Ошо көндәрҙә ҡаланың Йәштәрҙең ял үҙәге етәксеһе Вероника Викторовна ШАЙХАТАРОВА “Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр сәйәсәтенең почетлы хеҙмәткәре” күкрәк знагы менән наградланды. Йәштәрҙең ял үҙәге, йәштәр сәйәсәте учреждениелары араһында үткәрелгән, бәлиғ булмағандар һәм йәштәр араһында “Асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү эшен иң яҡшы ойоштороусы” республика конкурсында “Йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм енәйәтте иҫкәртеү” номинацияһында - II, “Йәштәр сәйәсәте органдарының иң яҡшы учреждениеһы” республика конкурсында үҫмерҙәр клубы һәм йәштәр үҙәктәре араһында “Иң яҡшы учреждение” номинацияһында III урынға лайыҡ булып, РБ Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Уларҙың барыһын да ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ҙур еңеүҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ.