә тауҙар...

Бар кеше лә тауҙар буйлап сәйәхәт итә алмай. Бының өсөн тауҙарҙы яратырға, үҙ итә белергә кәрәк. Тауҙар ҙа үҙҙәре кеүек ныҡ, көслө, оло йөрәкле кешеләрҙе генә ҡабул итә. Самат Нурмөхәмәт улы Асҡаров тап шундай кешеләрҙең береһе. Тәү ҡараштан бәләкәйерәк буйлы, ҡаҡса ғына был кешене сәйәхәтсе, альпинист, ҡаялар буйлап үрләүсе тип уйламаҫһың да. Ә уның тәбиғәт, тауҙар тураһында һөйләүен тыңлаһаң, тыңлаһаң ғына түгел, ул төшөргән фотоһүрәттәрҙе ҡарай башлаһаң, был кеше һине тулыһынса әсир итә.
Самат Нурмөхәмәт улы сығышы менән Мәхмүт ауылынан. Силәбе өлкәһендә йәшәгән яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында үҙенең шәхси күргәҙмәһен асты. Өс аҙна ғына Иҙел башы халҡы фотоһүрәттәрҙәге тауҙар, тәбиғәт матурлығы менән яҡындан таныша, һоҡлана ала.
70 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Самат Асҡаров бик тынғыһыҙ кеше. Ул изге тау Ирәмәлгә генә бер 190 тапҡыр күтәрелгәндер.
- Ирәмәл йәшәгән еремдән йыраҡ булмағас, унда һәр ял көнө булырға тырышам. Тауҙар мине йәштән тартты. Һәр барған һайын улар мине яңыса ҡаршылай, сөнки тәбиғәт һәр саҡ үҙгәреп тора. Ғөмүмән, Ирәмәлгә төрлө яҡтан күтәрелергә яратам. Ошо йылда ғына Силәбе яғынан, Төлөк аша Ирәмәлгә 10 тапҡыр күтәрелгәнмендер. Бейеклеге 1582 метр. Ирәмәл - емеш-еләк батшалығы: ҡыҙыл, ҡара көртмәле, мүк еләге үҫә, - ти Самат Нурмѳхәмәт улы. - Һәр яҡтың тәбиғәте үҙенсә матур. Памирға - 18, Кавказ тауҙарына - 32, Тянь-Шандә - 15, Эльбруста - 2 һәм Алтай тауҙарында 8 тапҡыр булдым. Йыл һайын Ҡаҙағстандың Сайрам тарлауығында үткәрелгән альпинистар йыйынында ҡатнашам. Тауҙарға ныҡлы әҙерләнеп, ышаныслы, көтөлмәгән хәлдәрҙә арҡа терәрҙәй кешеләр менән күтәрелеү зарур. Әлбиттә, алдан әҙерләнергә, хәүефһеҙлек ысулдарын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Хас та Владимир Высоцкийҙың “Вершина” йырындағы кеүек инде. Май айында Тянь-Шань тауҙарына юл тотам. Унда мине көтәләр. Бер төркөм альпинистар күптән инде яҙғы сәфәргә әҙер. Ә ундағы матурлыҡ, яҙғы сәскәләр, төрлө төҫтәге үҫемлектәр, саф һауа, ҡояш нурҙарында төрлө төҫкә мансылған тау биттәре, ҡарлы ҡая таштар һушты алырлыҡ. Бына Инйәр һынташтары нимәһе менәндер шул яҡтарға тартымыраҡ. Тәбиғәттең ожмах урындары ул Инйәр һынташтары, һәр ҡаяның оҙонлоғо 30-45 метрға етә. Әйтерһең дә, һинең алда башҡорт бәһлеүәндәре тора. Бына ғорур Аждаһа ҡаяһы. Ә 1642 метр бейеклектәге Ямантауҙың ҡабатланмаҫ матурлығы, уның һырттары тәбиғәттең төрлө миҙгелендә төрлө төҫ ала һәм әллә ҡайҙарға һуҙыла. Беҙҙең сәйәхәттәр ҡайһы ваҡыт күп көндәр, төндәр дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефле мәлдәр ҙә, үкенесле юғалтыуҙар ҙа була. Ауыр тәбиғәт шарттарында төн уҙғарырға ла кәрәк. Төндәрен боҙло ҡаялар араһында айырыуса һалҡын. Әммә усаҡ янында төнгө урманды, йондоҙҙарҙы күҙәтеү үҙе бер ғүмер. Арыта, йонсота, әммә бер ҡасан да биҙҙермәй. Мин һәр ваҡыт үҙем менән фотоаппарат алам. Кадрҙар сифатлы сыҡһын өсөн тауҙарҙы йә иртәнге һиллектә, йә ҡояш нурҙары бер аҙ юғалғас төшөрәм. Үҙем күргән матурлыҡты кешеләргә лә ихлас күңелдән еткерергә теләйем. Эйе, Самат Нурмөхәмәт улы торғаны менән тәбиғәт балаһы. Уның фотоһүрәттәре аҫтына дуҫтары Юрий Жилин һәм Константин Скворцов күңелдәрҙе елкендерер шиғыр шәлкемдәре яҙған. Үҙенең күргәҙмәһендә хозур тәбиғәтте данлаған, уны төрлө миҙгелдә бар гүзәллегендә сағылдырған фотоһүрәттәре аша беҙгә еткерергә тырышҡан Самат Асҡаровты, уның мауығыуын аңларға, уның эше һәм үҙе менән һоҡланырға ла, ғәжәпләнергә лә мөмкин. Фотоһүрәттәрҙәге тәбиғәт күренештәрен һүҙ менән генә яҙып аңлатырлыҡ түгел. Уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә, тойорға кәрәк. Әйткәндәй, уның фотоһүрәттәре Мәхмүт ауылы мәктәбендә лә урын алған. Балалар Самат ағайҙары төшөргән фоторәсемдәрҙе күреп, тыуған яҡтарының тәбиғәтенә һоҡланып йѳрѳй.
Сәлим АСҠАРОВ, Мәхмүт мәктәбе директоры, Самат Асҡаровтың ҡустыһы.
- Беҙ ғаиләлә туғыҙ бала үҫтек. Самат ағайым бәләкәйҙән урманды яратты. Ишле ғаиләлә беҙгә ағай булыуы ла еңел булмағандыр. Сөнки һәр ваҡыт беҙҙең өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәне, киң күңелле, ярҙамсыл һәм иғтибарлы булды. Атайым Нурмөхәмәт Ғиниәт улына һәм инәйем Фәғилә Һиҙиәт ҡыҙына беҙҙе тәрбиәләргә, үҫтерергә ныҡлап ярҙам итте. Ағайым Силәбе өлкәһендә ябыҡ ҡалала йәшәне. Ул йылдарҙа илдә ашарға ризыҡ, кейергә кейем булманы. Ә ябыҡ ҡалаларҙы хөкүмәт ныҡ ҡараны. Шуға Самат ағайым өйгә ай һайын посылка ебәрер, аҡса һалыр ине. Ағайымдың посылка менән әфлисун, алма, матур тышлы кәнфиттәр ебәреүе әле лә күптәрҙең хәтерендәлер. Инәйем, үҙебеҙ күмәк булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә ингән ыбыр-сыбырға алманы, әфлисунды етерлек итеп киҫеп, өләшер ине. Уның тәме һаман тел осонда тора кеүек. Ниңәлер бала саҡта бѳтә нәмә лә тәмле тойолған, тәмле-татлы бик һирәк эләккәнгә, күрәһең. Самат ағайҙың күргәҙмәһенә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, туғандар бергәләп килдек. Балалар өсөн күргәҙмә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Уҡыусылар Самат Нурмөхәмәт улына ҡумыҙҙа ла уйнап күрһәтте, уның һөйләгәнен йотлоғоп тыңланы. Ә Самат Нурмөхәмәт улы менән сәғәттәр буйы әңгәмәләшергә мөмкин. Ул ҡайһы ерҙә ниндәй үлән үҫкәненә тиклем белә. Шундай һоҡланғыс кеше инде ул беҙҙең Самат ағай.
Читайте нас: