Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Март 2019, 13:54

Ҙур ғаилә - бәхет, яҙмыш бүләге!

Өфөлә, Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 45 ҡатынҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

- Минең өсөн әсәйҙәрҙе бүләкләү - мөһим тантана. Был көндө һеҙгә тәрән ихтирамды белгертеү өсөн иң ихлас һүҙҙәрҙе тапҡы килә. Мин һеҙҙе республиканың алтын фонды, тип әйтер инем.
Беҙҙең халыҡ мәҙәниәтендә ҙур ғаилә бәхет һәм яҙмыш бүләге итеп ҡабул ителә. Бөгөнгө көндә республикала 46 меңдән ашыу күп балалы ғаиләлә 155 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Улар ижади йәһәттән үҫешһен өсөн балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙе, поликлиника һәм дауаханаларҙы, спорт майҙансыҡтарын, бассейндарҙы тағы ла әүҙемерәк төҙөйәсәкбеҙ. Был минең өсөн мөһим мәсьәлә.
Беҙ бөгөн бүләкләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаиләләрендә йәмғеһе 257 бала тәрбиәләнә. Һеҙ бик бай һәм бәхетле! Һеҙҙең батырлыҡ ҙур ихтирам уята һәм башҡа ғаиләләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға өлгө булып тора.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Балаларығыҙҙың һау һәм бәхетле булып үҫеүен, яҡшы уҡыуҙарын һәм иң мөһиме - лайыҡлы кеше булыуҙарын теләйем, - тине Радий Фәрит улы.
Был көндө беҙҙең райондан биш ҡатын-ҡыҙ “Әсәлек даны” миҙалын алыу бәхетенә эйә булды. Г.И. Носов исемендәге дәүләт техник университетының Белорет филиалы хеҙмәткәре Гөлүзә Мөнир ҡыҙы Мансурова, “Алексеевский” совхозының теплица ҡараусыһы Айһылыу Иҡсан ҡыҙы Нуруллина, Сермән мәктәбе тәрбиәсеһе Гүзәл Ғизәтулла ҡыҙы Юнысова (һүрәттә) һәм хужабикәләр Юлия Александровна Шевченко менән Гөлсәсәк Сынтимер ҡыҙы Йомағолованы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм именлек, бәхет теләйбеҙ!
Читайте нас: