Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Март 2019, 16:49

Рухлы, даланлы нәҫел

Бөҙрәләнеп торған сәс остарында кескәй сулпыларын сыңлатып, биҙәкле ҡупшы күлдәге өҫтөнә тәңкәле бишмәтен кейеп, уймаҡтай ғына ҡыҙ бала сәхнә яулай... Күҙҙәрендә сая осҡондар уйнатып, йөрәккә үтеп инерлек саф, сағыу тауышы менән сатнатып шиғыр ятлаһынмы, әберкәле итәктәрен елпелдәтеп, орсоҡтай бейеп китһенме, үҙенә бирелгән ролдәрҙе ғәжәп оҫта башҡарһынмы - баҫҡан ерендә ут сәсрәтер дүрт йәшлек Азалия Мырҙабаеваның сәхнәләге һәр сығышы үҙе бер хайран тамаша!

Шик юҡ, Үткәл ауылында гөрләтеп тормош көткән Сулпан һәм Илгиз Мырҙабаевтарҙың олоҡастары Азалияны сәнғәт, мәҙәниәт донъяһынан ситен булмаған төйәктәштәребеҙ танып-белеп тора хәҙер. Хәтерегеҙҙәлер, ҡыш ахырында Үткәл мәктәбе диуарҙарында “Мостай Кәрим уҡыуҙары” буйынса район-ҡала конкурсында олуғ һүҙ оҫтаһының “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын тасуири һөйләп, мәктәпкәсә йәштәгеләр категорияһында гран-при яулаған был шәп ҡыҙыҡай менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырмаҡсы инек. Вәғәҙә - иман. Яҙ ҡояшының салт йылмайып, сылтсылт килеп тамсы бейеткән матур бер көнөндә редакция хеҙмәткәрҙәре Азалияға ҡунаҡҡа юлланды...
Үткәл йондоҙҡайы менән осрашыу урыны - уның барам тиеп йән атып торған олатай-өләсәһенең, йәғни Мәҙинә һәм Ирек Йомағужиндарҙың йорто. Соланға уҡ тәмле аш-һыу еҫтәре таралған күркәм өйҙөң тупһаһын ашатлау менән, күҙҙәрен шаян көлдөрөп, байрамса матур кейенгән ике “ҡурсаҡ” тып иттереп алға баҫты. Азалияның өлкәндәргә ҡушылып, килгән кешене ихлас сәләмләүе лә, был аҡыллы ҡарашлы сабыйҙы үҙ тиҫтерҙәренән бер башҡа юғары күтәргәндәй...
Төйәгебеҙҙә йыр-моң, нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылыу яулаған, район-ҡала, республика кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ тип табылған Йомағужиндар ғаиләһенә ҡарап, ай-һай, был мөхиттә үҫкән балалар сәнғәтте үҙһенмәһә, унан ситен торһа, үҙе гонаһ бит, тигән уй йүгерә баштан. Эйе, ҡасандыр медицина хеҙмәткәре һөнәрен һайлап та, күңел талабына буйһоноп, мәҙәниәт өлкәһен өҫтөн күргән, 25 йыл дауамында Үткәл ауыл мәҙәниәт йортон етәкләгән һандуғас тауышлы Мәҙинә Айытбай ҡыҙы менән иҫ белгәндән алып ҡулынан гармун төшөрмәгән ғаилә башлығы Ирек Ғәни улының аһәңле, моңло донъяларында буй еткергән ҡыҙ-улдары ла мәҙәниәт тормошона мөкиббән бирелгән. Береһенән-береһе наҙлыраҡ, йор телле, шиғри күңелле ҡыҙҙары Нәркәс менән Сулпан да, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, мәғариф системаһында эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, ауылда үткән һәр сараның уртаһында ҡайнайҙар, район, республика күләмендә ойошторолған төрлө ярыш-конкурстарҙан ситтә ҡалмайҙар. Кескәй генә саҡтарынан уллыҡҡа алынған ағалы-ҡустылы Илвир һәм Илдан да апайҙарынан һис ҡалышмай, сәхнәгә атлығып торалар. Әйткәндәй, уҙған йыл Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған “Ғаилә - туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс-фестивалендә был малайҙар ата-әсәһе менән ҙур сәхнәгә сығырға ла йөрьәт иткән. Бер ҡалыпҡа һалынған тын, битараф йәшәйештең ни икәнен дә белмәгән, дәрт-дармандары ташып торған, рухлылыҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек хөкөм һөргән бына ошондай берҙәм, татыу ғаиләнең уңдырышлы тупрағында тамыр нығыта Азалия һылыу. Йәше тулыр-тулмаҫтан, ҡапыл-ҡара тап-таҙа итеп теле асылған бәләкәстең олатаһы уйнаған гармун көйөнә таҡмаҡлай-таҡмаҡлай бейеп йөрөүенә кемдәр генә ғәжәп ҡылмаған икән?! Өс йәшендә ҡыйыу атлап сәхнә түренә сыҡҡан бер остоҡ ҡына ҡыҙыҡай тамаша залын тултырып килгән халыҡты һөнәрҙәре, хәрәкәт-ҡыланышының мәғәнәлелеге, килешлелеге менән таң ҡалдырғайны. Тәпәй нығытып, апайы артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән йәш ярымлыҡ Изалияның да музыкаль һәләттәре тойола башлаған. Ана бит, күңеленә ятышлы көйҙө ишетеү менән, өс бөртөк тешен емелдәтеп, ҡул суҡтарын килешле бөгөп, иҙән уртаһында тыпырлай... Хәйер, мөхәббәт вә бәхет, үҙ-ара ғәжәп аһәңлек солғанышында янып йәшәгән был нәҫелдең ҡалҡыр-балҡыр йондоҙҙары бихисаптыр әле...
Читайте нас: