Өс көн барған сарала махсус комиссия тарафынан һайлап алынған иң шәп инша, шиғыр, хикәйәләр авторҙары ҡатнашты. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡыусылар араһында 17-се гимназияның X “а” класы уҡыусыһы Айһылыу Ғилманова ла бар ине.
- Конкурстың беренсе көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында йыйылдыҡ һәм беҙҙе уҡыу йорто, факультеттар, ҡабул итеү имтихандары менән таныштырҙылар. Унан һуң Башҡортостандың Яҙыусылар союзы бинаһында филология факультетының III курс студенттары үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыны, беҙгә, улар биргән һүҙҙәрҙе ҡулланып, ун минут эсендә шиғыр яҙыу конкурсы ойошторолдо. Еңеүселәргә автограф менән китаптар бүләк иттеләр. Иртәгәһенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Лариса Абдуллина, Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу булды. Улар башҡорт әҙәбиәте, үҙҙәренең тормош юлы, ижадҡа нисек килеүҙәре тураһында һөйләнеләр, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Төш мәлендә “Тамыр” балалар студияһына экскурсияға алып барҙылар. Кисен Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Мулла” спектаклен ҡараныҡ. Өсөнсө көндә фестивалгә йомғаҡ яһалды. Беҙгә Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БДПУ доценты Зәки Әлибаев Дипломдар тапшырҙы. Беҙ, ойоштороусыларға рәхмәт йөҙөнән, сара һуңында концерт ҡуйҙыҡ. Баш ҡалала һиҙелмәй үтеп киткән сара минең өсөн фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Яңы дуҫ-иштәр ҙә таптым, - тип һүҙен йомғаҡланы Айһылыу.
Айһылыу “Илһам” конкурсының призеры булып танылды. Уға конкурста ҡатнашыу сертификаты һәм Диплом тапшырылды, уҡытыусыһы Розалия Әҡсәнова призерҙы әҙерләгән өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Розалия Закир ҡыҙы ӘҠСӘНОВА:
- “Илһам” фестиваленә эштәр ҡабул ителеүе тураһында мәғлүмәтте хәбәр итеүҙәре менән, тиҙ арала өс уҡыусымдың - Әлиә Зарипова, Айһылыу Ғилманова һәм Зөлфиә Карамованың ижади эштәрен ебәрҙем. Күп тә үтмәне, ойоштороу комитетынан Өфөгә саҡырыу алдыҡ. Юл мәсьәләһен Айһылыуҙың атаһы, райондың һәм ҡаланың ата-әсәләр комитеты рәйесе Алмирад Ғилманов үҙ өҫтөнә алды. Саранан уҡыусым шул тиклем шатланып, дәртләнеп, матур тәьҫораттар алып ҡайтҡан. Сөнки уның программаһы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ҡаршы алыуҙан алып, ашатып-эсереү, йәшәү урыны менән тәьмин итеү ҙә бик юғары кимәлдә булған. Яҙыусылар менән аралашыу, уларҙан кәңәштәр алыу уҡыусымдың күңеленә тик изге орлоҡтар ғына һалғандыр, тип ышанам.