Атайҙарыбыҙ, олатайҙарыбыҙ ул һәм ҡыҙҙары, ейәндәре, бүләләре менән тантаналы Еңеү маршы менән үтә. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы, яуҙан ҡайтып, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алыу, йәш быуынды олатайҙар ҡаһарманлығы менән таныштырыу маҡсатынан ойошторолған “Үлемһеҙ полк” менән бергә, олатаһының фоторәсемен ҡулына ҡәҙерләп тотҡан Илдар Ағзамов та атлай. Былтырғы маршты бәләкәй туғаны бергә үтһә, быйылғыһында уларҙың сафы тағы ла тулылана. Ҡаһарман яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының гвардия ефрейторы Ғилметдин Ағзамовтың нәҫелен дауам итеүсе 32 вариҫы сафҡа баҫа. Эйе, атай-олатайҙарыбыҙҙы, уларҙың ҡаһарманлыҡтарын иҫләргә генә ҡалды шул. Ә һуғыш шаңдауы артта ҡалған һайын, уның менән бергә ололар һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәре лә юйыла барған төҫлө. Төҫлө генә икән. Бар икән әле атай-олатайҙарының, совет һалдатының ҡаһарманлығы, миллиондарса кешенең башына еткән ҡәһәрле һуғыш, ҡыйылған ғүмерҙәр тураһында киләсәк быуынға бәйән итеп кенә түгел, уны ысынбарлыҡҡа тура килтереп, күрһәтеп бирә алыусылар. Ғилметдин ҡаһармандың ейәне Илдар Ағзамов, башҡалар кеүек Ватанды һаҡлаусылар көнөн түгел, ә бер аҙ моңһоу ҙа, бер үк ваҡытта шатлыҡлы ла Еңеү килтергән яҙҙарҙы үҙ итә. Иң яратҡан байрамы ла 9 Май. “Олатай иҫән саҡта Еңеү яҙҙары ла икенсерәк килә ине. Уның әллә ни бай булмаған иҫтәлектәрен (һуғыш тураһында әллә ни һөйләргә яратманы) сәғәттәр буйына, “Шайморатов генерал” йырын әллә күпме тыңларға әҙер инек. Хәҙер ул булмағас, онотолоп та барған кеүек”, - ти яугирҙың ейәндәре. Олатайҙарының яҡты иҫтәлеген, уның ҡаһарманлығын тоҡомдарына еткереү, ейәндәрҙе, бүләләрҙе берләштереү, аралаштырыу, артабан да шулай татыу йәшәү идеяһы менән янған Илдар Марат улы теләген тормошҡа ашыра.
Олаталары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел бит. Данлыҡлы яу юлы үткән ул. Ғилметдин Ағзамов 1903 йылда Ҡаҙыш ауылында тыуған. 20 йәшендә өйләнә. Зәйнәб Лоҡман ҡыҙы менән һуғышҡа тиклем - 5, һуңынан 3 балаға ғүмер бирәләр. Һуғыш башланыу менән 38 йәшлек ғаилә башлығы, 16 йәшлек улы Савит һәм 17 йәшлек Зиннур кейәүе менән фронтҡа китә. 41-се йылдың көҙөнән 45-се йылдың авгусына тиклем генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов командованиеһы аҫтында данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшә. Республика ауылдары иҫәбенә тулыланған дивизияның 81,4 процентын башҡорт атлылары тәшкил итә. Яугир Курск өлкәһе, Украина, Белоруссия ҡалаларын, Польша ерҙәрен азат итеүҙә, Көнсығыш Памеран һәм Берлин операцияларында ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары Еңеү яҙын рейхстаг стеналарында ҡаршылай. Яугир “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, күкрәк билдәләре менән наградлана. Орден-миҙалдары бөгөнгө көндә Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан дивизия музейында һаҡлана. Һуғышта Ғилметдин Ағзамов контузия ала, яурыны яралана. Яугир ғүмер буйы һуғыш иҫтәлеге - ярсыҡ менән йәшәй. Тыныс тормошта һалдат колхозда бригадир булып эшләй. 1973 йылда тормош иптәше менән алтын туйҙарын билдәләйҙәр. 90-сы йылдарҙа уларҙың 35 ейәне һәм 40 бүләһе иҫәпләнә. Яугир оҙон һәм бәхетле ғүмер юлы үтә, 88 йәшендә гүр эйәһе була. Ғорурланырлыҡ бит. Ейәндәре, бүләләре лә шулай уйлай.
...Белореттан Илдар Марат улы олатаһының фоторәсемен тотоп “Үлемһеҙ полк” маршы менән атлай. Бының өсөн ул 43-сө йылғы форма өлгөһөндә тегелгән хәрби кейем тектереп алып, туғаны менән колоннала үтә һәм “Шәжәрә байрамы”нда атай-олатайҙары иҫтәлегенә берҙәм булып маршта үтеү теләген белдерә. Ә туғандары был изге ниәтте элеп ала. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, әҙерлек эштәре башлана. Хәрби кейемдәр тегеүҙе Илдар Ағзамов үҙ өҫтөнә ала. Магазиндан махсус тауар, кәрәк-яраҡтар һатып алына һәм таңға тиклем теген машинаһы артында ултырыуҙар. Махсус тегенсе лә түгел, ә Илдар үҙе. Ниәтенә ирешә - Еңеү яҙын тантаналы ҡаршы алыу өсөн 32 ғаилә ағзаһын хәрби формалы итә. Хәҙер күбеһендә килешеп торған итәк-салбарҙар, пилотка-фуражкалар, ялтырап торған ҡайыш, итектәр, орден-миҙалдар, хатта ҡоралдар. Был оҙаҡ йылдар Абҙаҡ тау саңғыһы базаһында машинист-оператор булып эшләгән Илдар Марат улының һәм ғаиләһенең хеҙмәте. Ағзамов нәҫелен дауам итеүсе уҡытыусылар, табиптар, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, металлургтар һәм башҡа һөнәр эйәләре, уҡыусылар Еңеү байрамы алдынан майор-лейтенанттарға, яугирҙарҙы яу яланынан алып сыҡҡан шәфҡәт туташтарына әйләнде. Улар араһында кейәү-килендәр, ейән-бүләләр, хатта тыуасар ҙа бар. Ағзамовтар “Үлемһеҙ полк” менән Аҙналы ауылында, Белорет ҡалаһында ғына үтеп ҡалмай. Кисен Сермән ауылында концерт ҡуйырға ла әҙерләнә. Көн һайын аралашыуҙар, осрашыуҙар, репетициялар... “Катюша”, “Смуглянка”, олатайҙарының яратҡан йыры “Шайморатов генерал” да йырлана, хәрби бейеүҙәр ҙә башҡарыласаҡ кисәлә. Шул түгелме һуң киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү?! Бының менән генә тамамланмай әле. Бөгөн улар олаталары яу юлын уның командованиеһы аҫтында үткән аҫыл улдарҙың береһе Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы Ҡырмыҫҡалы районына юл тотто. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” журналистары менән осрашыу, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә гөлләмәләр һалыу ҡаралған.
...Колонна менән яугир рухы ғорур “атлай”. Исеме, ҡаһарманлығы оҙаҡ йылдарға етәсәгенә шиге юҡ, сөнки уның тамырын, иҫтәлектәрен, батырлыҡтарын быуындан-быуынға еткереүсе ейәндәре бар.