Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Март 2019, 11:23

Алдынғы ҡарашлы студенттар

Ҡаланың медицина колледжында маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы студенттар уҡый тиһәң, һис кенә лә хата булмаҫ. Өфө ҡалаһының “ВДНХЭкспо” күргәҙмәләр комплексында “Башҡортостан - һинең мөмкинлектәрең” йәш граждандар форумы сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың “Тиң диалог” проекты уҙҙы.

Тап ошо колледждың “Дауалау эше” бүлегенең I курс студенттары Илмир Мортазин менән Регина Сәлихова Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ҡатнашыу бәхетенә эйә булды ла инде. Улар Рәсәй йәштәре сайтында теркәлеп, үҙ теләктәре менән заявка биреп, конкурс нигеҙендә һайлап алынды һәм баш ҡалаға саҡырыу алды.
Форумда 600-ҙән ашыу йәш кеше “Физик культура һәм спорт”, “Һөнәри үҫеш һәм оҫталыҡ”, “Бәләкәй геройҙар форумы” һәм “Фекерҙәр майҙансығы” тип аталған дүрт сарала ҡатнашты. Унда теләгән һәр кемгә ГТО нормаларын бирергә, көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, уҡыу йорттары менән танышырға мөмкинлек булды. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләү тантанаһында ҡатнаштылар, гранттарҙы алыу тәртибе һәм башҡалар тураһында фекерҙәр алыштылар, лидерҙар сығышын тыңланылар. Һуңынан Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева тормош юлы тураһында һөйләне, һөнәре менән таныштырҙы. Артабан барыһының да көтөп алған мәле - Радий Хәбиров менән осрашыу ойошторолдо. Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, әңгәмә ҡорҙо.
- Һорау бирергә теләүселәр күп булды. Кеме Маҡтау ҡағыҙын йәки сәскә болғап, кемелер плакат яҙып, етәксенең иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырышты. Беҙ стипендияға ҡағылышлы һорау әҙерләгән инек. Әммә сират беҙгә етмәне. Шулай ҙа кәйефебеҙ тѳшмәне.
бындай мәртәбәле саранан дәртләнеп, рухи көс алып ҡайттыҡ. Форсаттан файҙаланып, колледж директоры Азат Хамматовҡа транспорт менән ярҙам иткәне өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине студенттар.
Читайте нас: