Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Март 2019, 12:52

“Сабый тыуыуы - үҙе мөғжизә...”

Фәҡәт ҡатын-ҡыҙ, буласаҡ әсә һәм йөрәк аҫтында яралған сабый сәләмәтлеген ҡайғыртыусы ир затынан булған табиптар әүәлерәк, бәлки, ғәжәпләнеү, тартыныу, хатта икеләнеү кеүек тойғолар уятһа, бөгөн иһә уларға ҡарата хөрмәт, ышаныс көндәнкөн арта, нығына ғына. Һаулығы йә гөманлылыҡ буйынса тап ир акушер-гинекологҡа эләккән ҡатындар, иң элек табиптың илтифатлы, ихтирамлы мөнәсәбәтенә, үҙ эшенә ҡарата үтә яуаплы, талапсан булыуына иғтибар итә. Белорет бала табыу йортонда хәҙер инде 12 йыллап юғары категориялы акушер-гинеколог, хирург бурысын атҡарған йәш, әммә тәжрибәле, алтын ҡуллы белгес Ринат Рәшит улы ҒӘЛЛӘМОВ тураһында ла тик яҡшы фекерҙә пациенттар. Бихисап ҡатмарлы операциялар арҡылы әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарған, ауырыуҙарға мәлендә тейешле дауа күрһәтеп, сирҙән арынырға ярҙам иткән табип менән башлыса ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген яҡтыртҡан темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.

► Ринат Рәшит улы, тәүҙә ни өсөн тап акушер-гинеколог һөнәрен һайлауығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Медицина өлкәһен һайлауым, әлбиттә, осраҡлы яһалған аҙым түгел. Атайым Рәшит Ғәҙелйән улы, әсәйем Рәлиә Ҡәҙим ҡыҙы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо даирәлә ҡайнаны, ағайым Марат та тәғәйенләнешен балалар хирургы сифатында тапты. Үҙем иһә мәктәп эскәмйәһенән үк биология фәнен башҡа ғилемдәрҙән артыҡ күрҙем. Ун беренсе класты тамамлағас, минең алда кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай ине. Өфө дәүләт медицина университетын тамамлап ҡайтҡас, үҙемде тик хирург булараҡ күҙ алдыма килтерҙем. Ләкин ул мәлдә хирургтар етерлек булғандыр, күрәһең, бала табыу йортоноң баш табибы атай-әсәйемә, шулай уҡ үҙемә лә гинекология өлкәһенә иғтибар итергә кәңәш бирҙе. Тәүҙәрәк икеләнеп, албырғап ҡалһам да, бөгөнгө көндә тап ошо йүнәлештә эшләүемә һәләк бәхетле мин. Эшем, үҙемде уратып алған мөхит менән сикһеҙ ҡәнәғәтмен. Хатта яҙмышымды ла ошо диуарҙарҙа осраттым бит.
► Ҡайһы яғы менән күңелегеҙгә ята һуң һөнәрегеҙ?
- Беҙҙең эштә иң мөһиме - кеше сәләмәтлеген һаҡлау, пациенттарҙы төрлө бәләләрҙән, өҙлөгөүҙән йолоп ҡалыу, сирҙе аҙҙырмау. Һаулығын тергеҙгән, әсә булырға йыйынған йә тәү тапҡыр сабыйын күкрәгенә һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың, уларҙың яҡындарының сәғәҙәтле мәлдәренә шаһит булыу - үҙе оло бәхет, минеңсә. Сабый тыуыуы ғына һуң ни тора! Сафтан-саф йән эйәһенең был донъяға башлап ауаз һалыуы - мөғжизәләрҙең дә мөғжизәһе бит!
► Һеҙҙеңсә, һайлаған йүнәлешегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
- Ваҡыт бер урында ғына тормай. Әгәр табиплыҡ менән шөғөлләнәһең икән, тимәк, заман менән бергә атлау, хатта ниндәйҙер кимәлдә алдараҡ барыу фарыз. Ҡасандыр үҙ һөнәре йәһәтенән ғилем алып та, уны даими рәүештә тулыландырып тормаған, башында нимә бар, шуның менән генә мөрхәтһенгән, медицина даирәһендәге яңылыҡтарҙы һанламаған табип менән әллә ни эш ыратып булмаясаҡ. Ә хәҙер пациенттар ҙа ғәләмәт мәғлүмәтле, белемле. Шуның өсөн, әгәр үҙ эшеңде яратаһың, һиңә ярҙам менән мөрәжәғәт ҡылғандарҙы ихтирам итәһең икән, ваҡыт яғың нисек кенә тығыҙ булмаһын, һин һәр саҡ үҫешергә, камиллашырға, эҙләнеү юлында булырға тейешһең. Үҙемә килгәндә, медицина өлкәһенә ҡағылышлы әҙәбиәтте уҡырға, әленән-әле квалификация күтәреү курстарында белем алырға, төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнашырға яратам.
► Үҙҙәрен дауалаясаҡ ир гинекологты ҡатын-ҡыҙҙар нисек ҡабул итә?
- Ғәҙәттә, уйынлы-ысынлы, медицинала ир йә ҡатын-ҡыҙға бүленеш юҡ, тиҙәр. Тимәк, табип - ул енесһеҙ зат булып сыға инде. Ғөмүмән, был йәһәттән бер ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуғаны юҡ. Һәр хәлдә, мине күреп, ишекте кире ябып сығып китеүселәр әлегә осраманы.
► Бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Был һорауға гинекология өлкәһендә хәтһеҙ йылдар тир түккән тос тәжрибәле табип яуап бирһә, дөрөҫөрәк булыр ине... Шулай ҙа, үҙем эш башлаған осор менән бөгөнгө көндө сағыштырып, шуны әйтә алам: хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар үҙ һаулығына күпкә яуаплыраҡ, йәғни, теге йәки был сирҙе иҫкәртеү өсөн даими рәүештә медицина тикшереүе үтә, үҙен борсоған һорауҙар тыуһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итә. Ауырыуҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, пациенттар йышыраҡ түллек биҙҙәренең елһенеүенә, янбаш ағзаларының төшөүенә, бәүел тотмауға, ауырға ҡала алмауға, күрем циклының боҙолоуына зарлана, шулай уҡ интим характерҙағы проблемалар менән килеүселәр ҙә юҡ түгел. Һис шикһеҙ, мәлендә күрһәтелгән табип ярҙамы күп кенә етди сирҙәргә сик ҡуя. Тап шуның өсөн, ниндәй генә сәбәп табылмаһын, Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына юлды онотмау фарыз.
► Гинеколог кабинетына ниндәй ваҡыт арауығы һайын күренеп тороу зарур?
- Был һорау, минеңсә, һәр йәштәге ҡатын-ҡыҙ өсөн дә бик актуаль. Шуныһы мөһим, белгескә алып килгән сәбәптәр күп төрлө булыуы мөмкин. Һәм бары тик табип ҡына, ентекле тикшереүҙәрҙән һуң, артабанғы консультацияларҙың даимилығын билдәләй ала. Дөйөм алғанда, әгәр гинекология өлкәһенә ҡағылышлы зарланыуҙар, сир билдәләре булмаһа, 35 йәшкә тиклем - йылына бер, 35-те ашатлағас - ике тапҡыр ҡаралыу кәрәк. Сөнки, статистика буйынса, 35 йәштәре тулып уҙған гүзәл заттарҙа гинекологик ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе бермә-бер арта. Ә репродуктив системала барлыҡҡа килгән сирҙәр йыш ҡына бер ниндәй билдәһеҙ башланыуы ихтимал. Шулай итеп, даими рәүештә гинекологҡа күренеп тороу ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡларға, сирҙе башланғыс осоронда асыҡларға, йөклөлөктө билдәләргә йәки контрацепция ысулдарын һайларға ярҙам итәсәк.
Тулы әңгәмәне гәзиттең 22-се һанында (15.03.19) уҡығыҙ.

Читайте нас: