Тиҫтәнән ашыу китап авторы. 1998 йылда тәүләп Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә дөйөм йыйынтыҡта “Күк томан” тигән хикәйәләр китабы, 2007 йылда “Айыусы бабай хәтирәләре”, 2011 йылда “Аҫмалы күпер” исемле китаптары донъя күрҙе. 1994 йылда “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө”, 2005 йылда “Дәһшәтле йылдар шаңдауы” (икеһе лә авторҙар коллективы һәм Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә) баҫылған. Әйтергә кәрәк, был китаптарҙа республикабыҙҙа танылған хәбәрселәр менән бер рәттән уның тәрән дәлилле мәҡәләләре лә хаҡлы рәүештә төплө урын алған.
Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәренең III класы өсөн “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә уның “Берлектә - ҙур байлыҡ” нәҫере индерелгән. Исмәғил Ғимранов, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ваҡытын табып, күңел донъяһын, уй-хистәрен хикәйә, повестары аша бүҫкәртеп, китап уҡыусыға еткерергә тырыша. Ул “Башҡортостан”, “Урал” һәм “Яйыҡ” гәзиттәренең актив хәбәрсеһе лә. Әҫәрҙәре “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында баҫылып тора. Исмәғил ағайҙың әүҙемлеге “Яйыҡ” гәзитенең Ниғмәт Зөлҡәрнәев (ике тапҡыр), Әҙһәм Ғарипов премиялары һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһының Мөхәммәт Хәйҙәров исемендәге премияһы менән дә билдәләнде. Әлеге көндә уның һутлы тел менән яҙылған әҙәби емештәре “Китап” нәшриәтендә сират көтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төшөнкөлөккә бирелмәй, яңы әҫәрҙәре өҫтөндә эшләй.
Исмәғил Искәндәр улына башлап яҙыусылар бик йыш ҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, ул бер ваҡытта ла иренмәй, ихлас кәңәштәрен бирә.
Исмәғил Ғимранов 1933 йылдың 17 декабрендә Белорет районының Хоҙайбирҙе ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Хоҙайбирҙе ауыл Советы рәйесе булып эшләп йөрөгән атаһы Искәндәр Ғимран улын 1942 йылдың сатлама һыуығында, февраль айында фронтҡа оҙаталар. Исмәғил ағай бала саҡ хәтирәләренә күмелеп:
- Атайымдың һуғышҡа киткән көнө бөгөнгөләй хәтеремдә. Беренсе класта уҡып йөрөй инем. Ауылдан өс ир уҙаманы кашауай санаға ултырып ҡуҙғалыуға, атайымдан айырылғым килмәй, сана артына сат йәбештем, - ти.
Күҙ йәштәре сөбөрләп аҡҡан улын атаһы ни тиклем төшөп ҡалырға өгөтләһә лә, ул: “Мин дә һинең менән һуғышҡа барам! Атай, ҡалдырма мине!” - тип, сана һөйәлмәһенә нығыраҡ йәбешә. Искәндәр Ғимран улының эргәһендәге иптәштәре Исмәғилде йәлләп: “Ярай, Егәҙегә тиклем барһын инде, ара әллә ни алыҫ түгел, ике саҡрым”, - тиҙәр. Егәҙегә еткәс, атаһы:
- Әле һин үҫеп етмәгәнһең, үҫкәс тә бер һүҙһеҙ армия хеҙмәтенә алырҙар. Бының өсөн һиңә тырышып уҡырға кәрәк. Әсәйеңдең һин өлкән улы, һинән башҡа дүрт ҡусты-һеңлең бар, уларға күҙ-ҡолаҡ бул, ярҙам ит. Минһеҙ ярҙам айырыуса кәрәк буласаҡ. Утын, бесән әҙерләү һинең өҫтөңә төшә. Әсәйеңде тыңла, - тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, малай атаһының ҡуйынына инеп, күҙ йәштәрен һыпыра. Атаһы магазинға инеп, уға ҡәләм һәм дәфтәр алып бирә.
Тулы материалды гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.