Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Март 2019, 18:23

Еңел эш түгел

Таксист тигән һүҙҙе ишетеү менән һеҙҙең күҙ алдында ниндәй һүрәт баҫа? Моғайын, кинолағыса, күн куртка, кепка кейгән, ауыҙына тәмәке ҡыҫтырған, вокзал янында ҡулында машина асҡысын өйрөлтөп: «Кемгә такси?» - тип ҡысҡырып торған кешелер. Эйе, таксист, ғөмүмән, ирҙәр һөнәре һанала. Әммә шуға ҡарамаҫтан, ҡатындар автобус, троллейбус һәм трамвай ҙа йөрөтә. Ә таксист ҡатын-ҡыҙҙар - хәҙер инде ғәҙәти күренеш.

Һүрәттәге автоледи - Роза Яхина. Ул Бөрйән ҡыҙы. Уның тимер атты ауыҙлыҡлауына 6, ә таксист булып киткәненә - 2 йыл.
Ҡалабыҙҙың урамдарын үҙенең биш бармағы кеүек белеп тә бөткән инде Роза Ирек ҡыҙы. Кәрәк булғанда, Өфө, Ырымбур, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларға ла юллана ул. Тик үҙен генә саҡыртҡан пассажирҙары ла бар таксистың.
- Дини ҡараштары буйынса, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар, тик мине саҡырта, - тип һөйләй Роза. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр рулдә балаларын да тик ҡатын-ҡыҙ таксистан йөрөтөргә теләй. Ҡатындар иплерәк йөрөй, сөнки беҙҙә, ирҙәргә ҡарағанда, үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты нығыраҡ үҫешкән, - тип көлә автоледи үҙе лә.
Эше менән бик ҡәнәғәт Роза. 4 стенаға ҡарап ултырғансы, рулдә, ҡала буйлап елдереүҙе өҫтөн күрә ул.
- Эшкә сығыр алдынан доғаларымды уҡыйым, - ти әңгәмәсем. - Уларҙы машинала ла гел үҙем менән йөрөтәм.
Эйе, таксист булыу - еңел эш түгел ул. Яуаплы ла, хәүефле лә. Шуға ла Роза Ирек ҡыҙына һәр саҡ «йәшел ут», изге юлдар һәм мәрхәмәтле пассажирҙар ғына теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: