Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
5 Апрель 2019, 16:13

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ

Донъяла иң изге, иң кәрәкле, дәрәжәле, шул уҡ ваҡытта иң яуаплы, тынғыһыҙ һөнәрҙәрҙең береһе - ул кеше дауалау, кеше сәләмәтлеге өсөн көрәшеү. Ҡайҙа һәм ҡасан ғына булмаһын, аҡ халатлы һөнәр эйәләре теләһә ниндәй шарттарҙа ла ярҙамға ашыға.

Һау-сәләмәт саҡта әллә ни иҫкә лә төшөрмәйбеҙ табиптарҙы, ә бына ауырып китһәк, уларға сикһеҙ ышаныс, өмөт менән ҡарайбыҙ. Тик уларға, иң изге, иң кәрәкле кешеләргә, табынабыҙ. Башҡа бер кем ярҙам итә алмаҫ кеүек. Тағы кемгә үҙ ғүмеребеҙҙе ышанып тапшыра алабыҙ һуң?

Бәләкәй саҡтан уҡ маҡсатын билдәләп, шуға ирешеү өсөн бар тырышлығын һалған, белем алырға ынтылған, ғөмүмән, тормошта үҙ юлын билдәләп, шунан тайпылмайынса атлаған йәштәр һәр саҡ һоҡланыу уята. Ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә участка фельдшеры булып эшләгән Илгиз Фәрит улы Фәйзуллин тап шундайҙар рәтенән.

Илгиз - ҡала егете. Ғаиләлә ике бала үҫкән. Альберт ағаһы һымаҡ, ул да бәләкәйҙән эшкә күнегеп үҫә, ата-әсәһенә ярҙам итә.

Табип булырға ниәт иткән егет, ҡаланың 3-сө мәктәбен тамамлағас, Белорет медицина колледжына уҡырға инә. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

- Бала сағымдан уҡ врач булырымды белдем, - ти Илгиз Фәрит улы. - Үҙемде хәтерләгәндән бирле «тиҙ ярҙам» машиналарын, аҡ халатлы кешеләрҙе һүрәткә төшөрҙөм. Атайым да ғүмер буйы медицинала эшләгәс, башҡа һөнәрҙе күҙ алдыма ла килтерә алмай инем.

Илгиздең атаһы Фәрит ағай ҡалала ғына түгел, районда ла билдәле табип. Ғүмер буйы сәләмәтлек һағында торған тәжрибәле табип дөйөм практика терапевы, врачпсихиатр үҙ ғүмерендә ауырыуҙарҙан рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеткән. Врач саҡыртҡанда, Фәрит Әхмәр улы ғына килһен инде, тип торалар.

Бик аҡыллы, тыйнаҡ, сабыр, ипле егет атаһы юлын һайлай. Йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, пациенттарының һөйөүен һәм ышанысын яулап та өлгөргән, уның хаҡында ла күп йылы һүҙҙәр ишетергә тура килә.

- Участкабыҙға Илгиз улым эләккәнгә һөйөнөп бөтә алмайым. Шул тиклем изгелекле ул, тәҙрәнән күҙ алмай көтөп торам. Ҡулдарыңдан һөйөн, улым, бәхетле бул, - ти бер пациент йәш табип хаҡында.

- Көн дә шулай йөрөй-йөрөй ялҡмайһығыҙмы? - тип һорайым.

- Ялҡмайым. Кешеләрҙе дауалау, уларҙың сәләмәт йөҙөн күреү минең өсөн ҙур шатлыҡ, - ти Илгиз Фәрит улы ихлас йылмайып. Эйе шул, изгелектең иртәһе-кисе юҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер.

Һәр пациентҡа ваҡыт бүленгән булһа ла, табипҡа оҙағыраҡ ултырырға, һуңға тиклем ҡалырға ла тура килә. Тәүлектең ниндәй генә вакытында мөрәжәғәт итһәләр ҙә, тиҙ арала йыйынып, ауырыу янына ашыға.

Һәр кемгә йылы һүҙ табыу, тынысландырыу, киләсәккә өмөт уятыу - табип һөнәренең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Илгиз Фәрит улының да был һүҙҙәрендә кешелеклелек, һөнәри һәм рухи сифаттары асыҡ сағыла. Ниндәй генә ауырыу килмәһен, һәр береһен яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, иғтибар менән тыңлай, дауалар тәғәйенләй.

Яҡшы табип ҡына түгел, хәстәрлекле ул, тоғро дуҫ, талантлы егет, яҡшы әңгәмәсе лә ул. Элегерәк дзюдо, пулялы атыш менән шөғөлләнгән. Имтихандарға әҙерләнергә лә ваҡыт таба. Механика, радиотехника, машиналар ремонтлауҙан тыш, гитарала ла уйнай егет.

Шулай, бөтә яҡтан да оҫта, ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап та килгән, кешелекле һөнәр эйәләре булыуы һөйөндөрә. Киләсәктә яҡшы табип булып китеүенә ышаныс ҙур.


Читайте нас: